24 июль
көнө
(24 июля битенән йүнәлтелде)
24 июль — григориан стиле буйынса йылдың 205-се (кәбисә йылында 206-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 160 көн ҡала.
24 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
24 июль Викимилектә |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
- Ер: Үҙ-үҙең хаҡында хәстәрлек күреү көнө.
- Киләсәккә ҡараш ташлау көнө.
- Иреүсән кофе көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Кадастр инженерҙары көнө.
- Флористар көнө.
- 1929: Башҡортостан дәүләт төҙөлөш-проектлау бюроһы «Башгоспроект» (хәҙер «Башкиргражданпроект» институты) ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Андреев Владимир Петрович (1910—24.10.1955), рәссам. 1934 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1935—1937 йылдарҙа хәҙерге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры, 1949—1951 йылдарҙа «Башхудожник» ширҡәте (ижади-производство комбинаты) рәйесе. Башҡорт һынлы сәнғәтендә индустриаль пейзажға нигеҙ һалыусы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Васильев Фёдор Павлович (1935), ғалим-математик. 1963 йылдан Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1986), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005), Мәскәү дәүләт университетының почётлы профессоры (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Һыуыҡҡул ауылынан.
тулы исемлек
- Яҡупов Вәғиз Ниғмәтйән улы (1935), партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1978—1990 йылдарҙа КПСС-тың Шишмә район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының унынсы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981), райондың почётлы гражданы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Ҡарасайылға ауылынан.
- Хөснөтдинова Золя Әсләм ҡыҙы (1950), ғалим-гигиенист. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының һаулыҡ һаҡлау һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Урал ауылынан (1970-се йылдарҙа бөткән).
- Ғималетдинов Илдар Мансур улы (1955), хужалыҡ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2013 йылдан «Өфөкабель» йәмғиәтенең генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының бишенсе саҡырылыш (2007—2012) Федераль йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Оло Кәркәле ауылынан.
- Арыҫланов Ирек Наил улы (1960), хужалыҡ эшмәкәре. 2010 йылдан Ишембайҙағы «МКВитязь» предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Йәшергән ауылынан.
- Вячеслав Быков (1960), СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы, тренер. 2006—2011 йылдарҙа Рәсәйҙең хоккей буйынса йыйылма командаһы, бер үк ваҡытта 2009—2011 йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей командаһының баш тренеры. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, биш тапҡыр донъя, ике тапҡыр олимпия чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2006). IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2009) һәм «Почёт Билдәһе» (1988) ордендары кавалеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Әхмәтйәнов Ғәлимйән Ғарифйән улы (1916—2.08.1996), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ауыл хужалығы алдынғыһы. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Закирова Әләрә Нурмөхәмәт ҡыҙы (1941), хеҙмәт ветераны, ғалим-кардиолог, йәмәғәтсе. 1972 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1997 йылдан Дипломдан һуң белем биреү институтының клиник кардиология кафедраһы мөдире. Кардиологтарҙың Башҡортостан ғилми йәмғиәте президенты. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1996) һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы кардиологы (2011).
тулы исемлек
- Хиҡмәтуллина Гөлзифа Әбуғәли ҡыҙы (1941), Шаран районы «Ыҡ» колхозының ветеран-һауынсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Кинйәбулатова Шафиға Шәкүр ҡыҙы (1946), хеҙмәт ветераны. Көйөргәҙе районы Калинин исемендәге хужалыҡтың элекке зоотехнигы һәм баш зоотехнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996).
- Әхмәҙуллин Вәсим Вәхит улы (1961), ветеран-спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). Санкт-Петербург ҡалаһы кубогына халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (1996). Ветерандар араһында Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Ташлы-Шәрип ауылынан.
