Николай Коперник

  • {{Мөхәррирләү|Хаят Йосопова1|23.06.2020}}

Никола́й Копе́рник (нем. Nikolas Koppernigk, пол. Mikołaj Kopernik, лат. Nicolaus Copernicus; 19 февраль 1473 йыл — 24 май 1543 йыл) — Польша астрономы, математик, иҡтисадсы. Яңырыу осороноң католик руханийы. Бигерәк тә ғаләмдең гелиоцентрик системаһы авторы һәм фәнни-техник революцияға нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле.

Николай Коперник
Mikołaj Kopernik
Nicolaus Copernicus
Nicolaus Koppernigk
Copernicus.jpg
Тыуған көнө

19 февраль 1473({{padleft:1473|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны

Торунь, Пруссия короллеге, Польша короллеге

Вафат көнө

24 май 1543({{padleft:1543|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (70 йәш)

Вафат урыны

Фромборк,
en:Prince-Bishopric of Warmia,
Польша короллеге

Ғилми даирәһе

астрономия, математика, иҡтисад

Эшләгән урыны

Падуа университеты, Краков университеты

Альма-матер

Болон университеты, Падуа университеты

Уҡыусылары

Георг Ретик

Ниндәй өлкәлә танылған

Геоцентризм, Коперник — Грешем иҡтисади ҡануны

Автограф

Nicolaus Copernicus Signature.svg

БиографияһыҮҙгәртергә

Бала сағыҮҙгәртергә

Польшаның төньяғындағы Торун ҡалаһында тыуған, бала саҡта ата-әсәһеҙ ҡала. Коперниктың милләте тураһында бәхәстәр бар[1]. Уның әсәһе — немка[2] (Barbara Watzenrode[3]), атаһының милләте билдәле түгел. Нисек кенә булһа ла, Коперник үҙен (территориаль һәм политик сығышы буйынса) поляк тип иҫәпләй. Атаһы бик иртә үлгәс, ул әсәһенең немец ғаиләһендә тәрбиәләнә, шуға латинса һәм немецсә яҙа, полякса уҙ ҡулдары менән яҙған бер генә документ та табылмай. Коперник ғаиләһендә Николайҙан башҡа тағы өс бала була: Андрей, Барбара һәм Катерина.

Коперник 1491 йылда Краков университетына уҡырға килә. Математика, медицина һәм дини фәндәрҙән башҡа уны бигерәк тә астрономия ҡыҙыҡһындыра.

1494 йылда университетты бөтә, әммә ғилми дәрәжә ала алмай. Шуға күрә, ғаилә советы уны дини вазифаға әҙерләй. Ағаһының епископ дәрәжәһендә булыуы ла был юлды һайларға булышлыҡ итә.

Уҡыуын дауам итеү өсөн Коперник Италиялының Болон университетына (1497) юллана. Бында дини фәндәр, хоҡуҡ, боронғо телдәрҙән башҡа астрономия менән шөғөлләнергә мөмкинлек асыла.

1500 йылда Коперник, диплом һәм ғилми дәрәжә алмайынса университеты ташлап, Римгә күсеп китә. Һуңынан Падуа университетында медицина буйынса уҡыуын дауам итә Һәм ниһайәт, 1503 йылда уҡыуын тамамлай. Феррарала имтихан тапшырып, ҡулына диплом һәм дини хоҡуҡ докторы исемен ала. Артабанғы өс йылда Падуала медицина менән шөғөлләнә.

1506 йылда ағаһының сирләүе тураһында хәбәр ала һәм Италиянан тыуған иленә ҡайта. Артабанғы 6 йылда Гейльсберг һарайында епископ булып хеҙмәт итә, астромомик күҙәтеүҙәр алып бара һәм Краковта уҡыта.

ҮҫешеҮҙгәртергә

1512 йылда уның епископ ағаһы вафат була. Коперник Висла ҡултығындағы Фромборг ҡалаһына күсеп килә һәм дини вазифала эшмәкәрлеген башлай. Фән менән шөғөлләнеүен дә ташламай, ҡаланың төньяҡ-көнбайышындағы башня уның обсерваторияһына әйләнә.

1500 йылда уҡ ул донъяның астрономик күренешен асыҡ күҙ алдына килтерә[4]. Ул ғаләмдең төҙөлөшө тураһында китап яҙа башлай. Үҙенең уй-фекерҙәрен иптәштәре менән уртаҡлаша, улар араһында фекерҙәштәр ҙә табыла.

Ошо йылдарҙа (15031512) Коперник иптәштәре араһында «Күк есемдәренең хәрәкәтенә арналған гипотезаға ҡыҫҡаса аңлатма»һын тарата. Ә уның уҡыусыһы Ретик 1539 йылда гелиоцентризм тураһында тәғлимәтте баҫтырып сығара. Яңы тәғлимәт тураһында 1520 йылда уҡ киң билдәле була. Был хеҙмәт өҫтөндә Коперник 40 йылға яҡын эшләй, һәр ваҡыт төҙәтмәләр индерә, яңы таблицалар әҙерләй.

 
Коперник ҡулъяҙмаһында күк көмбәҙе
 
Ҡыҫҡа аңлатманың («De revolutionibus orbium coelestium») тәүге бите

Атаҡлы астроном тураһында хәбәр Европала тиҙ тарала. Папа Лев X Коперникты календарь реформаһын әҙерләүҙә ҡатнашырға саҡыра, ләкин ул баш тарта.

Ул ваҡытта католик сиркәү Реформация менән көрәштә мәшғүл була, баштараҡ яңы астрономияға бик иғтибар бирмәй. Әммә протестант башлыҡтары (Мартин Лютер, Меланхон) яңы астрономияға ҡаршы сыға. Папа Климент VII киң күңеллелек менән гелиоцентризм тураһында лекция тыңлай. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер епископтар гелиоцентризм аллаға ҡаршы хәүефле ересь тигән ғәйрәтле тәнҡит менән сығыш яһай.

Копериканлыҡты дөйөм тыйыу XVII быуатта башлана.

Ул ваҡытта Коперник көсөн ғәмәли эшкә бағышлай: уның проекты буйынса Польшала яңы аҡса системаһы булдырыла, Фромборгта һыу менән тәьмин итеүсе башня эшләнә. Табип булараҡ чума эпидемияһы менән көрәштә мәшғүл була.

ҮлемеҮҙгәртергә

1531 йылда 60 йәшлек Коперник бөтә эштәрен ташлай. Бөтә көсөн китапты тамамлауға йүнәлтә. Шул уҡ ваҡытта медицина менән шөғөлләнә. Тоғро уҡыусыһы Ретик китапты тиҙ арала нәшер итеүҙе хәстәрләй, әммә эштәр бик әкрен бара.

1542 йылда һаулығы ныҡ ҡаҡшай, уң яҡ кәүҙәһен паралич ала. Коперник 1542 йылдың 24 майында 70 йәшендә инсульттан вафат була. Биографияһын өйрәнеүсе ҡайһы берәүҙәр ул үҙенең әҫәре менән танышҡан тиһә, икенселәре, Коперник ул ваҡытта комала ятҡан тип әйтә.

ҠәбереҮҙгәртергә

Коперниктың ҡәбере оҙаҡ ваҡыт билдәһеҙ була. 2008 йылда үткәрелгән ДНК анализы табылған мәйет Коперниктыҡы булыуын раҫлай[5][6][7].

Фәнни эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

Ғаләмдең Птоломей системаһы тураһында уйланып, уның ҡатмарлы һәм яһалма булыуына таң ҡала. Йыһандың уртаһында Ер түгел хәрәкәтһеҙ Ҡояш тора тигән һығымта яһай. Ошо ҡағиҙә нигеҙендә, Ерҙән күҙәтеүсегә, планеталарҙың буталсыҡ хәрәкәт итеүен аңлатып бирә.

Гелиоцентрик системаҮҙгәртергә

 
Коперник ҡулъяҙмаларында күк сфераһы: 1. Тынлыҡта торған хәрәкәтһеҙ йондоҙҙар сфераһы. 2. Сатурн. 30 йыллыҡ өйләнеш. 3. Юпитер. 12 йыллыҡ әйләнеш. 4. Марс. Ике йыллыҡ әйләнеш. 5. Земля. Ай орбитаһы менән бергә бер йыллыҡ әйләнеш. 6. Венера. Ун айлыҡ. 7. Меркурий. 80 көнлөк. Ҡояш.

