Ильясова Роза Хәмит ҡыҙы

Ильясова Роза Хәмит ҡыҙы (23 апрель 1947 йыл) — башҡорт ғалимы, сәнғәт фәндәре кандидаты (1982), профессор (2013).

Роза Хәмит ҡыҙы Ильясова
Роза Ильясова
Роза Ильясова 2016-нче елда
Роза Ильясова 2016-нче елда
Тыуған көнө

23 апрель 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (77 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Белорет ҡалаһы,

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР, Рәсәй флагы

Ғилми даирәһе

Сәнғәт

Эшләгән урыны

УГУЭС

Альма-матер

Мәскәү дәүләт театр сәнғәте институты

Ғилми дәрәжәһе

Сәнғәт фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

профессор

Ғилми етәксеһе

Марков Павел Александрович

Биографияһы

үҙгәртергә

Роза Хәмит ҡыҙы Ильясова 1947 йылдың 23 апрелендә Башҡорт АССР-ның Белорет ҡалаһында тыуа. Атаһы — Ильясов Хамит Хайрнас улы — Салауат районы Юлай ауылынан; әсәһе — Ильясова (Файзуллина) Сәкинә Валей ҡыҙы — Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан.

1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Һөнәре: драма театры артисы (Илшат Йомағолов курсы).

1974 йылда А. В. Луначарский исемендәге (РАТИ) Мәскәү дәүләт театр сәнғәте институтын тамамлай. Уҡытыу эшмәкәрлеген башлағансы, Ильясова Роза Хамитовна Омск йәш тамашасы театрында, М. Ғафури исемендәге Башҡорт драмтеатрында, БАССР Мәҙәниәт министрлығында, Бәтә Рәсәй театр берекмәһенең Башҡортостан бүлексәһендә эшләй.

1981 йылдан Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институтының Тамбов филиалында «Режиссура һәм актёр оҫталығы» кафедраһында өлкән уҡытыусы.

1982 йылда аспирантураның көндөҙғө бүлеген тамамлап, ГИТИС-дә (РАТИ) кандидат диссертацияһын яҡлай. 1987 йылдан доцент вазифаһында.

1996—2002 йылдарҙа Г. Р. Державин исемендәге Тамбов Дәүләт университетының мәҙәниәт һәм сәнғәт факультеты деканы.

2004 йылда «Көнсығыш иҡтисад, ижтимағи фәндәр, идара итеү һәм хоҡуҡ» институтына доцент вазифаһында эшкә алына.

2008 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының «Милли мәҙәниәт» кафедраһында эшләй.

2014 йылда һөнәр оҫталығын күтәреү маҡсатында УГУЭС ойошторған курстар тамамлап, сертификат ала. 2013—2014 уҡыу йылында кафедра ултырышында тәҡдим ителеп, профессор вазифаһына раҫлана. (пр. номер 8 от 10.04.13). Ғилми һәм уҡытыу-методик пособиелар, 50-нән ашыу эштәре баҫылып сыҡҡан. Ғилми эшмәкәрлеге өлкәһендә уңыштары өсөн РФ Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.

Ваҡытлы матбуғат баҫмаларында «Ағиҙел», Ватандаш, «Башҡортостан ҡыҙы», «Рампа», «Сәхнә тормошо», «Сәхнә» (Мәскәү) һәм Башҡортостан Республикаһының, Тамбов өлкәһенең бар гәзиттәрендә мәҡәләләре баҫылып тора; сәнғәттең үткәне һәм киләсәге тураһындағы көнүҙәк һорауҙар яҡтыртыла. Башҡорт драма театрының 95 йыллыҡ юбилейына арналған «Тарих менән хәҙерге осорҙоң тамаша һәм тамашасыларға бәйләнеше» исемле өс томлыҡ йыйынтыҡта мәҡәләһе баҫылып сыға.

Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының «Милләттәр мәҙәниәте» кафедраһында профессор (2006). Өфө ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙы Гөлназ ВГИК тамамлай, Канадала йәшәй, телевидениела — журналист.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • История искусств. Раздел «Хореография». 2011 г. Издательство УГАЭС.
  • Монография. Посвящается деятельности коллектива Башкирского драматического театра имени М.Гафури. 2007-се йыл —"Рәсәйҙә ХVIII—ХХ быуаттарында «көләмәстәр яратыусы» Театры" монографияһына «2006 йылғы ғилми китап өсөн ярышта лауреат дипломы».
  • Электронный вариант учебника по дисциплине «История искусств». (2014—2015 гг.)
  • Профессиональное искусство Башкортостана: традиции героико-романтических постановок в контексте современности. (монография, 2014 г., декабрь)[1].
  • Рабочие программы по дисциплинам: «История искусств» для студентов по специальности *"Дизайн", «Основы Искусствознания» и «История и методология теории социально-культурной деятельности» для магистрантов, разработаны для них тесты.
  • Статья (РИНЦ, 2015 г.) «Миграционные процессы в Республике Башкортостан на рубеже ХХ—ХХI веков», сертификат об участии В Международной научно-практической конференции «Современное общество, образование и наука»(Тамбов, 31 марта, 2015 г.);
  • Статьи «Трудовые миграции в Российской Федерации», «Эпоха глобализации и многообразие театральных форм и направлений в России». (Международная научно-практическая конференция, 2015 г.);
  • Статья «Региональная политика по социокультурной адаптации трудовых мигрантов Поволжья (на материалах Самарской области)»;
  • Статья "Малые формы театра в России на рубеже ХХ—ХХI веков в научном сборнике I Международной научно-практической конференции «Театр. Время. Герой».

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Ильясова Р. Х» Традиции героико—романтических постановок в контексте современности.—Уфа. Уфимский государственный университет экономики и сервиса, 2014 г.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

«КТО ЕСТЬ КТО» В УГУЭС: Ильясова Роза Хамитовна. Уфимский государственный университет экономики и сервиса. Официальный сайт 2016 йыл 7 март архивланған.