Абдуллина Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы

Абдуллина Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы (19 февраль 1930 йыл27 февраль 2002 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-фармакологы. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).

Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы Абдуллина
Тыуған көнө

19 февраль 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны

Арғаяш, Арғаяш кантоны, БАССР, РСФСР

Вафат көнө

27 февраль 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (72 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Ғилми даирәһе

фармакология

Альма-матер

Башҡорт дәүләт медицина университеты

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы

Тышҡы һүрәттәр
Рәйлә Абдуллина

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы Абдуллина 1930 йылдың 19 февралендә Башҡорт АССР-ының Арғаяш кантоны Арғаяш ауылында (әлеге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) тыуған.

1952 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын яҡшыға тамамлай һәм фармокология кафедраһы йүнәлешендәге аспирантураға уҡырға керә.

1955 йылда, «Оҙаҡ дарыуҙар ҡулланып йоҡлауҙың ашҡаҙандың эшмәкәрлегенә йоғонтоһо» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап, аспирантура тамамлай.

1955 йылдың сентябренән алып ассистент, ә 1966 йылдан алып фармакология кафедраһының доценты булып эшләй, уҡытыу хеҙмәткәрлеген интенсив ғилми хеҙмәте менән бергә алып бара.

1974 йылда ғалим «Региональ ҡан әйләнешенә төрлө гипотензив дарыуҙарҙың ҡатнаш йоғонтоһо үҙенсәлектәре» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1978 йылда профессор дәрәжәһенә лайыҡ була һәм был вазифала 1982 йылға тиклем эшләй.

1982 йылда педиатрия, санитар-гигиена, фармацевтика факультеттарының 2-се фармакология кафедраһын ойоштора һәм 1987 йылға тиклем уның мөдире, ә 1993 йылға тиклем – профессоры булып эшләй.

Рәйлә Абдуллина БДМУ диссертация советы ағзаһы. Ул 106 фәнни хеҙмәт, 2 монография, автор тикшереүҙәрен баҫтырып сығара. Уның етәкселеге аҫтында 5 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.

Рәйлә Абдуллинаның ғилми эшмәкәрлеге гипотензив дарыуҙарҙың йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына йоғонто яһау механизмын, ҡатнаш дарыуҙарҙың артериаль баҫымға, ҡан тамырҙары тонусына һәм региональ ҡан әйләнешенә йоғонто яһау үҙенсәлектәрен тикшереүгә, спазмолитик һәм бронхолитик тәьҫир итеүсе яңы биологик актив матдәләр эҙләүгә, бейек андыҙҙың һәм төрткөлө һары мәтрүштең дауалау үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә бағышланға.

1989 йылда Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы Абдуллинаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» почетлы исеме бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989)

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • «Фармакологическая коррекция кининовой системы организма при сердечно-сосудистых заболеваниях». Өфө, 1997 (авторҙ.).

Һылтанмалар

үҙгәртергә