Птолемейҙың донъя системаһы тураһында уйланып, Коперник, бик боронғо философтарҙың, бигерәк тә Никита Сиракузскийҙың һәм Филолайҙың яҙмаларын өйрәнеп, системаның бик ҡатмарлы булыуына һәм яһалма рәүештә уйлап сығарылыуына инана, артабан ул йыһандың хәрәкәт итмәгән үҙәге булып[8] Ер түгел, ә Ҡояш торорға тейеш, тигән һығымта яһай. Ошо фараздан сығып, планеталарҙың буталсыҡ булып күренгән хәрәкәтен Коперник бик ябай ғына итеп аңлатып бирә, ләкин планеталарҙың ысын юлдарын белмәгәнгә һәм уларҙы түңәрәктәр менән иҫәпләгәнгә күрә, күк есемдәренең бер тигеҙ генә хәрәкәт итмәүен аңлатыу өсөн боронғоларҙың эпициклдарын һәм деференттарын һаҡларға мәжбүр була.

Үҙенең гелиоцентрик системаһын булдырып, Коперник уның аныҡ геометрик һәм һанлы законлығын иҫәпләп сығарыу өсөн Птолемей теорияһының математик һәм кинематик аппаратына таяна. Шулай итеп, Птолемей моделендә бөтә планетлар ҙа уртаҡ (әммә геоцентризм сиктәрендә аңлашылмаған) законға буйһона: теләһә ниндәй планетаның радиус-векторы эпициклда һәр ваҡыт ЕрҠояш радиус-векторы менән тап килә, ә движение по эпициклу для үрге планеталар (Марс, Юпитер, Сатурн) һәм деферент буйынса түбәнге (Меркурий, Сулпан) өсөн эпицикл буйлап планеталар өсөн дә бер булған йыллыҡ осор менән хәрәкәт итә. Коперник моделендә был закон ябай һәм логикаға таянып аңлатыла[9].

Коперниктың төп һәм берҙән-бер тип әйтерлек хеҙмәте, уның 40 йылдан ашыу осорҙа яҙылған хеҙмәт емеше, — «Күк есемдәренең әйләнеше тураһында» (лат. De revolutionibus orbium coelestium). Был ғилми эш Нюрнбергта 1543 йылда донъя күрә; ул Коперниктың иң яҡшы уҡыусыһы Ретик күҙәтеүендә баҫтырыла.

Коперник китабының баш һүҙендә түбәндәгеләрҙе яҙа:

Был яҙманың мәғәнәһе булмаған эш булараҡ ҡабул ителеүе мөмкинлеген аңлап, мин китабымды баҫтырыуға бирергәме-юҡмы тип аптырандым һәм ғилми эштәрен тик дуҫтарына ғына ебәреп, уны хөкөмгә сығарыу юлы менән генә таратырға ҡарар иткән Пифагор яҡлыларҙың өлгөһөнә эйәрергә булдым.

 
Титульная страница «De revolutionibus orbium coelestium»

Коперниктың төп ғилми эше структураһы буйынса бер ни тиклем ҡыҫҡартылған «Альмагест»ы ҡабатлай (13 китап урынына 6 китап). Беренсе китапта (өлөштә) Ерҙең шар формаһында булыуы тураһында һөйләнелә, ә Ерҙең хәрәкәт итмәй тороуы тураһындағы тәғлимәт урынына башҡа аксиома тәҡдим ителә: Ер һәм башҡа планеталар үҙ күсәрҙәре һәм Ҡояш тирәләй әйләнә. Был концепция ентекле рәүештә иҫбат ителә, ә «боронғоларҙың фекере» нигеҙле кире ҡағыла. Гелиоцентрик ҡараштан сығып, ул бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ планеталарҙың ҡабат әйләнеп килеүен аңлата.

Коперник Ерҙең өс тапҡыр әйләнеүен дәлилләй: беренсеһе — Ерҙең мөйөш тиҙлеге менән үҙ күсәре тирәләй әйләнеүе ω; икенсеһе (ω′ тиҙлеге менән) — ер орбитаһы яҫылығына перпендикуляр хәлдә һәм уның үҙәге аша үтеп, донъя күсәре тирәләй әйләнеүе; өсөнсөһө (ω′′ тиҙлеге менән ҡапма-ҡаршы йүнәлештә хәрәкәте) — Донъя күсәренә параллель булған күсәр тирәләй һәм Ер үҙәге аша үтеп әйләнеүе. Һуңғы ике әйләнеү (ω′ һәм ω′′ дәүмәл буйынса аныҡ ҡына тап килгәндә), Ерҙең Ҡояш тирәләй ҡулса орбитаһы буйлап әйләнешенә эквивалент булған парлы әйләнеште барлыҡҡа килтерә[10].

