Оло Кәркәле (рус. Большие Каркалы) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 488 кеше[4]. Почта индексы — 452094, ОКАТО коды — 80244815001.

Оло Кәркәле
Оло Кәркәле
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Оло Кәркәле ауыл советы[1]
Административ-территориаль берәмек Оло Кәркәле ауыл советы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 488 кеше (2010)[2],
577 кеше (2002)[3],
556 кеше (2009)[3]
Почта индексы 452094
Карта

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 488 237 251 48,6 51,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Оло Кәркәле ауылы кешеләре Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенең Ҫарайлы-Мең улусы Иман ауылы аҫаба башҡорттарынан барлыҡҡа килгән керҙәштәр була. Уларҙы 1747 йылдың 17 февралендәге 31-се килешеү буйынса Илекәй-Ҡырҡ-Өйлө-Мең улустары аҫабалары ебәргән. 1856 йылда Кәркәле ауылы кешеләре, уларҙың ҡарт олаталары Иман ауылынан күсеп килгән, тип раҫлаған. Бына уларҙың исемдәре: Ибраһим Һөйөндөков, Туйгилде Биккинин, Шәрәфетдин Хәбибуллин, Әбделкәрим Ғәбиҙуллин, Насретдин Хәйбуллин, Ғүмәр Бикҡолов Р, Төхвәтулла Рамазанов, Сафиулла Фәйзуллин, Ғәли Аҙанғолов. Уларҙы Кәркәлетамаҡ ауылы халҡы Йәғәфәр Мөрсәлимов, Ғәбделмәлик Ғәбделвәхитов , Ғәбделвәхит Ғәбдрәхимов (1812 йылғы һуғышта ҡатнашыусы), Хоҙайбирҙе Ғәбделнасиров, Әхтәм Әбделсәләмов, Фәтҡулла Фәйзуллин, Ғәбделвәли Ғәбдрәшитов та хупланы.

Асыҡланыуынса, Минзәлә өйәҙенең Минзәлә йылғаһы буйында ултырған һарайлы-мең башҡорттары ҡасандыр Дим йылғаһы буйындағы аҫабалар булған. Был хаҡта уларҙың Бәләбәй өйәҙ суды тарафынан тәғәйенләнгән өйәҙҙәге ышаныслы кеше Әбделвәхит Рәхмәтуллин шаһитлыҡ ҡыла. Бына нимә тураһында һөйләгәндәр, ғәҙеллектең асылы түбәндәгесә яңғырай: "Ата-бабаларыбыҙ йәшәгән урынды һәм уларҙың Минзәләгә күскәнгә тиклемге ышанысын ҡарап, Рәхмәтуллин тарафынан күрһәтелгән торлаҡ урыны Көрмәнкәй һәм Шәрип ауылдары араһының уң яғында табыла, унда барыһы ла зыяраттан алыҫ түгел, тип раҫлана.

1770 йылда сотник Буҙан Исмәҡов иптәштәре менән Күл-Иле-Мең волосынан 40 башҡорт ғаиләһен ауылға индерә.Улар Һарайлы-Мең улусының Айыт, Дүҫән, Баязит һәм Кәркәле (Абушахман Балтасев, Әбделкәрим Сәйетов, Әбделғәзиз Йөҙөкәев, Әбделкәрим Аҙнашев) ауылдарынан «Садаковтан Өйәҙе тамағына тиклем» ергә урынлаша. Уларҙың күбеһе һуңынан Кәркәле ауылына төпләнә.

Ауыл халҡы яңы күскенселәрҙе ҡабул итеү иҫәбенә тулылана. Айтуған һәм Кәреш ауылдары бөтөрөлгәндән һуң, ундағы халыҡтың бер өлөшөн Кәркәле ауылы башҡорттары ҡабул иткән. Бынан тыш, 1845 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙенән 6 башҡорт килә. 1795 йылда 30 йортта 217 башҡорт йәшәгән, 1816 йылда — 322, 1834 йылда — 487, 1850 йылда — 784, 1870 йылда — 762, 1917 йылда — 1596, 1920 йылда — 1515 башҡорт, шулай уҡ 4 сыуаш, 7 мишәр иҫәптә торған. Пугачев ваҡиғаларына бәйле, Кәркәле ауылы кешеһенең исеме билдәле. Ул-Ҡараҡай Айкин, Пугачевтың поход яҫауылына һәм йөҙбашына 17 һум тоҙҙан йыйған аҡсаһын тапшыра.

1843 й. 487 башҡортҡа 592 бот ужым һәм 1928 бот яҙғы иген сәселә, шулай уҡ 8 бот картуф ултыртыла. 1917 йылда 275 йорттоң 1205 дисәтинә сәсеүлеге була. Шуларҙың 142-һендә — 4 дисәтинәгә тиклем, 65-ендә — 10 дисәтинәгә тиклем, 23-өндә — 15 дисәтинәгә тиклем, 10-һында 15 дисәтинәнән ашыу сәсеүлек булған. 35 хужалыҡ сәсеүһеҙ тип иҫәпләнгән. Бөтәһе лә 368 баш мал- тыуар тотҡан.

XX быуат башынан уны Оло Кәркәле тип йөрөтәләр, 1925 йылдан һуң, Кәркәлетамаҡ Кесе Кәркәлегә әүерелә. Ике ауыл халҡы ла тығыҙ генетик бәйләнештә. Кәркәлетамаҡ ауылы беренсе тапҡыр 1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәрендә күренә. Ул ваҡытта ауылда 13 йортта 99 керҙәш башҡорт йәшәгән булған.[5]

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. http://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw
  3. 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.436
  6. Х.Х.Мусин,Р.М.Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й.