- Селивёрстов Алексей Николаевич (1976), спортсы, тренер. 1996—2009 йылдарҙа бобслей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы; 1998 һәм 2002 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. 2009 йылдан Нефтекама ҡалаһының «Торос» хоккей командаһының, 2013 йылдан — Салауат Юлаев хоккей клубының физик әҙерлек буйынса тренеры. Бобслей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2003). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2005). Дуҫлыҡ (2007) һәм Халыҡтар дуҫлығы (2006) ордендары кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғәлиәкбәров Ғәйниәт Ғәлимулла улы (1917), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962-1970 йылдарҙа Шишмә район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1970-1978 йылдарҙа КПСС-тың Шишмә район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 7-9-сы саҡырылыш (1967-1980) Юғары Советы депутаты. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Шишмә районының почётлы гражданы (2010). Сығышы менән хәҙерге Благовар районының Яңы Һынташ ауылынан.
- Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы (1927—05.2007), педагог, 1960-1988 йылдарҙа Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы мәктәбе уҡытыусыһы, директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957).
тулы исемлек
- Ишмаева Динара Юлдаш ҡыҙы (1957) — журналист. «Кумертауское время» гәзите хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
- Солтанбаев Радмир Иншар улы (1962), музыкант, йырсы. 1981 йылдан Әбйәлил районы Асҡар мәҙәниәт йорто аккомпаниаторы, 2001 йылдан — «Миләш» йыр һәм бейеү халыҡ ансамбле етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2013). Сығышы менән Асҡар ауылынан.
- Буранбаева Сара Абдулхай ҡыҙы (1967), театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009), Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2007).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғайсаров Илдар Сәйфулла улы (1953), нефтсе. 1975 йылдан Өфө быраулау эштәре идаралығының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы, быраулау мастеры ярҙамсыһы, быраулау мастеры. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районының Мөхәмәтдәмин ауылынан.
- Никишин Сергей Михайлович (1958), спортсы. 1980—1984 йылдарҙа конькиҙа шыуыу буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы һәм СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1978). Шорт-трек буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1992) һәм Бөтә Союз категорияһындағы судья (1990). 1000 һәм 1500 метрға йүгереүҙә СССР (1979), РСФСР (1980—1981) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1982) чемпионы, халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Языков ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Хаустов Валентин Иванович (1884—?), Рәсәй империяһының 4-се Дәүләт думаһына (1912—17) Өфө губернаһынан депутат. 1902 йылдан РСДРП ағзаһы. Сығышы менән Рязань губернаһының Коленцы ауылынан.
- Клобукова-Алисова Евгения Николаевна (1889—13.01.1962), флорист-систематик, геоботаник.
тулы исемлек
- Маннапов Мурит Ғәли улы (1949), инженер, хужалыҡ эшмәкәре. 2000—2009 йылдарҙа Баймаҡ районының «Ирәндек» совхозы һәм Баймаҡ совхоз-техникумы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Бенин Владислав Львович (1954), педагог, культуролог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1999 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының социаль-гуманитар факультеты деканы. Философия фәндәре кандидаты (1984), педагогия фәндәре докторы (1996), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән Пенза ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1770: Александр Балашов, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, 1810—1812 йылдарҙа полиция министры.
- 1775: Франсуа Эжен Видок, Франция полицияһын ойоштороусы.
тулы исемлек
- 1783: Симон Боливар, Венесуэланың милли геройы, генерал.
- 1860: Альфонс Муха, Чехия рәссамы, иллюстратор, афишалар оҫтаһы.
- 1870: Альфонс де Гимарайнс, Бразилия шағиры.
- 1895: Роберт Грейвс, Англия яҙыусыһы, шағир, тәржемәсе, тәнҡитсе.
- 1905: Василий Пронин, СССР кинорежиссёры, оператор. СССР-ҙың «Путёвка в жизнь» тигән беренсе тауышлы фильмен төшөрөүсе. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1965).
- 1950: Анатолий Рудаков, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, кинопродюсер, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (1996).
- 1985: Патрис Бержерон, Канада хоккейсыһы, донъя, ике тапҡыр олимпия чемпионы.
- 1981: Фәтҡулла Комиссаров, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт журналисы.