Коперник вариантында гелиоцентрик система киләһе ете фекер менән аңлатыла:

  • орбиталарҙың һәм күк сфераларының уртаҡ үҙәге юҡ;
  • Ер үҙәге — йыһан үҙәге түгел, тик Ай орбитаһының һәм массаларҙың үҙәге генә;
  • булған планеталар орбиталары буйынса хәрәкәт итә, уларҙың үҙәге Ҡояш һәм шунлыҡтан Ҡояш донъя үҙәге булып тора;
  • Ер һәм Ҡояш араһындағы алыҫлыҡ, Ер менән хәрәкәтһеҙ йондоҙҙар араһындағы йыраҡлыҡ менән сағыштырғанда бик бәләкәй;
  • Ҡояштың тәүлек буйынса Ер тирәләй әйләнеше — Ерҙең үҙ күсәрендә 24 сәғәттә бер тапҡыр әйләнеүенән барлыҡҡа килгән фараз;
  • Ер (Ай менән бергә, башҡа планеталар һымаҡ), Ҡояш тирәләй әйләнә;
  • Ерҙең һәм башҡа планеталарҙың бындай әйләнеше уларҙың урынын һәм билдәле характеристикаларын аңлата.

Ғәмәлдә планеталар (бигерәк тә Марс) түңәрәк буйлап бер төрлө генә хәрәкәт итмәй, һәм эпициклдар техникаһы моделде күҙәтеүҙәр менән яраштырырға һәләтле булмай. Шуға ла тиҙҙән Коперник таблицаһы, тәүҙә Птолемей таблицаһына ҡарағанда анығыраҡ булһа ла, күҙәтеүҙәр менән тап килмәй башлай, был, әлбиттә, яңы системаны ҡуш ҡуллап ҡабул иткәндәрҙең кәйефен төшөрә. Аныҡ гелиоцентрик (Рудольфов) таблицаларын аҙағыраҡ Иоганн Кеплер баҫтырып сығара, ул планеталар орбитаһының ғәмәлдәге формаларын (эллипс) аса, шулай уҡ уларҙың тигеҙ генә хәрәкәт итмәүен таный һәм матиматика ярҙамында иҫбатлай.

Шулай ҙа донъяның Коперник моделе алға табан ғәйәт ҙур аҙым һәм архаик фекерләүселәргә ҡарата кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил була. Ерҙе ябай планета кимәлендә ҡалдарыу (Аристотель фекеренә ҡаршы барып) Ньютондың ер һәм күк закондарын берләштереүенә килтерә.

Реформацияларға ҡаршы көрәш менән мөшғүл булған Католик сиркәү тәүҙә яңы астрономияға әллә ни ҡаршылыҡ күрһәтмәй, сөнки протестанттарҙың юлбашсылары (Мартин Лютер, Меланхтон) тәүҙә уны үтә дошмандарса ҡабул итә[11].

Астрономияла башҡа асыштарыҮҙгәртергә

Коперник беренсе булып бөтә донъя тартылыу көсө булыуы тураһында фекерен әйтә. Ныҡлы ышаныс менән, Айҙыҡы кеүек, Венераның, Марстың фазалары булыуын әйтә. Галилео Галилей телескоп уйлап тапҡас, был фараз дөрөҫләнә.

ИҡтисадҮҙгәртергә

Тотороҡло аҡсаларҙы (мәҫәлән, алтынды) кешеләр һаҡлыҡҡа йыя бара, шуға әйләнештән сыға баралар. Уларҙы тотороҡһоҙ аҡсалар (мәҫәлән, баҡырҙан) алыштыра. Был күренеш Коперник — Грешем законы исеме менән билдәле.

ӘҫәрҙәреҮҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

Иҫтәлеген һаҡлауҮҙгәртергә

XIX быуатта Коперникка һәйкәлдәр Варшавала, Краковта, Торунда һәм Регенсбургда, һуңыраҡ шулай уҡ Ольштында һәм Вроцлавда ҡуйылған. Торунь уртаһында Коперникка ҡуйылған һәйкәлдә киләһе һүҙҙәр яҙылған: «Ҡояшты туҡтатып — Ерҙе әйләндереүсегә»[12]. Коперник әҫәрҙәренең тулы йыйынтығы Хенрик Барановский тарафынан Варшавала 1854 йылында латин һәм поляк телдәрендә баҫтырылған.

