Бәкеров Әхәт Барый улы

Бәкеров Әхәт Барый улы (17 февраль 1952 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-табип-гематолог, йәмәғәтсе. 1997 йылдан Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012), медицина фәндәре докторы (1996), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995) һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005). Башҡортостан Республикаһының 4-се (2008—2013) һәм 5-се (2013—2018) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Әхәт Барый улы Бәкеров
Тыуған көнө

17 февраль 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (72 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ның Дәүләкән районы Сапай ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

гематология

Эшләгән урыны

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты» федераль бюджет фәнни учреждениеһы

Альма-матер

Башҡортостан дәүләт медицина институты (БДМИ)

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы (1996)

Ғилми исеме

профессор (1996)

Награда һәм премиялары

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005)
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2002)
тБашҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995)

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхәт Барый улы Бәкеров 1952 йылдың 17 февралендә Башҡорт АССР-ның Дәүләкән районы Сапай ауылында тыуған.

1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай һәм шунда эшкә ҡалдырыла. 1979 йылдан Өфө ҡалаһындағы 13-сө дауаханала гематология бүлегендә, 1984 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында эшләй.

  • 1989 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡытыусы,
  • 1992 йылдан — институт проректоры.
  • 1997 йылдан — Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры, бер үк ваҡытта — БДМУ-ның дипломдан һуң белем биреү институттың терапия кафедраһы мөдире.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Президиумы ағзаһы, «Медицина труда и промышленная экология» һәм «Медицинский вестник Башкортостана» журналдарының редколлегия ағзаһы, 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһы Терапевтар ассоциацияһы рәйесе.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары

үҙгәртергә

Ғилми тикшеренеүҙәре иммунодиагностика буйынса яңы алымдар эшләү менән бәйле, шулай уҡ киҫкен һәм оҙайлы лейкоз сирен өйрәнеүгә бағышланған. Уның етәкселегендә лимфопролиферирлы һәм профессиональ ауырыуҙарҙың бер өлөшөн дауалағанда ҡулланырлыҡ яңы иммунохимик алымдар индерелгән.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

400-гә яҡын ғилми хеҙмәт һәм 20-гә яҡын уйлап сығарыу авторы, шулар иҫәбендә:

  • Состояние сердечно-сосудистой системы у больных гемобластозами. Уфа, 2003 (соавт.);
  • Поражение печени химическими веществами (функционально-метаболические нарушения, фармакологическая коррекция). Уфа, 2007 (соавт.);
  • Оксиметилурацил. Уфа: Дар, 2001 (соавтор).
  • Клиническое значение линейно-адгезивного фенотипа лимфопролиферативных заболеваний. Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2004 (соавтор).
  • Множественная миелома. Уфа: Гилем, 2004 (соавтор).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  Тышҡы рәсемдәр
  Ахат Бариевич Бакиров