Шәймөхәмәтова Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы

мәҙәниәт хеҙмәткәре, уҡытыусы, журналист, яҙыусы

Шәймөхәмәтова Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы (ижади псевдонимы Гөл МирһаҙыйГуль МирхадиГөл Мирһади; 23 апрель 1971 йыл) — мәҙәниәт хеҙмәткәре, уҡытыусы, журналист, яҙыусы. 2010 йылдан «Балтач таңнары» район гәзите хәбәрсеһе, 2017 йылдан — район мәҙәниәт һарайы директоры. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар һәм 2011 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Шәймөхәмәтова Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 апрель 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (53 йәш)
Тыуған урыны Түбәнге Ҡарыш, Түбәнге Ҡарыш ауыл Советы, Балтаc районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы, уҡытыусы, журналист
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Әүҙемлек урыны Юғары Ҡарыш
Ойошма ағзаһы Рәсәй Журналистар союзы[d], Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы

Биографияһы

үҙгәртергә

Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы Шәймөхәмәтова 1971 йылдың 23 апрелендә Башҡорт АССР-ының Балтас районы Түбәнге Ҡарыш ауылында тыуған.

1988 йылда күрше Үрге Ҡарыш ауылындағы урта мәктәпте көмөш миҙал менән тамамлай[1] һәм шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына[2] уҡырға инә.

Юғары һөнәри белем алғандан һуң ун йыл дауамында Үрге Ҡарыш урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй[1] һәм артабан да мәғриф өлкәһендә эшмәкәрлеген дауам итә. «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

2010 йылдан 2010 йылдан «Балтач таңнары» район гәзите хәбәрсеһе. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы.

2017 йылдан — район мәҙәниәт һарайы директоры[3][4].

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Гөлнара Шәймөхәмәтова, шағир һәм яҙыусы булараҡ, әҙәби ижад менән әүҙем шөғөлләнә, әҫәрҙәрен «Гөл Мирһади» псевдонимы менән дә уҡыусыға еткерә. Уның шиғри һәм сәсмә ижад өлгөләре Башҡортостан Республикаһының башҡортса сыҡҡан «Ағиҙел» һәм татар телендәге «Тулпар» журналдарында, татар телендәге республика гәзиттәре «Кызыл таң» һәм «Өмет»тә, Асҡын районы үҙәге Асҡын ауылында башҡорт телендә сығып килгән «Йәнтөйәк» район-ара ижтимағи-сәйәси гәзитендә, «Балтач таңнары» район гәзитендә, шулай уҡ Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһында нәшер ителгән «Мәйдан» журналында баҫылған. Һуңғыһында 2016 йылда яҙыусының «Килмешәк» повесы, «Бумеранг» һәм «Олы кыз» хикәйәләре урынлаштырыла[5]. «Килмешәк» повесы беренсегә 2006 йылда уҡ «Тулпар» журналында донъя күрә, 2010 йылда был баҫма «Чүплек» повесын нәшер итә[6].

Ҡәләм оҫтаһының күп кенә шиғырҙарына композиторҙар йыр ижад иткән.

Әҙип 2011 йылдың 18 мартында Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағза итеп ҡабул ителә[7].

Китаптары

үҙгәртергә
  • Уйларым-сәйләннәрем: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2019.  (тат.)
  • Адашкан сер: Хикәйәләр // Повестар. — Өфө: Китап, 2014  (тат.)
  • Алмалы үләннәрем: Шиғырҙар // Йырҙар. — Өфө: Китап, 2006.  (тат.)

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Централизованная библиотечная система муниципального района Балтачевский район Республики Башкортостан. Шаймухаметова Гульнара Зиннатнуровна (Гуль Мирхади – Гөл Мирһади) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 май 2021)
  2. 2000 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
  3. Муниципальный район Балтаческий район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Муниципальное автономное учреждение «Районный Дворец культуры». Руководитель: Шаймухаметова Гульнара Зиннатнуровна 2021 йыл 23 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 май 2021)
  4. Знаменитые земляки. Шаймухаметова Гульнара Зиннатнуровна (Гуль Мирхади – Гөл Мирһади) – писатель, автор популярных песен. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 май 2021)
  5. «Мәйдан» журналы. Рәсми сайт. Авторлар. Гөл МИРҺАДИ (тат.) (Тикшерелеү көнө: 23 май 2021)
  6. Литературная карта Республики Башкортостан: Шаймухаметова Гульнара Зиннатнуровна. Сайт Национальной библиотеки имени А.-З.Валиди Республики Башкортостан. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 май 2021)
  7. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзалары
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә