Бенин Владислав Львович
Бенин Владислав Львович (24 июль 1954 йыл) — педагог, культуролог. Философия фәндәре кандидаты (1984), педагогия фәндәре докторы (1996), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006).
Бенин Владислав Львович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 24 июль 1954 (70 йәш) |
Тыуған урыны | Пенза, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | культуролог, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәВладислав Львович Бенин 1954 йылдың 24 июлендә Пенза ҡалаһында актерҙар ғаиләһендә тыуған. Уның әсәһе Римма Ивановна Байкова — СССР Дәүләт премияһы лауреаты, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, атаһы — Бенин Лев Аронович — Башҡортостандың халыҡ артисы. Владислав Бениндың бала сағы ысын мәғәнәһендә сәхнә шаршауҙары араһында үтә. Өфө 1-се һанлы урта мәктәбендә уҡый, бөтә актерҙар балалары кеүек, театраль сезонына ярашлы йәшәй. Үҫмер йылдары театр менән бәйле була, ул монтировщик та, яҡтыртыусы ла булып эшләй, хатта телевидение режиссеры пульты алдында булып өлгөрә. Шул ваҡыттан — шиғриәткә һәм драматургияға һөйөүе[1].
1971—1976 йылдарҙа йылда Башҡорт дәүләт университетында уҡый һәм унисверситет КВН-да уйнай, һуңғараҡ ул Өфөлә беренсе ҡала юморинаһын ойоштороусыларының береһе була. Уҡып бөткәндән һуң бер йыл Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында эшләй. 1977 йылдан башлап Башҡорт дәүләт педагогия университетында: 1990 йылдан — культурология һәм социаль-иҡтисади кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта — 1999 йылдан — социаль-гуманитар факультеты деканы.
1979 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының философия факультеты аспирантураһына инә (очно). 1984 йылда ғилми етәксеһеҙ (кафедра уның эшен яҡлауға үҙаллы башҡарылған булараҡ сығара), МДУ-ның диссертацион советында «Социальное творчество в историческом процессе» темаһы буйынса философия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 1988 йылда В. Л. Бенин доцент ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була.
1990 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙер университет) Урал һәм Волга буйы юғары йорттары араһында тәүге булып донъя мәҙәниәте тарихы һәм теорияһы кафедраһы (бөгөн культурология кафедраһы) асыла һәм уның мөдире итеп В. Л. Бенин тәғәйенләнә[1]. 1996 йылда В. Л. Бенин «Теоретико-методологические основы формирования и развития педагогической культуры» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай, шул уҡ йылда уға профессор дәрәжәһендә раҫлана.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәВ. Л. Бенин «Философия», «Этика», «Диндәр тарихы», «Культурология», «Донъя нәфис мәҙәниәте», «Культура теорияһы», «Культура социологияһы» дисциплиналары буйынса авторлыҡ лекциялар курсы, «Педагогик культурологияһы» махсус курсы алып бара. Уның етәкселегендә педагогика, философия һәм культурология буйынса 1 докторлыҡ һәм 10 кандидатлыҡ диссертация уңышлы яҡланды[1]. Бөгөнгө көндә уның идеялары Башҡортостан Респуликаһы Мәғариф министрлығы эшмәкәрлегендә урын алды: «Башҡортостан Республикаһы мәғарифының 1999—2003 йылдарға үҫеш программаһы», «Башҡортостан Республикаһы мәғарифының 2004—2008 йылдарға үҫеш программалары» һәм башҡа мөһим программалар әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Бөтә өлкәләрҙә лә — ғилми-тикшеренеү, педагогик, йәмғиәт, спорт (оҙайлы йылдар дауамында һыу спорты менән шөғөлләнә) — В. Л. Бенин ғәҙәттән тыш ҙур ойоштороу һәләттәрен күрһәтә[1].
Фәнни хеҙмәттәре философия, мәҙәниәт теорияһы һәм тарихы, юғары белем биреү педагогикаһы мәсьәләләренә арналған. 320-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Төп ғилми хеҙмәттәре:
- Педагогическая культура: её содержание и специфика. Уфа, 1994;
- Педагогическая культура: философско-социологический анализ. Уфа, 1997;
- Культура. Образование. Толерантность. Уфа, 2011.
Һуңғы 5 йылда ғилми баҫмаларҙағы төп публикациялары исемлеге[2]:
- Бенин, В. Л. Педагогическая культурология: состояние, проблемы, перспективы / В. Л. Бенин // Педагогический журнал Башкортостана. 2011. № 1 (32). 74-83 б.
- Бенин, В. Л. Педагогическая культурология или культурологический взгляд на педагогику / В. Л. Бенин // Инновационные проекты и программы в образовании. 2011.
- Бенин, В. Л. Образование кафе фактор национальной безопасности / В. Л. Бенин // Социум и власть. 2011. № 1. 11-15 б.
- Бенин, В. Л. Культурологическая компетентность в подготовке специалиста педагогического вуза / В. Л. Бенин, Е. Д. Жукова, Д. С. Василина // Известия Волгоградского государственного педагогического университета. 2013. № 7 (82). 27-30 б.
- Бенин, В. Л. Место образования в модернизационных процессах / В. Л. Бенин // Социология образования. 2013. № 7. 58-66 б.
- Бенин, В. Л. Социально-философские проблемы высшего профессионального образования в условиях кризиса культуры / В. Л. Бенин, О. В. Фролов // Образование и наука. 2014. № 1 (110). С. 44-53.
- Бенин, В. Л. Социально-философские проблемы высшего профессионального образования в условиях кризиса культуры / В. Л. Бенин, О. В. Фролов // Образование и наука. 2014. № 2 (111). 47-58 б.
- Бенин, В. Л. Культурно-исторический код российского образования (к вопросу реализации принципов Болонской декларации) / В. Л. Бенин, А. Ю. Плешакова // Интеллект. Инновации. Инвестиции. 2014. № 3. 64- 70 б.
- Бенин, В. Л. Культурологический подход как сущность методологии гуманистической педагогики / В. Л. Бенин // Человек в мире культуры. 2015. Т. 3. 85-94 б.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2000)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006)
- «БДПУ-ның иң яҡшы профессоры» (2004).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 О. Бенине В. Л.
- ↑ СВЕДЕНИЯ ОБ ОФИЦИАЛЬНОМ ОППОНЕНТЕ БЕНИН ВЛАДИСЛАВ ЛЬВОВИЧ 2019 йыл 13 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бенин Владислав Львович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.