23 апрель
көнө
(23 апреля битенән йүнәлтелде)
23 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 113-сө (кәбисә йылында 114-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 252 көн ҡала.
23 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
23 апрель Викимилектә |
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- : БМО-ла испан теле көнө.
- : Бөтә донъя китаптар һәм автор хоҡуғын һаҡлау көнө.
- Инглиз теле көнө.
- Төркиә: Балалар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Рәсәй Хөкөм башҡарыу системаһының матбуғат хеҙмәте көнө.
- Велосипедсылар көнө.
- Украина: Психологтар көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Майоров Анатолий Петрович (1940), ғалим-тел белгесе. 1962—1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1973 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының сит телдәр кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү (2005) хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Башҡорт Самаҙыһы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Алтыншин Ғаяз Сәғит улы (1966—20.08.2008), театр һәм кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1989—2006 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, бер үк ваҡытта хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).
- Баймиев Алексей Хәниф улы (1971), ғалим-молекуляр биолог. 1993 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты ғилми хеҙмәткәре, 2003 йылдан — өлкән, 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 2006 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, 2008 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2007).
тулы исемлек
- Шәймөхәмәтова Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы (1971), мәҙәниәт хеҙмәткәре, уҡытыусы, журналист, яҙыусы. 2010 йылдан «Балтач таңнары» район гәзите хәбәрсеһе, 2017 йылдан — район мәҙәниәт һарайы директоры. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм 2011 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ибраһимов Ғәбдрәшит Ғүмәр улы (1857—31.08.1944), ҡаҙый, публицист һәм дин таратыусы. Панисламизм идеяларын яҡлаусы.
- Ильин Сергей Андреевич (1867—13.07.1914), Рәсәй империяһы журналисы, шағир, дирижер, музыкант һәм йәмәғәтсе. «Пермские губернские ведомости» гәзите хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Йосопов Сәйфулла Ғәйфулла улы (1912—7.08.1943), совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында дошман амбуразураһын күкрәге менән ҡаплап, батырҙарса һәләк булған яугир. Айырым диңгеҙ пехотаһы разведка батальонының отделение командиры.
- Хәбибуллин Мөбәрәкша Сафиулла улы (1917—9.11.1997), нефтсе. 1937 йылдан «Башнефть» берекмәһе хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1945 йылдан «Ишимбайнефть» нефть промыслаһы идаралығының скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау мастеры, 1951 йылдан — оператор, 1960—1977 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы, 1978 йылдан — Бәләбәй быраулау эштәре идаралығы операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Ильясова Роза Хәмит ҡыҙы 1947), ғалим, педагог. 2008 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (1982), профессор (2013).
- Карамов Шамил Карам улы (1947), транспорт тармағы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1980—1987 һәм 1992—2002 йылдарҙа «Башавтотранс» берекмәһенең Дүртөйлө автотранспорт предприятиеһы, 2002—2006 йылдарҙа Өфө йөк автотранспорты предприятиеһы директоры; 1987—2002 йылдарҙа Дүртөйлө район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары. РСФСР-ҙың почётлы транспорт хеҙмәткәре (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Тәкәрлек ауылынан.
- Күзбәков Ришат Сөләймән улы (1957), ғалим-табип-невролог. 1981 йылдан Мәләүез район үҙәк дауаханаһы табибы, 1988 йылдан — неврология бүлеге мөдире, 2003—2010 йылдарҙа — баш табип; 2017 йылдан Өфөләге Неврология һәм ортопедия клиникаһы (Реабилитация үҙәге) неврологы. Медицина фәндәре кандидаты (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2004) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007).
- Сорокин Егор Валерьевич (1977), спортсы, муниципаль хеҙмәткәр. Өфө ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитет начальнигы. Спорт ориентирлашыуы буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара спорт мастеры һәм чемпионы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Садиҡов Асрар Динмөхәмәт улы (1928—15.03.2000), ауыл хужалығы һәм сауҙа өлкәһе хеҙмәткәре. 1949 йылдан Әбйәлил МТС-ы иҫәпсеһе; 1951—1988 йылдарҙа Әбйәлил районы Байым сельпоһының келәт мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1974). Сығышы менән шул ауылдан.
