Богданова Галина Михайловна
Богданова Галина Михайловна (19 февраль 1925 йыл — 9 сентябрь 2013 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1941—1980 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводы шымартыусыһы, өлкән планлаштырыусыһы. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
Богданова Галина Михайловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 февраль 1925 |
Тыуған урыны | Лёмасарь[d], Новоладожский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 9 сентябрь 2013 (88 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Әүҙемлек урыны | Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәГалина Михайловна Богданова 1925 йылдың 19 февралендә Ленинград өлкәһенең Мгинский районы Лемосарь ауылында тыуған.[1] Белеме — тулы булмаған урта.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында атаһы Романов Михаил Петрович Нева буйындағы ҡаланы немец-фашист илбаҫарҙарынан һаҡлаусылар сафына баҫа, ә әсәһе Анна Сергеевнаны Галя һәм ике ҡустыһы менән Ленинградтан Өфөгә эвакуациялайҙар. Әсәһе Өфө моторҙар эшләү заводында эшләй. Галина Михайловна 1941 йылдың 16 июленән шунда уҡ шымартыусы булып эшләй башлай.
Галина Богданова үҙен производствола тырыш, булдыҡлы, квалификациялы белгес итеп күрһәтә. Ул һәр саҡ норманы 120—125 процентҡа үтәй, етештергән продукцияһының сифаты бик яҡшы була. «Яҡшы сифатлы, әҙерәк сығым менән, күберәк продукция бирергә» девизы аҫтында эшләй.
Туғыҙынсы биш йыллыҡ (1971—1975) планын ваҡытынан алда үтәү өсөн социалистик ярышҡа ҡушылып, Галина Михайловна иң юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшергә юғары йөкләмә ала. Алдынғы эшсе үҙ алдына ҡуйғаандың бөтә пункттарын да тормошҡа ашыра, ә биш йыллыҡ заданиеһын ваҡытынан алда — 4 йылда үтәй.
1975 йылдың ғинуар айынан башлап унынсы биш йыллыҡ иҫәбенә эшләй башлай. Элек алған йөкләмәһен киренән ҡарай һәм етештереү нормаһын 20 процентҡа арттырыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Яңы норма буйынса уңышлы эшләй, юғары сифатлы продукция етештерә.
1974—1975 йылдарҙа ул дүрт рационализаторлыҡ тәҡдиме индерә, уларҙы производствоға индереүҙән 4 мең һум йыллыҡ экономия алына.
Хеҙмәттә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне, туғыҙынсы биш йыллыҡ планын ваҡытынан алда үтәгәне, автомобиль двигателдәре етештереүҙе үҙләштереүҙә һәм төҙөүҙә өлгәшкән ҙур ҡаҙаныштары өсөн 1975 йылдың 19 декабрендә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы указы менән Галина Богдановаға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Галина Михайловна 1980 йылда пенсияға сыға, Өфө ҡалаһында йәшәй, 2013 йылдың 9 сентябрендә вафат була[2].
Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975);
- Ленин ордены (1975);
- Октябрь Революцияһы ордены (1971);
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ BASHvest - First electronic newspaper of the Republic of Bashkortostan . Дата обращения: 30 март 2013. Архивировано 10 апрель 2013 года. 2013 йыл 16 апрель архивланған.
- ↑ «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы — Богданова Галина Михайловна(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2020)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Хеҙмәт геройҙары/ Башҡортостандың өс дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены тулы кавалерҙары һәм Социалистик Хеҙмәт Геройҙары тураһында белешмә./ төҙөүсе Р. А. Вәлишин [һ. б.]. — Өфө : Китап, 2011. — 432 б. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы — Богданова Галина Михайловна(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2020)
- Сергей Каргапольцев. Богданова Галина Михайловна . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 8 июль 2016.
- http://vechufa.ru/day/1270-19-fevralya.html 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.