Орсаев Егор Орсаевич
Орсаев Егор Орсаевич (12 июнь 1910 йыл — 25 сентябрь 1951 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, артиллерия полкының орудие командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).
Орсаев Егор Орсаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 12 июнь 1910 |
Тыуған урыны | Камай, Мишкә районы |
Вафат булған көнө | 25 сентябрь 1951 (41 йәш) |
Вафат булған урыны | Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЕгор Орсаевич Орсаев 1910 йылдың 12 июнендә Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы) Камай ауылында тыуған.
Мари. Башланғыс белемле. 1943 йылдан КПСС ағзаһы. Армияға саҡырылғанға тиклем колхозда бригадир булып эшләй.
Егор Орсаевич 1942 йылда Башҡорт АССР-ының Мишкә район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.
683-се артиллерия полкының орудие командиры (214-се уҡсылар дивизияһы, 52-се армия, 1 Украина фронты) сержант Орсаев Егор 1945 йылдың 26 ғинуарында Одра йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.
Һуғыштан һуң, Е. О. Орсаев Камай ауылында колхоз рәйесе булып эшләй.
1951 йылдың 25 сентябрендә вафат була. Башҡортостандың Мишкә районы Камай ауылында ерләнгән.
Батырлығы
үҙгәртергә«683-артиллерия полкының орудие командиры (214-се уҡсылар дивизияһы, 52-се армия, 1 Украина фронты) сержант Орсаев Егор 1945 йылдың 26 ғинуарында поляк ҡалаһы Олау (Олав) районында Одра йылғаһы буйындағы алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. Одра йылғаһына яҡынлашып килгән уҡсылар ротаһын һаҡлап, ул дошмандың ике пулеметын юҡ итә. Орудиеһын йылғаның ҡаршы яғына күсереп, ҡыйыу артиллерист өҫтәмә көстәр килгәнгә тиклем баҫып алған сик һыҙыҡтарын тотоп тора».
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 10 апрелендәге Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлыҡы өсөн сержант Орсаев Егор Орсаевичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6220) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Хәтер
үҙгәртергәМишкә ауылында урта мәктәп һәм урам Герой исемен йөрөтә.
Камай ауылында Герой йәшәгән йортта Е.О. Орсаевҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (10.04.1945)[1][2].
- Ленин ордены (10.04.1945).
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (10.06.1944)[3].
- Iii дәрәжә Дан ордены (26.02.1945)[4].
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы(09.08.1943)[5].
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы.
- Миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 35, л. 411, 412).
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 35, л. 11).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 5011, л. 2, 16, 17).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 645, л. 3, 46, 47).
- ↑ Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1084, л. 5).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 4. Л-О. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2008. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Орсаев Егор Орсаевич . «Герои страны» сайты.
- Республиканский музей боевой Славы: Орсаев Егор Орсаевич 2017 йыл 2 февраль архивланған..