Шиһабетдин Мәржәни
Шиһабетдин Мәржәни (16 ғинуар 1818 йыл — 18 апрель 1889 йыл) — татар мәғрифәтсеһе, фәлсәфәсе, тарихсы, дин әһеле, педагог, археолог, этнограф, көнсығыш халыҡтары белгесе.
Шиһабетдин Мәржәни | |
Исеме: |
Шиһабетдин бин Бәһәүетдин Мәржәни |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Ҡазан өйәҙе, Ябынсы ауылы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Ҡазан губернаһы, Ҡазан ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир, мәғрифәтсе |
Биографияһы
үҙгәртергәШиһабетдин Мәржәни 1818 йылдың 16 ғинуарында Ҡазан өйәҙе (хәҙерге Татарстан Республикаһының Әтнә районы) Ябынсы ауылында рухани ғаиләһендә тыуған. Олатаһы — Ғәбделҡотдос Мәржәни. Шиһабетдин һуңынан атаһының исемен үҙенә псевдоним итеп ала.
Шиһабетдиндең атаһы Баһаүетдин әл-Мәржәни заманаһы өсөн алдынғы ҡарашлы һәм төплө белемле шәхес була.
Шиһабетдин Мәржәни, ун йыл уҡып, атаһының мәҙрәсәһен тамамлап, дүрт йыл дауамында Ташкисеү мәҙрәсәһендә уҡыта. Белемгә һыуһау уны 1838 йылда Бохараға алып килә һәм ул унда төрлө мәҙрәсәләрҙә белемен байыта.
1843 йылда Шиһабетдин Сәмәрҡәндкә килеп, «Шердар» мәҙрәсәһендә уҡый, тирә-йүн ауылдарға сығып, балалар уҡыта, халык менән аралаша. Ике йылдан Бохарага яңынан әйләнеп ҡайта һәм ул ваҡытта ук яҡшы танылған «Мир гарәп» мәҙрәсәһендә белемен йәнә тәрәнәйтә.
1848 йылда туған яҡтарына әйләнеп ҡайта, Ҡазандың беренсе мәсетендә имам (мулла) булып тора һәм уның янындағы мәҙрәсәлә балалар уҡыта. Ғүмеренең аҙағына ҡәҙәр шунда эшләй: руханилык, педагогика һәм ғилми-тикшеренеү эштәрен бергә үтәп бара. Шул йылдарҙа уның Ҡәйүм Насыйри, үҙенең уҡыусыһы булып, ҙур ғалим дәрәжәһенә ирешкән Хөсәйен Фәйезхановтар менән аралашыуы мәғлүм. Мәржәни В. Радлов, А. Казембек, И. Готвальд, В. Вельяминов-Зернов һәм башка профессорҙар менән дә хеҙмәттәшлек итә. Ҡазан университетында уҙғарыла торған ғилми сараларҙа ҡатнаша. Уның археология, тарих һәм этнография йәмғиәтендә ағза булып тороуы ла билдәле. 1877 йылда ошо йәмғиәттең IV Бөтөн Рәсәй ҡоролтайы уҙғарыла. Мәржәни был мәртәбәле мәжлестә татар телендә доклад яһай. Университет ғалимы В. В. Радлов уны рус теленә тәржемә итеп аңлата. Был доклад һәр ике телдә IV археология съезы материалдары араһында 1884 йылда «Труды IV археологического съезда в Казани» тигән йыйынтыҡта Ҡазанда баҫыла. Шулай ук Шиһабетдин Мәржәниҙең 1879-1880 йылдарҙа Истанбул аша Ғәрәбстанга хажға барыуы билдәле. Уның был сәфәрҙә күргән-кисергәндәре «Рихләтел-Мәржәни» («Мәржәни сәйәхәте») исеме менән Ризаитдин Фәхретдин тарафынан баҫтырып та сығарыла.
Шиһабетдин Мәржәни — ғәйәт тәрән, төплө белемле зат. Ул татар, төрки телдәренән тыш, ғәрәп, фарсы телдәрен камил белә. Күп кенә хеҙмәттәрен ғәрәпсә яҙа.
Шиһабетдин хәҙрәт (уны йыш ҡына шулай тип йөрөтәләр) — энциклопедик ғалим, күп яҡлы шәхес. Уның ғилми эшмәкәрлеге күп тармаҡлы: тарих, фәлсәфә, филология, археология, нумизматика, этнография, география, халыҡ ижады һ.б. Мәржәниҙең утыҙҙан ашыу хеҙмәт яҙыуы билдәле.
«Мөстәфадел-әхбар фи әхвали Казан вә Болгар» («Ҡазан һәм Болғар хәлдәре тураһында файҙаланылган хәбәрҙәр») — Мәржәниҙең иң танылған әҫәре. Ҡыҫҡартылған, хәҙерге телгә тәржемә ителгән тексы 1989 йылда баҫылып сыға.
«Мөстәфадел-әхбар…» китабын ҡыҫҡаса татар тарихы тип атарға мөмкин. Унда татар халҡының этник тарихы, мәғарифы, рухи мираҫы, күренекле шәхестәре, мәсет-мәҙрәсәләре хаҡында күп төрлө мәғлүмәттәр бар.
Шиһабетдин Мәржәни 1889 йылдың 15 апрелендә 71 йәшендә Ҡазанда вафат була. Ҡәбере — Яңы биҫтә зыяратында[1].
Хәтер
үҙгәртергә- Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының Тарих институты, Ҡазан йәмиғ мәсете һәм 2-се һанлы татар гимназияһына уның исеме бирелгән.
- Ҡазан, Магнитогорск, Алабуға, Әлмәт ҡалаларының урамдары уның исемен йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Шиһабетдин Мәржәни // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Шиһабетдин Мәржәнинең дин һәм мәғәриф өлкәһендә бөйөк реформатор булараҡ эшсәнлеге
- Маржәни — первый идеолог татарской нации (К 190-летию со дня рождения) 2019 йыл 2 август архивланған. (рус.)
- Шиһабетдин Мәржәнигә багышланган күргәзмә 2019 йыл 21 сентябрь архивланған. (рус.)