Бәҙретдинов Вәлиәхмәт Миңләхмәт улы

журналист, психолог, йәмәғәт эшмәкәре

Бәҙретдинов Вәлиәхмәт Миңләхмәт улы (рус. Бадретдинов Валиахмет Минниахметович; 19 февраль 1953 йыл) — педагог, журналист, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. психология фәндәре кандидаты.

Бәҙретдинов Вәлиәхмәт Миңләхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 февраль 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (71 йәш)
Бер туғандары Бәҙретдинов Сәлимйән Миңләхмәт улы
Һөнәр төрө психолог, журналист, йәмәғәт эшмәкәре
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт педагогия университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Вәлиәхмәт Миңлеәхмәт улы Бәҙретдиноа 1953 йылдың 19 февралендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Иҙрис ауылында тыуған. Сәлимйән Бәҙретдиновтың ҡустыһы.

Иҙрис һигеҙ йыллыҡ мәктәбен, 1972 йылда хәҙерге Мәсәғүт педагогия колледжын[1], һуңынан Мәскәү дәүләт педагогия институтының[2] педагогика һәм психология факультетын тамамлай. 1977 йылдан Мәсәғүт педагогия училищеһында педагогика һәм психология уҡытыусыһы, 1980 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында дөйөм педагогика һәм психология нигеҙҙәре уҡытыусыһы, 1994 йылдан Мөхәмтәғәле Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында фәнни-методик эштәр буйынса директор урынбаҫары, 1999 йылдан Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу палатаһында депутат. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара[3].

«Киске Өфө» гәзитенең яуаплы секретары булып эшләй.

Ғилми хеҙмәттәре үҙгәртергә

Библиографияһы үҙгәртергә

  • «Башҡорт ырыуҙары» Өфө, 2022 йыл

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә