16 ғинуар
көнө
(16 января битенән йүнәлтелде)
16 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 16-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 349 көн ҡала (кәбисә йылында 350).
16 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
16 ғинуар Викимилектә |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Ҡар (Спорттың ҡышҡы төрҙәре) көнө.
- Ҡайнар һәм әсе ризыҡ көнө.
- «Битлз» («The Beatles») көнө.
- АҠШ: Дин тотоу иреклеге көнө.
- Конго Республикаһы: Геройҙар көнө.
- БМО Боҙ туңдырыусылар көнө.
- АҠШ: Китап нәшерселәре көнө.
- Башланғыс мәктәп уҡытыусылары көнө.
- Таиланд: Уҡытыусылар көнө.
- 1712: Пётр I фарманы менән Рәсәй империяһында Хәрби инженер мәктәбе эш башлай. Хәҙер ул — А. Ф. Можайский исемендәге Хәрби инженер-космик университеты.
- 1909: Эрнест Генри Шеклтон экпедицияһы Ерҙең көньяҡ магнит полюсын аса.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Яныбай Хамматов (1925—28.09.2000), яҙыусы, дәүләт, хужалыҡ, партия һәм комсомол органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1994), ВЦСПС һәм СССР Яҙыусылар союзы премияһы (1974), Ким Әхмәтйәнов исемендәге (1997) һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (2001) премиялар лауреаты. Белорет районының почётлы гражданы.
- Шәйҙуллин Миҙхәт Иҙиәт улы (1925—6.05.2019), дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, разведка отделениеһы командиры, гвардия сержанты. 1966—1987 йылдарҙа СССР Госснабының Башҡортостан Баш территориаль идаралығы начальнигы, 1987—1997 йылдарҙа Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика советы рәйесе. 1968—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының биш саҡырылыш Юғары Советы, 1989—1991 йылдарҙа СССР Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Мишкә районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Оло Шаҙы ауылынан.
- Андриевских Людмила Николаевна (1950), педагог. 1978 йылдан Мәсетле бала-ата-әсә пульмонологик шифаханаһы уҡытыусыһы, баш табип урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Төркмәнстандың Мары ҡалаһынан.
- Ғиниәтуллин Ғәбделйән Әүәл улы (1955), машиналар эшләү сәнәғәте хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Смирнова Валентина Алексеевна (1896—10.10.1966), ғалим-оториноларинголог, йәмәғәтсе. 1935—1943 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Ҡолаҡ, танау һәм тамаҡ ауырыуҙары клиник дауаханаһының баш табибы, 1937 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1946 йылдан ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау ауырыуҙары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1954—1959 йылдарҙа институт директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының III—V саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1946—1966 йылдарҙа Бөтә Союз оториноларингологтар йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1947), профессор (1947). РСФСР-ҙың (1957) һәм Башҡорт АССР-ының (1944) атҡаҙанған табибы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1952), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Ленин (1953), ике «Почёт Билдәһе» (1944, 1949) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Һарытау районы Козловка ауылынан.
- Бағышаев Зәйнулла Абдулғәлим улы (1946), ғалим-педагог, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәре. 1967 йылдан СССР Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре хеҙмәткәре; 1979 йылдан Эске ғәскәрҙәрҙең Һарытау юғары хәрби училищеһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992 йылдан — конституцион һәм административ хоҡуҡ кафедраһы начальнигы. 1997 йылдан Өфө юридик институты начальнигы урынбаҫары; 1999 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Фән, юғары һәм урта һөнәри белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Рәсәй Федерацияһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Педагогия фәндәре докторы (2004), профессор (2004). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2006).
- Фәйзуллина Резеда Мансаф ҡыҙы (1956), ғалим-педиатр, аллерголог-иммунолог. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер уҡ ваҡытта 1996 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Һаулык һаҡлау министрлығының баш балалар аллергологы. 1998 йылдан Аллерголог-иммунологтарҙың Башҡортостан ассоциацияһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010) һәм мәғариф отличнигы (2017), Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013).
- Мөнир Вафин (1961), журналист һәм шағир. «Толпар» журналының бүлек мөдире, бер үк ваҡытта «Азатлыҡ» радиоһы хәбәрсеһе. 2005 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015), Бәләбәй районының Динис Бүләков исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2011).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Таипов Шәһит Лотфулла улы (1937), нефть сәнәғәте хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1977 йылдан «Әлмәтнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары; 1988—1998 йылдарҙа «Татнефть» берекмәһе капиталь төҙөлөш идаралығының начальник урынбаҫары, производство бүлеге начальнигы. ВЛКСМ-дың 15-се (1966) һәм 16-сы (1970) съездары делегаты. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1997). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Йүкәле Шишмә ауылынан.
