Мәүлекәсова Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы
Мәүлекәсова Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы (19 февраль 1981 йыл) — балет артисы. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2001) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2016), халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе һәм дипломанты.
Мәүлекәсова Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 февраль 1981 (43 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | балет артисы |
Уҡыу йорто | Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы |
Биографияһы
үҙгәртергәГөлсинә Ғәлим ҡыҙы Мәүлекәсова 1981 йылдың 19 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған. Атаһы Ғәлим Мәүлекәсов — музыкант, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
1999 йылда хәҙерге Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжын тамамлаған (Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Л.Ҡыуатова класы)[1].
1996 йылда студент сағында уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында эшләй башлай. 2000 йылдан — театрҙың төп солисы. 2001 йылда контракт буйынса Санкт-Петербургта К. Тачкин балет труппаһында эшләй.
Гөлсинә Мәүлекәсова — Р. Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале ҡатнашыусыһы, унда И. И. Иебра (Рим операһы), Д.Тамазлакару (Staatsballet Берлин театры), М. Перетокин (Ҙур театр), А. Меркурьев (Ҙур театр) менән сығыш яһай.
2006 йылда Ярославлдә VII Халыҡ-ара Волков фестивалендә Л. Исмәғилеваның «Арҡайым» балетында бейей. Спектакль Рәсәй Хөкүмәтенең Волков исемендәге премияһы лауреаты була.
2008 йылда Башҡортостан Республикаһы төркөмөндә Францияла, ЮНЕСКО штаб-фатирында үткән сәнғәт оҫталары гала-концертында ҡатнаша.
2010 йылда «Рәсәй-Франция йылы» концерттарында ҡатнаша (Париж һәм Францияның башҡа ҡалалары).
Гөлсинә Мәүлекәсова Башҡорт опера һәм балет театрының бөтә спектаклдәрендә, концерт программаларында, юбилей кисәләрендә ҡатнаша.
Ғаиләһе: тормош иптәше Илдар Манапов (Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, 2014), ҡыҙы.
Репертуар
үҙгәртергәСильфида (Х.Левенсхольд, «Сильфида»), Жизель, Мирта, Вилиса (А. Адан, «Жизель»), Франциска (И. Штраус, «Зәңгәр Дунай») Пахита, вариациялар (Л. Минкус, «Пахита»), Китри, Китри төшө, Мерседес, Урам бейеүсеһе, Дриада, Тәүге вариация, Болеро (Л. Минкус, «Дон Кихот»), Никия, Гамзатти, Индус бейеүе (Л. Минкус, «Баядерка»), Вакханка, Нимфа (Ш. Гуно, «Вальпургия төнө»), Етенсе вальс һәм мазурка («Шопениана»), Одетта-Одиллия, Испан кәләше, рус кәләше, Ҙур аҡҡош, Па-де-труа (П. Чайковский, «Аҡҡош күле»), Аврора, Сирень Феяһы (П. Чайковский, «Йоҡоға талған һылыу») , Мари, Һинд ҡурсағы, Француз ҡурсағы (П. Чайковский, «Щелкунчик»), Зарема (Б. Асафьев, «Баҡсаһарай фонтаны»), Джульетта (С. Прокофьев, «Ромео һәм Джульетта»), Золушка (С. Прокофьев, «Золушка»), Кармен (Ж. Бизе — Р. Щедрин, «Кармен-сюита»), Зәйтүнгөл (Л. Степанов, З. Исмәғилев, «Сыңрау торна»), Йондоҙ (Л. Исмәғилева, «Арҡайым»), Полли инәй (П.Овсянников, «Том Сойер»)
Концерт номерҙары
үҙгәртергә- «Классик Па-де-де» (Д. Обер көйө)
- «Үлеп барған аҡҡош» (К. Сен-Санс көйө, М. Фокин хореографияһы)
- «Осрашыу» (П. Даллио көйө, Д. Проценко хореографияһы)
- «Әҙәм һәм Һауа» (А. Петров көйө, Я. Лившиц хореографияһы)
- «Диңгеҙҙән» (Э. Морриконе көйө, Р. Абушахманов хореографияһы)
Гастролдәре
үҙгәртергәИталияға (2000, 2003), Египетҡа (2003, 2005), Португалияға (2005), Таиландҡа (2006, 2008), Францияға (2007), Бразилияға (2007), Ҡытайға (2008), Бөйөк Британияға (2001), Ҡаҙағстанға (2000, 2001), Грецияға (2008), Германияға (2009), Испанияға (2010), Францияға (2010) гастролдәр менән барған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Халыҡ-ара «Арабеск-2000» конкурсының «рус балеты принцессаһы» махсус бүләге
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2001)
- «ТӨРКСОЙ» халыҡ-ара ойошмаһының премияһы лауреаты (2003)
- Халыҡ-ара «Арабеск-2004» конкурсының «Һөйкөмлөлөк һәм матурлыҡ өсөн» прессаның дипломы һәм махсус бүләге
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004)
- Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2016)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мәүлекәсова Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мәүлекәсова Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2021)
- http://www.silencephoto.ru/tag/gulsina-mavlyukasova/ 2016 йыл 4 март архивланған.
- http://www.bashopera.ru/person.1.html 2013 йыл 9 июнь архивланған.
- http://kulturarb.ru/people/?ELEMENT_ID=8449 2016 йыл 4 март архивланған.