- Благодарская Людмила Петровна (1953—4.12.2012), педагог. 1983 йылдан Салауат ҡалаһының «Восход» балалар клубының педагог-ойоштороусыһы, 1993 йылдан торлаҡ-эксплуатация идаралығы ҡарамағындағы балалар менән эшләү бүлеге мөдире, 1999—2010 йылдарҙа «Юность» балалар-үҫмерҙәр үҙәге директоры. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2009), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006). Сығышы менән ошо ҡаланан.
тулы исемлек
- Ғилметдинова Лира Тәлғәт ҡыҙы (1953), ғалим-терапевт-кардиолог. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2000 йылдан — медицина реабилитацияһы һәм курортология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2001 йылдан — Һаулыҡты ҡайтарыу медицина һәм курортология ғилми-тикшеренеү институты директоры. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2013).
- Ястребов Анатолий Александрович (1953), музыкант. 1970—2004 йылдарҙа Салауат ҡалаһының «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайы оркестрының аккомпаниаторы һәм етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Йәшел Үҙән ҡалаһынан.
- Шәрәфетдинов Рәйес Әнғәм улы (1958), йырсы. Башҡортостан Республикаһының Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021).
- Әлибәков Айҙар Таштимер улы (1958), агроном, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1993 йылдан Бөрйән район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2018). Сығышы менән ошо райондың Мораҙым ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мальцева Александра Васильевна (1924—28.01.1975), механизатор. Әбйәлил районы «Урал» совхозының элекке тракторсыһы. Ленин ордены кавалеры (1957).
- Бусаров Георгий Витальевич (1994), хоккейсы, үҙәк һөжүмсе. 2017—2019 йылдарҙа Өфөнөң Салауат Юлаев хоккей командаһы уйынсыһы.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1775: Уильям Тёрнер, Британия рәссамы, романтик пейзаж оҫтаһы.
- 1830: Владимир Жемчужников, Рәсәй империяһы шағиры, Козьма Прутков образын ижад итеүселәрҙең береһе.
тулы исемлек
- 1835: Николай Помяловский, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1850: Георгий Судейкин, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, илдә сәйәси эҙәрлекләүҙәрҙе ойоштороусыларҙың береһе, жандарм органдары подполковнигы.
- 1880: Михаил Фокин, Рәсәй империяһы һәм АҠШ бейеүсеһе, хореограф, хәҙерге заман балетына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1891: Сергей Прокофьев, СССР композиторы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1947). Ленин (1957) һәм алты тапҡыр СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты.
- 1905: Юрий Бажанов, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, артиллерия маршалы (1965).
- 1905: Фёдор Вершинин, СССР-ҙың һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән офицер, Советтар Союзы Геройы.
- 1910: Симона Симон, Франция актрисаһы.
- 1910: Исидор Барух, Икенсе донъя һуғышы партизаны, Югославияның халыҡ геройы.
- 1920: Григорий Тютюнник, СССР һәм Украина ССР-ы шағиры, яҙыусы-прозаик.
- 1925: Аида Манасарова, СССР кинорежиссёры, сценарист һәм композитор.
- 1925: Вадим Людвиковский, СССР-ҙың джаз дирижёры, композитор һәм пианист.
- 1940: Булат Минжилкиев (1940), СССР һәм Ҡырғыҙстандың опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1955: Урмас Отт, СССР һәм Эстония тележурналисы.
- 1955: Джуди Дэвис, Австралия һәм АҠШ актрисаһы.
- 1975: Йоун Тоур Биргиссон, Исландияның «Sigur Rós» рок төркөмө вокалсыһы, гитарист.
- 1990: Дев Патель, Британияның сығышы менән Һиндостандан булған кино актёры, төрлө ижади премиялар лауреаты.
- 1616: Уильям Шекспир, Британия драматургы, шағир.
- 1616: Мигель де Сервантес, Испания яҙыусыһы.
тулы исемлек
- 1992: Сатьяджит Рай, Һиндостан кинорежиссёры, сценарист һәм балалар яҙыусыһы.