- Калиев Юрий Алексеевич (1957), ғалим-философ. 1983 йылдан Мари университеты (Йошкар-Ола) уҡытыусыһы, 2003 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының философия һәм социаль иҡтисад фәндәре кафедраһы мөдире. Философия фәндәре докторы (2004), профессор (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Сабыҡ ауылынан.
- Мәғәфүров Рәмил Флүр улы (1957), ғалим-акушер-гинеколог. 2003—2019 йылдарҙа Өфө ҡалаһы 8-се клиник дауаханаһының баш табибы, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (1994), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Краснокама районының почётлы гражданы (2017). Сығышы менән ошо райондың Яңы Ҡайынлыҡ ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғибәҙуллин Садиҡ Ғәли улы (1928—?), механизатор. 1951—1993 йылдарҙа Баймаҡ районы Фрунзе исемендәге колхоз тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1973), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1975). Сығышы менән ошо райондың Ишмырҙа ауылынан.
- Хәйруллин Әүзәх Сәхибгәрәй улы (1928—?), нефтсе. 1953—1984 йылдарҙа Туймазы быраулау эштәре идаралығының вышка монтажлаусыһы, вышка монтажлаусылар бригадиры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Һабанай ауылынан.
- Бобров Евгений Михайлович (1953), инженер-төҙөүсе, комсомол органдары һәм төҙөлөш тармағы хеҙмәткәре. 1979 йылдан ВЛКСМ-дың Салауат ҡала комитеты секретары, 1983 йылдан — беренсе секретары; 1985 йылдан «Башкирстройтранс» тресының Салауат авторемонт заводы директоры; 1900 йылдан «Башстройконструкция» йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары, 2001—2013 йылдарҙа — генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2003). Сығышы менән хәҙерге Приморье крайының Уссурийск ҡалаһынан.
- Бочкарёв Александр Петрович (1963—3.09.1982), Афған һуғышында һәләк булған яугир. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1983, үлгәндән һуң). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Хәйбуллин Фазыл Ишбулат улы (1963), табип-анестезиолог-реаниматолог. 1993 йылдан Бәләбәй үҙәк ҡала дауаханаһының табип-анестезиолог-реаниматологы, 2001 йылдан — анестезиология-реаниматология бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2014), Рәсәйҙең (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Иҫке Балапан ауылынан.
- Ғәбитов Данийәр Ғаяр улы (1968), агроном. 2003 йылдан Мәләүез районы «Арыҫлан» совхозы, 2013 йылдан — «Иҙел» агрофирмаһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2016). Сығышы менән ошо райондан.
- Семивеличенко Евгений Александрович (1978), инженер, йәмәғәтсе. 2015 йылдан «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры. Башҡортостан Республикаһының бишенсе (2016) һәм алтынсы саҡырылыш (2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2012—2016 йылдарҙа Өфө ҡала округы советы рәйесе, 2016 йылдан «Рәсәй машина эшләүселәр союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2018). 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2021) һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2014) менән бүләкләнеүсе, «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2022).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Михайлов Михаил Ларионович (1829—15.08.1865), Рәсәй империяһы шағиры, журналист, тәржемәсе, йәшерен революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Днепров Пётр Алексеевич (1919—23.07.1974), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танк батальоны командиры урынбаҫары, гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы (1945). Әрме хеҙмәтенә Өфө районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Мөслим районы Островка ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәли Ибраһимов (1919—26.11.1989), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы. 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР-ының (1969) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1983). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1986) ордендары кавалеры.
- Новиков Олег Валерьянович (1939—6.02.1990), архитектор. 1968 йылдан Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының өлкән архитекторы, төркөм етәксеһе, баш архитекторы, бүлек начальнигы. 1974 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1985). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1818: Шиһабетдин Мәржәни, татар мәғрифәтсеһе, фәлсәфәсе, тарихсы, дин әһеле, педагог, археолог, этнограф.
- 1934: Василий Лановой, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры. СССР-ҙың халыҡ артисы (1985), Ленин премияһы лауреаты (1980).
- 1934: Михаил Любарский (1950—28.05.2015), СССР һәм Рәсәй хирургы, лимфолог, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2014).