Коперник рәсеме 1979 йылда 1000 поляк злотыһы купюраһына һәм төрлө илдәрҙә почта маркаларына ҡуйылған.

Коперник хөрмәтенә аталғандар:

 
Почта маркаһы СССР, 1955 йыл
  • Химик элемент № 112 — «коперниций»[13][14].
  • 1322 Коперник (Coppernicus) исемле кесе планета. Был урында аңлатма биреү кәрәкле: ике p Коперниктың атаһының фамилияһына (Koppernigk, Копперниг), шулай уҡ Коперниктың тәү башта ҡулланған имзаһына тап килә: Coppernicus. Ғүмеренең аҙағына ҡарай Коперник ҡултамғаһын Copernicus тип ҡыҫҡарта.
  • Айҙағы Коперник кратеры.
  • Марстағы кратер.
  • Орбиталь астрономик обсерватория OAO-3 (1972—1981)
  • Торундағы университет.
  • Коперник принцибы.
  • Вроцлав ҡалаһындағы халыҡ-ара аэропорт.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. http://www.rkw.3w.pl/obida.htm 2009 йылдың 16 февраль көнөндә архивланған.
  2. Польша тарихсыһы К. Рудницкий хәбәр итә Коперниктың әсәһе немец булған («his mother a German woman»).
  3. Был документарҙа фамилия Watzenrode һәм Watzelrode тип яҙылған.
  4. Энгельгардт М. А. Николай Коперник. 2008 йылдың 11 апрель көнөндә архивланған.
  5. http://vz.ru/news/2008/11/20/231120.html
  6. MEMBRANA: Николай Коперниктың ҡәбере табылған. 2009 йылдың 16 февраль көнөндә архивланған.
  7. Коперник зәңгәр күҙле булған.
  8. Аристарха Коперник в своём труде не упоминает ни разу — в рукописи это имя присутствовало, но из окончательного варианта было вычеркнуто. Возможно, Коперник посчитал опасным ссылаться на философа «дурной репутации».
  9. Еремеева, 1986, с. 267
  10. Веселовский, 1974, с. 79—80
  11. Баев К. Л. Коперник, 1935, с. 89—90.
  12. Николай Иванович Лобачевский. Архивировано 21 август 2011 года. 2009 йылдың 18 февраль көнөндә архивланған.
  13. Element 112 is Named Copernicium 2010 йылдың 24 февраль көнөндә архивланған.
  14. ИЮПАК: 112-й элемент таблицы Менделеева официально назван коперницием.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

Әҫәрҙәр

Уның тураһында

  • Амбарцумян В. А. Коперник и современная астрономия. Доклад на Юбилейном заседании Общего собрания Академии наук СССР, посвященном 500-летию со дня рождения Н.Коперника, 6 марта 1973 г. «Вестник Академии наук СССР», № 5, 1973, стр. 46—56.
  • Ахутин А. В. Новация Коперника и коперниканская революция. В кн.: Ахутин А. В. Тяжба о бытии. М.: РФО, 1997, с. 181—243.
  • Белый Ю. А. Коперник, коперниканизм и развитие естествознания, ИАИ, Вып. XII, Стр. 15. Читать
  • Веселовский И. Н., Белый Ю. А. Коперник, 1473—1543. М.: Наука, 1974.
  • Герасименко М. П. Николай Коперник — выдающийся экономист эпохи раннего капитализма. Киев: Изд-во АН УССР, 1953.
  • Гребеников Е. А. Николай Коперник. М.: Наука, 1982.
  • Идельсон Н. И. Этюды по истории небесной механики. М.: Наука, 1975.
  • Левин А. Человек, который сдвинул Землю // Популярная механика. — 2009. — № 6.
  • Николай Коперник (1473—1543). К четырёхсотлетию со дня смерти. М.-Л.: Изд. АН СССР, 1947.
  • Энгельгардт М. А. Николай Коперник. 2008 йылдың 11 май көнөндә архивланған. В книге: Коперник. Галилей. Кеплер. Лаплас и Эйлер. Кетле. Биографические повествования (библиотека Ф. Павленкова, том 21). Челябинск, «Урал», 1997.

ФотогалереяҮҙгәртергә