Әбделғәзизов Лотфулла Кәлимулла улы

Әбделғәзизов Лотфулла Кәлимулла улы (12 июнь 1866 йыл30 октябрь 1913 йыл) — уҡытыусы-мәғрифәтсе. 1895—1902 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Сермән ауылындағы урыҫ-башҡорт училищеһы мөдире. Тырышлыҡ өсөн көмөш миҙалы менән бүләкләнеүсе (1900). Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһының почётлы гражданы (1906).

Лотфулла Әбделғәзизов
Исеме

Әбделғәзизов Лотфулла Кәлимулла улы

Тыуған көнө

12 июнь 1866({{padleft:1866|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Һарыҡташ ауылы

Вафат булған көнө

30 октябрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (47 йәш)

Вафат булған урыны

Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Троицк ҡалаһы

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

мәғрифәтсе һәм мөғәллим

Биографияһы үҙгәртергә

Лотфулла Кәлимулла улы Әбделғәзизов 1866 йылдың 12 июнендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы) Һарыҡташ ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1886 йылда Ырымбур татар уҡытыусылары мәктәбен тамамлай, рус теле уҡытыусыһы танытмаһын ала. Ырымбур уҡыу округы инспекторы В. В. Катаринскийҙың тәҡдиме буйынса, Мәтәл башланғыс рус-башҡорт мәктәбенә эшкә тәғәйенләнә.

К. Д. Ушинский, Н. А. Корф, Ф. И. Буслаев, Ҡәйүм Насыри кеүек оло педагогтарҙың хеҙмәттәрен өйрәнә, В. В. Катаринский, А. Г. Бессонов, И. А. Алтынсариндан кәңәштәр ала, рус-инородецтар мәктәптәренең алдынғы уҡытыусылары менән күп яҡлы бәйләнеш тота. Эшендә яңы алым һәм ысулдарҙы ҡыйыу ҡуллана, рус теле һәм уҡыу дәрестәре өсөн күргәҙмә әсбаптар яһай. Дәрестә күргәҙмә материалдар нигеҙендә тура (натураль) алымды оҫта файҙалана. Тәү башлап рус грамотаһына өйрәтеүҙә өн анализы һәм синтезын төп эш алымы итеп һайлай, уны сағыштырыу, тәржемә итеү ысулдары менән байыта. Уларҙы ижади ҡулланыу, балаларҙың туған теле үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу Мәтәл мәктәбендә ике-өс йыл эсендә рус теле уҡытыуҙың сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Дини-схоластик ҡараштар һәм ҡәҙимселек ҡараңғылығы хөкөм һөргән заманда уҡытыу-тәрбиә эшендә яңы ысул һәм алымдарҙы файҙаланыу, уларҙы әүҙем пропагандалау Лотфулла Әбделғәзизовтың алдынғы ҡарашлы педагог булыуын асыҡ күрһәтә.

1892—1893 йылдарҙа, Л. К. Әбделғәзизов Ырымбурҙа йәйге каникул ваҡытында баҡсасылыҡ һәм ҡортсолоҡ нигеҙҙәрен өйрәнеү өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы курстарҙа була. Ул уҡыусы балалар менән Мәтәлдә, Аҡкөсөктә мәктәп баҡсаһы булдыра, унда емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, ауыл халҡына лекциялар уҡый, был эштәрҙең әһәмиәтен аңлата.

1895 йылдың 1 авгусында Л. К. Әбделғәзизов Ырымбур уҡыу округының Аҡкөсөк (Сермән) башланғыс рус-башҡорт мәктәбенә директор һәм рус теле уҡытыусыһы итеп ебәрелә[1]. Бында ете йыл эшләй, уҡытыу ысулдарын һәм алымдарын камиллаштыра, халыҡ араһында мәҙәни-ағартыу эштәре алып бара. Мөғәллим ауыл кешеләрен йәшелсә, емеш-еләк үҫтерергә өйрәтә.

1902 йылдың 1 авгусында Л. К. Әбделғәзизов Троицк ҡалаһының ике синыфлы рус-татар мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Бында ул башҡорт, татар балаларына рус телен уҡытыу ысул һәм алымдарын камиллаштырыу мәсьәләләрен хәл итеү өҫтөндә эшләүен дауам итә, төрлө темаларға дәрес пландары, методик ҡулланмалар яҙа. «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе шәкерттәренең һорауын үтәп, ул үҙе уҡытҡан һәм директор булған мәктәптә рус телен өйрәнеүселәр түңәрәге, шәхси дәрестәр һәм консультациялар ойоштора.

Л. К. Әбделғәзизов 1900 йылда Аҡкөсөк рус-башҡорт мәктәбе эшен яҡшы ойошторғаны өсөн «За усердие» миҙалы менән бүләкләнә, 1906 йылда уға Троицк ҡалаһының шәхсән хөрмәтле гражданы тигән маҡтаулы исем бирелә. 1912 йылдың ноябрендә уның педагогик эшмәкәрлегенә 25 йыл тулыу юбилейы киң билдәләп үтелә, Ырымбур ваҡытлы матбуғаты биттәрендә ҡыҫҡа хәбәрҙәр баҫылып сыға, ҡотлау телеграммалары ебәрелә.

Талантлы педагог Л. К. Әбделғәзизов үпкә туберкулезы менән ауырып, 1913 йылдың 30 октябрендә вафат була. 31 октябрҙә, уны ерләгән көндө, Троицк мәктәптәрендә уҡытыу туҡтатыла, барлыҡ ҡала халҡы, уҡытыусылар, шәкерттәр уны һуңғы юлға оҙата.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.

Һылтанмалар үҙгәртергә