Гаврилов Дмитрий Васильевич
Гаврилов Дмитрий Васильевич (17 февраль 1927 йыл — 19 декабрь 2020 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-тарихсыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтарға тиклемге Урал һәм Рәсәй тарихы буйынса белгес, тарихи экологияны өйрәнеү буйынса фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Тарих һәм археология институтының сәйәси һәм социомәҙәни тарих үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001).
Гаврилов Дмитрий Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 февраль 1927[1] |
Тыуған урыны | Озеро, Мәсәғүт кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 19 декабрь 2020 (93 йәш) |
Вафат булған урыны | Екатеринбург, Рәсәй |
Һөнәр төрө | тарихсы |
Эшмәкәрлек төрө | тарих, Рәсәй тарихы һәм история металлургии Урала[d] |
Эш урыны |
Липецк дәүләт педагогия университеты[d] Институт истории и археологии УрО РАН[d] |
Уҡыу йорто | Урал дәүләт педагогия университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Аспиранттар | Рукосуев, Евгений Юрьевич[d] |
Уҡыусылар | Рукосуев, Евгений Юрьевич[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәДмитрий Васильевич Гаврилов 1927 йылдың 17 февралендә Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантоны Мәсәғүт улусының Озерский ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, хәҙер Озеро ауылы Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Һикәяҙ ауыл Советына инә.
1931 йылдың июлендә советтарға ҡаршы йәшерен ойошмала ғәйепләнеп, атаһы ҡулға алына. Ата-әсәһе «синфи билдәләре буйынса социаль хәүефле» тип таныла һәм бөтә ғаилә Көнбайыш Себергә һөргөнгә ебәрелә, унда атаһы урман әҙерләү эштәрендә эшләй. СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты тарафынан 1932 йылдың 29 майында ата-әсәһе хоҡуҡтарында тергеҙелә, һәм ғаилә тыуған иленә ҡайта.
1935—1941 йылдарҙа Мәсетле районының Әләгәҙ ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый.
1941—1944 йылдарҙа Красноуфимск педагогия училищеһында уҡый, унан һуң 1944—1947 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры[2].
1947 йылдан 1950 йылға тиклем Урыҫ Тавраһында, Сажино һәм Свердловск өлкәһенең Сверддловское ауылдарында тарих уҡытыусыһы, завуч, мәктәп директоры булып эшләй.
1951 йылда ситтән тороп Свердловск дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай.
1950 йылдан 1961 йылға тиклем Рәүҙелә мәктәптә тарих уҡытыусы булып эшләй[3].
1959 йылда А. И. Герцен исемендәге Ленинград дәүләт педагогия институтында аспирантураны ситтән тороп тамамлай[4][5]</ref>[2].
1964 йылда «Рабочее движение и первые социал-демократические организации на Урале в конце XIX в., 1885—1900 гг.» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1987 йылда «Рабочие Урала в период домонополистического капитализма, 1861—1900 (численность, состав, положение)» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].
1961 йылдан Шадрин дәүләт педагогия институтында уҡыта.
1966 йылдан Липецк дәүләт педагогия институты тарих кафедраһы мөдире. 1968 йылдан — доцент.
1971 йылдан И. Н. Ульянов исемендәге Ульяновск дәүләт педагогия институтында тарих кафедраһы мөдире
1981 йылдан РФА Урал бүлексәһенең тарих бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1985 йылдан — капитализм осоро секторы мөдире. 1988 йылдан — сектор мөдире, СССР Фәндәр академияһы Урал бүлексәһе төп һәм баш ғилми хеҙмәткәре. 1994 йылдан — профессор[3].
597 фәнни эшен баҫтыра[3], шул иҫәптән 12 монография һәм коллектив һәм индивидуаль монографиялар авторы. Д. В. Гаврилов 1 фән докторы һәм 10 кандидат әҙерләй[5].
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары
үҙгәртергәД. В. Гавриловтың тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре — XIX быуаттың икенсе яртыһында —XX быуат башында Урал иҡтисади һәм социаль тарихы, XIX—XX быуаттарҙа Урал тау заводы сәнәғәте тарихы, Урал заводтары тарихы; эшселәрҙең социаль-иҡтисади хәле; народниктар һәм социаль-демократик хәрәкәт; тарихи экология[2].
