Тахаев Хәлил Ярулла улы

Тахаев Хәлил Ярулла (Ян) улы (17 февраль 1908 йыл — 28 май 1986 йыл) — ғалим-иҡтисадсы-географ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. География фәндәре кандидаты (1947). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1978).

Хәлил Ярулла улы Тахаев
Тыуған көнө

17 февраль 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районы) Исламбаҡты ауылы

Вафат көнө

28 май 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (78 йәш)

Вафат урыны

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Ғилми даирәһе

иҡтисади география

Альма-матер

В. И. Ленин исемендәге Мәскәү педагогия институты

Ғилми дәрәжәһе

география фәндәре кандидаты

Награда һәм премиялары
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәлил Ярулла (Ян) улы Тахаев 1908 йылдың 17 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районы) Исламбаҡты ауылында тыуған.

1924—1928 һәм 1930—1931 йылдарҙа Красноярск крайында эшләй. 1930 йылда Томскиҙа совет-партия мәктәбен тамамлай[1].

1936 йылда В. И. Ленин исемендәге Мәскәү педагогия институтын тамамлай һәм Өфөләге 2-се үрнәк татар мәктәбе директоры булып эшләй башлай. Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариатының урта мәктәптәр идаралығы начальнигы вазифаһын башҡара[1].

1938 йылдың апреленән Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында директор урынбаҫары була. 1938 йылдың сентябренән Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы сәнғәт эштәре идаралығы начальнигы булып эшләй[1].

1941—1942 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

1946—1951 йылдарҙа — СССР Фәндәр Академияһының География институты хеҙмәткәре[2].

1951—1973 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалында эшләй:

  • 1955 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр;
  • 1967 йылдан — сектор мөдире[1].

Бер үк ваҡытта 1951—1955 йылдарҙа К. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында иҡтисади география кафедраһы мөдире була[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Хәлил Тахаев 40-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

Фәнни эшмәкәрлеге Башҡорт АССР-ы етештереү көстәрен урынлаштырыу һәм үҫешен өйрәнеүгә бағышланған. Хәлил Тахаев тарафынан хужалыҡ үҙләштереүендә дифференциаль ысул талап итеүсе иҡтисади-географик райондар һәм тәбиғи ландшафттар бүленгән[1]. Хеҙмәттәрендә беренсе тапҡыр Башҡортостандың комплекслы иҡтисади-географик ҡылыҡһырламаһы бирелә[2].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Башкирия: экономико-географическая характеристика. — М.: Государственное издательство географической литературы, 1950. — 328 с.
  • Уфа — столица Башкирской АССР. Ответственный редактор Г. Ф. Шафиков. — Москва: Государственное издательство географической литературы, 1952. (И. И. Пархоменко менән авторҙаш)
  • Природные условия и ресурсы Башкирской АССР. — Уфа: Башкнигоиздат, 1959. — 296 с.
  • Уфа — столица Башкирской АССР. — Уфа : Башкнигоиздат, 1961. — 128 с. (И. И. Пархоменко менән авторҙаш)
  • Уфа: Справочник-путеводитель. — Уфа : Башкнигоиздат, 1966. — 239 с. (Л. Н. Фенин һәм М. Н. Куприянова менән авторҙаш)
  • Вопросы экономики промышленности Башкирской АССР: Сборник статей / Под ред. Х. Я. Тахаева и А. Х. Хайруллина; АН СССР. Башк. филиал. Отд. экон. исследований. — Уфа : [б. и.], 1969. — 160 с.
  • Вопросы повышения эффективности размещения промышленности Башкирской АССР: Сборник статей / Под ред. доц. Х. Я. Тахаева; АН СССР. Башк. филиал. Отд. экон. исследований. — Уфа, 1972. — 119 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Башҡортостан энциклопедияһы — Тахаев Хәлил Йән улы (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2023)
  2. 2,0 2,1 Матисов А. К., Филимонов М. А. Общество «Знание» Республики Башкортостан в лицах. — Уфа, 2010.

Һылтанмалар

үҙгәртергә