Закирова Әләрә Нурмөхәмәт ҡыҙы

кардиолог-ғалим

Закирова Әләрә Нурмөхәмәт ҡыҙы (24 июль 1941 йыл) — кардиолог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001) һәм атҡаҙанған табибы (1996), Рәсәй Федерацияһының почётлы кардиологы (2011).

Закирова Әләрә Нурмөхәмәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 июль 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим, кардиолог
Уҡыу йорто БДМУ

Биографияһы үҙгәртергә

Әләрә Нурмөхәмәт ҡыҙы Закирова 1941 йылдың 24 июлендә БАССР‑ҙың Бүздәк районы Бүздәк станцияһы ҡасабаһында тыуған. 1965 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай һәм 1966 йылға тиклем Өфөнөң 1‑се поликлиникаһында, 1968 йылдан алып Республика клиник дауаханаһында эшләй. 1972 йылдан башлап Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡыта, 1997 йылдан — өҫтәмә профессиональ белем биреү институтының клиник кардиология кафедраһы мөдире.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге гипертония ауырыуы, йөрәктең ишемия ауырыуы, хроник йөрәк хәлһеҙлеге патогенезын, уны диагностикалау һәм дауалауҙы; йөрәк ауырыуҙарын дауалағанда антиоксиданттар,‑блокаторҙар, диуретиктар һәм башҡа сараларҙың һөҙөмтәлелеген өйрәнеүгә арналған. Закирова Әләрә Нурмөхәмәт ҡыҙы ҡатнашлығында стенокардияны церулоплазмин файҙаланып дауалау ысулы эшләнә һәм республика дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында ҡулланыуға индерелә. 600-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Башҡортостан кардиологтар ғилми йәмғиәте президенты (2000 йылдан алып). «Пурпур йөрәк» милли премия лауреаты (Мәскәү, 2010).

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Современные подходы к диагностике и лечению инфекционного эндокардита: руководство для врачей. Өфө, 2008 (авторҙаш);
  • Диагностика и лечение острого инфаркта миокарда с элевацией сегмента ST. Өфө, 2009 (авторҙаш);
  • Тромбоэмболия легочной артерии: диагностика, лечение и профилактика. Өфө, 2009 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1996)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы кардиологы (2011)

Һылтанмалар үҙгәртергә