Д. В. Гаврилов Уралда хәрби производство тарихын, төбәк иҡтисадына геосәйәси факторҙарның йоғонтоһо, беренсе һәм Икенсе Бөтә донъя һуғыштарында Урал тылының ролен өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә.
Тарих буйынса халыҡ-ара конгрестарҙа һәм конференцияларҙа ҡатнаша[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, 2001 йыл
- Маҡтаулы хеҙмәте өсөн «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыллыҡ уңайынан» миҙалы, 1970 йыл
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы, 1946 йыл
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы, 1987 йыл
- Хәрби-тарихи фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы[3]
- Хәрби-тарихи фәндәр академияһының «За отличие» миҙалы, 1998 йыл
- Рәсәй Экология академияһының мөхбир ағзаһы
- Фән өлкәһендә В. Н. Татищев һәм В. И. де Геннин исемендәге премия, 1999 йыл, «Екатеринбург: тарихи очерк. 1723—1998» китабының автор коллективы составында башҡарған өсөн[7][8]
- РФА Урал бүлексәһе Президиумының Петербург ФА мөхбир ағзаһы П. И. Рычков исемендәге премия, 2003 йыл
- УГМК миҙалы, 2004 йыл
Библиография
үҙгәртергә- Рабочие Урала в период домонополистического капитализма (Численность, состав, положение). М., 1985
- История Урала в период капитализма. М., 1990.
- Исторический опыт взаимодействия человека и окружающей среды на Урале. Екатеринбург, 1997.
- Екатеринбург: Исторические очерки (1723—1998). Екатеринбург, 1998 (в соавт.).
- Железоделательные общества: ранне-индустриальное развитие в Швеции и России, 1600—1900. Бергхам Букс. Оксфорд, 1998 (на англ. яз.).
- Урал в панораме XX века. Екатеринбург, 2000 (соавтор).
- Металлургические заводы Урала XVII—XX вв.: Энциклопедия / глав. ред. В. В. Алексеев. — Екатеринбург : Издательство «Академкнига», 2001. — 536 с. — 1000 экз. — ISBN 5-93472-057-0. (зам. главного редактора).
- Уральская историческая энциклопедия / глав. ред. В. В. Алексеев. — 2-е изд., перераб. и доп. — Екатеринбург : Академкнига; УрО РАН, 2000. — 640 с. — 2000 экз. — ISBN 5-93472-019-8. (в соавт.).
- «Новое направление» в исторической науке и его поклонники. Екатеринбург: УрО РАН; АМБ, 2005;
- Алексеев В. В., Гаврилов Д. В. Металлургия Урала с древнейших времён до наших дней. — М.: Наука, 2008. — 886 с. — 1650 экз. — ISBN 978-5-02-036731-9.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. Ламин — Новосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
- ↑ 2,0 2,1 2,2 http://bashenc.online/ba/articles/83622/ Башҡорт энциклопедияһы — Гаврилов Дмитрий Васильевич
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Профиль на сайте Института истории и археологии УрО РАН
- ↑ Гаврилов Дмитрий Васильевич / Побережников И. В. // Екатеринбург: Энциклопедия / глав. ред. В. В. Маслаков. — Екатеринбург : Издательство «Академкнига», 2002. — С. 430. — 728 с. — 3900 экз. — ISBN 5-93472-068-6</nowiki>.
- ↑ 5,0 5,1 Алексеев, 2005
- ↑ Алексеев, 2005, с. 10
- ↑ Люди города: историк Урала и России Дмитрий Гаврилов.
- ↑ Алексеев, 2005, с. 7
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Алексеев Вениамин Васильевич. Д. В. Гаврилов — исследователь социально-экономической истории Урала и России XVII—XX вв. // Горнозаводский Урал XVII—XX вв. Избранные труды. — Екатеринбург: УрО РАН, 2005. — 616 с. — ISBN 5-89516-172-3.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Гаврилов Дмитрий Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2022)