12 июнь
көнө
(12 июня битенән йүнәлтелде)
12 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 163-сө (кәбисә йылында 164-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 202 көн ҡала.
12 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
12 июнь Викимилектә |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
- Ер: Раса берҙәмлеге көнө.
- Балалар хеҙмәтен ҡулланыуға ҡаршы көрәш көнө.
- Противогаздың тыуған көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Рәсәй көнө.
- Бразилия: Ғашиҡтар көнө.
- Парагвай: Тыныслыҡ көнө.
- Финляндия: Хельсинки көнө.
Төбәк байрамдары
- Башҡортостан: Республиканың баш ҡалаһы Өфө көнө.
- 1849: Противогазға патент алына.
- 1920: Панама каналы рәсми асыла.
тулы исемлек
- 1941: Өфө авиация техникумы эшләй башлай, 2012 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты составында.
- 1955: Хәҙерге Яҡут (Саха) Республикаһы биләмәләрендә ҙур алмаз ятҡылығы табыла.
- 1990: «Матбуғат һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары тураһында» тигән закон менән СССР-ҙа цензура бөтөрөлә.
- 1990: РСФСР халыҡ депутаттарының I съезы дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Орсаев Егор Орсаевич (1910—25.09.1951), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия полкының орудие командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Ғәли Хәмзин (1950—15.11.2009), йырсы. 1981—2009 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 2000 йылға тиклем «Йәдкәр» фольклор ансамбленең художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1997) һәм Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы лауреаты (Краснодар, 1985); Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1985), «Берҙәмлек» халыҡ-ара фольклор фестивале (Өфө, 1993) дипломанты.
- Шәрәфлисламов Мәҡсүт Динислам улы (Мәҡсүт Шәрәф; 1950), журналистика ветераны. 1986 йылдан Йәрмәкәй район гәзите мөхәррире урынбаҫары, 2007 йылдан «Ермекеевские новости» гәзитенең башҡорт телендә сыҡҡан «Етегән» ҡушымтаһы мөхәррире. 1987—1989 йылдарҙа Йәрмәкәй район Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Әбделғәзизов Лотфулла Кәлимулла улы (1866—30.10.1913), уҡытыусы-мәғрифәтсе. 1895—1902 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Сермән ауылындағы урыҫ-башҡорт училищеһы мөдире. «Тырышлыҡ өсөн» көмөш миҙалы менән бүләкләнеүсе (1900). Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһының почётлы гражданы (1906).
- Мостафин Миҙхәт Әхмәтсафа улы (1931), юғары мәктәп ветераны, ғалим-хирург-онколог. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (1964), доцент (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Күҙәй ауылынан.
- Яровая Татьяна Ивановна (1951), хеҙмәт ветераны. 1979 йылдан Өфөләге 49-сы поликлиниканың шәфҡәт туташы һәм өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районынан.
- Степашина Антонина Владимировна (1956), ауыл хужалығы ветераны һәм алдынғыһы. 1977 йылдан Стәрлетамаҡ районы Николаевка һөт-тауар фермаһы иҫәпсеһе, 1983 йылдан — ферма мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почётлы гражданы (2013). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Ғабдрахманова Әниә Фәүзи ҡыҙы (1961), ғалим-офтальмолог. 1993 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1998 йылдан — бүлек етәксеһе, 2006 йылдан — директор урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы. Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Йөгәмеш ауылынан.
- Йосопова Альбина Сәғит ҡыҙы (1961), муниципаль хеҙмәт ветераны. 2001 йылдан Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2014—2017 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Аҙнабаев Тәлғәт Әхмәтғәлим улы (1912—20.05.1980), ауыл хужалығы һәм урындағы совет органдары эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1937 йылдан хәҙерге Көйөргәҙе районының «Урожай» колхозы, 1939 йылдан — Яҡшымбәт ауыл Советы, 1942—1969 йылдарҙа «Искра» колхозы рәйесе. Ленин (1966), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән Яҡшымбәт ауылынан.
- Әбсәләмов Мөслим Бәхтейәр улы (1932—5.07.2009), педагог, яҙыусы, 1952-1992 йылдарҙа Йылайыр районы Юлдыбай урта мәктәбе уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Ҡулибаев Илдус Хайбрахман улы (1937—1.05.2001), ауыл хужалығы, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. 1960 йылдан Хәйбулла районы «Матрай» совхозының баш агрономы, 1974 йылдан «Аҡъяр» совхозы директоры; 1978 йылдан КПСС-тың Хәйбулла район комитетының икенсе, 1980 йылдан — беренсе секретары; 1984 йылдан «Хәйбулла» совхозы директоры, бер үк ваҡытта 1992—1995 йылдарҙа Сиҙәм ауыл Советы рәйесе, 1997 йылдан — Өфө ауыл Советы рәйесе; 1998—2001 йылдарҙа Һаҡмар шифаханаһы директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1974), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбә ауылынан.
- Пелагеин Леонид Яковлевич (1942—9.04.2021), табип. 1977—2013 йылдарҙа Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының неврология бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы, РСФСР-ҙың социаль тәьминәт отличнигы (1987).
- Лопухова Ольга Борисовна (1952), театр актёры. 1981 йылдан Башҡортостан Республикаһының Рус драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1991—2003 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы., 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы (1908—15.02.1994), театр актёры, режиссёр һәм драматург. 1938 йылдан СССР Театр эшмəкəрҙəре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1949), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1944) артисы. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955, 1967, 1971) кавалеры.
- Коннов Станислав Петрович (1938—24.04.2021), инженер. 1979 йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең производствоны, хеҙмәтте һәм идара итеүҙе фәнни ойоштороу бүлегенең өлкән инженеры, производство начальнигы, берекмәнең генераль директоры урынбаҫары; 2005—2021 йылдарҙа генераль директорҙың кәңәшсеһе. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1980). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Харисов Ринат Зөфәр улы (1953), рәссам. 1989 йылдан СССР–ҙың Рәссамдар союзы, «Сыңғыҙхан» ижад берекмәһе ағзаһы. Рәсәйҙең (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған рәссамы. «Туран» бойондороҡһоҙ культурология фондының Беренсе халыҡ-ара бойондороҡһоҙ культурология премияһы лауреаты (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Ленин-Бүләк ауылынан.
- Туйсина Флүрә Париж ҡыҙы (1958), мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы. 1975 йылдан (өҙөклөк менән) Баймаҡ районы Ҡолсора ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, 1992 йылдан — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ферапонтов Владимир Петрович (1909—18.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Оморҙаҡ улы (1924—29.09.2007), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының штаб начальнигы элемтәсеһе, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Машкин Александр Петрович (1944), элемтә тармағы ветераны, Күмертау район-ара электр элемтәһе үҙәгенең элекке директоры. 2006—2008 йылдарҙа Күмертау ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе.
- Русакова Галина Александровна (1949), табип-педиатр, Ҡариҙел район үҙәк дауаханаһының бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1890: Эгон Шиле, Австрия рәссамы һәм графигы, экспрессионизм вәкиле.
- 1915: Владимир Магницкий, СССР-ҙың ғалим-геофизигы, академик.
- 1915: Дэвид Рокфеллер, АҠШ банкиры, дәүләт эшмәкәре.
- 1920: Лазарь Карелин (төп фамилияһы Кац), СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, драматург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1950: Вячеслав Полунин, клоун, режиссёр, актёр, Рәсәйҙең халыҡ артисы (2001).
- 1955: Анатолий Белкин, СССР һәм Рәсәйҙең хоҡуҡ белгесе, шағир һәм эрудит, «Что? Где? Когда?» телевизион уйынында ҡатнашыусы.