Клобукова-Алисова Евгения Николаевна
Клобукова-Алисова Евгения Николаевна (24 июль 1889 йыл — 13 ғинуар 1962 йыл) — флорист-систематик, геоботаник.
Клобукова-Алисова Евгения Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы РСФСР СССР |
Тыуған көнө | 24 июль 1889 |
Тыуған урыны | Варзи-Ятчи[d], Алабуға өйәҙе, Вятка губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 13 ғинуар 1962[2][3][4][…] (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР[5] |
Һөнәр төрө | ботаник |
Эшмәкәрлек төрө | ботаника |
Уҡыу йорто | Высшие женские курсы[d] |
Ғилми етәксе | Владимир Леонтьевич Комаров[d] |
Кемдә уҡыған | Владимир Леонтьевич Комаров[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәЕвгения Николаевна Клобукова-Алисова 1889 йылдың 24 июлендә Рәсәй империяһының Вятка губернаһы Варзняк ауылында тыуған.
Тәбиғәт ғилеме Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсында (1907) һәм Бестужев Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсында (1912—1915) В. Л. Комаровта уҡый.
Бестужев курстарында эшләй башлай, артабан Санкт-Петербургтың Ботаник баҡсаһы гербарийында яҡут флораһы йыйылмаһын төҙөү менән шөғөлләнә.
1917 йылда Алыҫ Көнсығышҡа Никольск-Уссурийский ҡалаһына китә. Бындағы Рус география йәмғиәтенең Көньяҡ-Уссурийский бүлеген ойоштора һәм Алыҫ Көнсығыш флораһын өйрәнеүсе ботаника кабинеты (хәҙерге В. Л. Комаров исемендәге Фәндәр академияһының Горнотаежный станцияһы) ботаник кабинеты менән етәкселек итә. Һуңғараҡ ул Рәсәй Геогрфия йәмғиәтенең Көньяҡ-Уссурийский бүлеге янында барлыҡҡа килгән фәнни учреждение директоры урынбаҫары булып эшләй, шул иҫәптән Супутинка йылғаһы башындағы ҡурсаулыҡта, Мичурин емеш станцияһындаь, Шелководный станцияһындағы йәшелләндереү бүлегендә, китапханала, (100 000 биттән торған) гербарийҙа һәм башҡа урындарҙа эшләй.
1934 йылда сирләү сәбәпле Приморьены ташлап,Өфөгә күсеп килергә мәжбүр була. Бында ул Башҡортостан тупраҡ-ботаника бюроһында һәм Өфө ботаника баҡсаһында, Башҡортостан флораһы (4500 гербарий биттән торған) гербарийын йыйыу менән шөғөлләнә.
Фәнгә индергән өлөшө
үҙгәртергәКөньяҡ-Уссурийский крайының флористик һәм геоботаник тикшеренеүҙәрен үткәрә, күп һанлы ботаника экспедицияларында ҡатнаша: 1918—1930 йылдарҙа — Никольск -Уссурийский тирәһе буйынса, 1918—1934 йылдарҙа— Комаровка йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары буйынса, 1918—1931 йылдарҙа— Суйфун йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары, 1921 йылда — Сучанский руднигы һәм Сучан йылғаһы буйына, 1924 йылда —Ханка күле һәм Мо , Хантахеза, Лефу йылғаһына, 1927 йылда — Посьет посы районына экспедицияларға сыға. 1918-1930 йылдарҙа ул Владивосток тирәһенә, 1918 йылда станция Свиягино һәм Ипполитовка станцияларына, 1919 йылда Рус утрауына ботаник экспедицияларҙа ҡатнаша[6].
Был экспедициялар нигеҙендә В. Л. Комаров менән бергәләшеп ике томлыҡ «Определитель растений Дальневосточного края» китабын (1931—1932 йылдарҙа) баҫтырып сығара).
Өфө ботаника баҡсаһының башҡа хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Башҡортостан флораһының йыйылмаһын төҙөй.
Төп хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Медоносы Уссурийского края по наблюдениям 1919 г., вып. 1. — Изд. Южно-Уссурийск. отд. Русск. геогр. об-ва, 1919.
- Обычные представители весенней флоры окрестностей г. Никольска-Уссурийского. — Изд. Южно-Уссурийск. отд. Русск. геогр. об-ва, 1919. — 98 с.
- Ботанические исследования в Приморье // Приморье, его природа и хозяйство : Сб. — Владивосток, 1923. — С. 117—122.
- Euryale ferox Salisb. Из отчёта Южно-Ханкайской ботанической экспедиции 1924 года // Изв. Южно-Уссурийск. отд. Русск. геогр. об-ва. — 1924. — В. 7.
- Южно-Ханкайская ботаническая экспедиция 1924 года // Изв. Южно-Уссурийск. отд. Русск. геогр. об-ва. — 1925. — В. 11. — С. 195—206.
- Малый определитель растений Дальневосточного края. — Владивосток, 1925. — 516 с. [В. менән бергә Лена Т]
- Определитель растений Дальневосточного края. — Л.: Изд. АН СССР, 1931. — Т. I. — 622 с. [В. менән бергә Лена Т]
- Определитель растений Дальневосточного края. — Л.: Изд. АН СССР, 1932. — Т. II. — 553 с. [В. менән бергә Лена Т]
Хәтер
үҙгәртергәЕ. Н. Алисова-Клобукова иҫтәлегенә бер нисә үҫемлек төрөнә уның исеме бирелә: Alnus alisovianaAlnus alisoviana Mandl — Ольха АлисовойMandlAlnus alisoviana Mandl — Ольха АлисовойОльха Алисовой, Viola alisovianaViola alisoviana Kiss — Фиалка АлисовойKissViola alisoviana Kiss — Фиалка АлисовойФиалка Алисовой, Lycopus alissoviaeLycopus alissoviae Prob. — Зюзник АлисовойProb.Lycopus alissoviae Prob. — Зюзник АлисовойЗюзник Алисовой.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (unspecified title) — doi:10.5281/zenodo.10080503
- ↑ International Plant Names Index (ингл.) — 1999.
- ↑ Eugenija Nikolaevna Alissova-Klobukova // (unspecified title)
- ↑ Eugeniia Nikolaevna Alissova-Klobukova // Harvard University Herbaria & Libraries Index of Botanists (ингл.) — Harvard University Herbaria and Libraries.
- ↑ https://www.cnb.dvo.ru/prosvetitelskij-proekt-lyudi-nauki-i-biblioteka/evgeniya-klobukova-alisova-i-ee-vklad-v-botaniku/
- ↑ Коллекции, собранные Алисовой в ботанических экспедициях, хранятся в гербарии Горнотаёжной станции, в Ботаническом институте и Гербарии им. П. Н. Крылова в Томском университете.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кабанов Н. Е. Библиографическая сводка материалов по растительному и почвенному покрову Дальневосточного края за последнее десятилетие (1923—1933) // Тр. Дальневосточн. филиала АН СССР. — Л.-М., 1935. — Т. I. — С. 441, 481—482.
- Алисова-Клобукова, Евгения Николаевна // Русские ботаники. Биографо-библиографический словарь / Сост. С. Ю. Липшиц; отв. ред. акад. В. Н. Сукачёв; Моск. об-во испытателей природы и Ботанич. ин-т им. акад. В. Л. Комарова АН СССР. — М.: Изд-во Моск. об-ва испытателей природы, 1947. — Т. I. А — Б. — С. 44—45.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Клобукова-Алисова Евгения Николаевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2019)