Санъяров Фәнзил Бүләк улы
Санъяров Фәнзил Бүләк улы (17 февраль 1953 йыл) — ғалим-филолог, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, доцент. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы[1].
Санъяров Фәнзил Бүләк улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 17 февраль 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Бишауыл-Уңғар, Һәүәләй ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | журналист, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре кандидаты[d] һәм доцент[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәФәнзил Бүләк улы Санъяров 1953 йылдың 17 февралендә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында тыуған. Һәүәләй урта мәктәбен тамамлағас, Совет Армияһында хеҙмәт итә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Синтетик каучук» заводында аппаратсы булып эшләй[1].
1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология, 1988 йылда Свердловск дәүләт педагогия институтының дефектология, 2000 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының юридик факультеттарын тамамлаған.
Мәғариф системаһында оҙаҡ йылдар етәксе вазифалар башҡара.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
- Рәсәй мәғариф алдынғыһы
- Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы
- Педагогик хеҙмәт ветераны
- Башҡортостан һәм Рәсәйҙең «Йыл уҡытыусыһы» (1993, 1994 йылдар)
- Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Почёт грамотаһы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнзил Бүләк улы Санъяров — әүҙем йәмәғәтсе. I—III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты, Башҡарма комитет, Совет ағзаһы. Бөгөнгө көндә Мәғариф һәм фән комиссияһы рәйесе. Өфө ҡала округы хакимиәтенең туған һәм дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса комиссияһы ағзаһы[1].
Ижады
үҙгәртергәӘҙәби ижад һәм журналистика өлкәһендә әүҙем шөғөлләнә. Республика баҫмаларында шиғырҙары, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, публицистик очерктары баҫыла. Ул — «Ватандаш», «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналдары, «Башҡортостан» гәзите лауреаты. 2011 йылда «Башҡортостан» гәзите ойошторған «Һөйөү һалдың кескәй йөрәгемә…» республика конкурсында II урын яулай[1].
Өс китап һәм 150-нән ашыу ғилми мәҡәлә авторы.