Эгон Шиле
Эгон Шиле (нем. Egon Schiele; 12 июнь 1890 йыл; Дунайҙағы Тульн — 31 октябрь 1918 йыл, Вена) — Австрия рәссамы һәм графигы, экспрессионизм ағымының сағыу вәкилдәренең береһе.
Биографияһы һәм ижады
үҙгәртергәӘсәһе — сығышы менән көньяҡ Богемия ҡалаһы Чески-Крумловтан чех ҡыҙы. Атаһы — Вена ҡалаһынан, тимер юл хеҙмәткәре, 1905 йылда сифилистан вафат булған. Егет Леопольд Чихачек бабаһы ғаиләһендә тәрбиәләнгән. 1906 йылда ул Вена сәнғәт һәм һөнәрҙәр мәктәбенә уҡырға инә, һуңынан Һынлы сәнғәт академияһына күскән. 1907 йылдан Густав Климт йөҙөндә остазын һәм бағыусыһын таба. 1908 йылда, Шиле бында мәктәптә уҡыған, Вена янындағы Клостернойбург ҡалаһында (Шиле бында мәктәптә уҡыған) уның беренсе күргәҙмәһе үткән. 1909 йылда Климт Шилены Венаның Художество галереяһында ойошторолған күргәҙмәлә ҡатнашырға саҡыра, уның эштәре Климт эштәренән тыш, Ван Гог, Эдвард Мунка һ. б. рәссамдарҙың полотнолары уратыуына ҡуйыла.
1911 йылда Валли Нойциль Шилеҙың әхирәте һәм моделе булған. Улар Чески-Крумловтағы богема тормошонан ҡасып киткән, һуңынан ҡала Нойленгбах ҡалаһында 1912 йылда Шиле бәлиғ булмаған ҡыҙҙы аҙҙырыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алына. Темтеү ваҡытында полиция порнографик тип атарлыҡ бер нисә тиҫтә шаран-яра һүрәт таба. Рәссам ҡыҫҡа ваҡытҡа төрмәгә ябыуға хөкөм ителгән. Австрия коллекционеры Һенрих Бенеш, буласаҡ сәнғәт тарихсыһы Отто Бенештың атаһы, Шилены яҡлаусыларҙың береһе булған.
1912—1916 йылдарҙа Шиле төрлө күргәҙмәләрҙә киң һәм уңышлы ҡатнашҡан. Уның эштәре Венала, Будапешта, Мюнхенда, Прагала, Гамбургта, Штутгартта, Цюрихта, Һагенда, Дрезденда, Берлинда, Римдә, Кёльнда, Брюсселдә, Парижда күрһәтелгән. 1917 йылда ул Венаға ҡайтҡан. 1918 йылдың яҙында Климт үлгәндән һуң, Шиле Австрияның ҙур рәссамы роленә дәғүә иткән.
Йөклө ҡатын Эдит вафат булып, өс көн үтеүгә ул саҡта Европала миллионлаған кешеләрҙең ғүмерен өҙгән испанка эпидемияһынан һәләк була.
Мираҫы һәм танылыуы
үҙгәртергәРәссамдың мираҫына яҡынса 300 картина һәм бер нисә мең һүрәт инә. Шиле үлгәндән һуң уның экспозициялары донъяның иң ҙур музейҙарында үтә һәм һаман да дауам үтә. Шиле тормошо тураһында Джоанна Скотт «Тәкәбберлек» (1990) һәм Люис Крофтс (2007) романдарын яҙған. Милен Фармер үҙенең иң билдәле «Je te rends ton amour» (1999) йырҙарының береһендә рәссамдың исемен телгә ала: «Je te rends ton amour/Redeviens les contours/De mon seul maître: Egon Shiele et…» (Мин һинең мөхәббәтеңде кире ҡайтарам/Яңынан һүрәт контуры булырмын/Минең берҙән-бер уҡытыусым: Эгон Шиле һәм…).
Эгон Шиле тураһында «Эгон шиле — Янъял / Эгон Шиле — Эксцесс һәм яза» (1981) тигән нәфис фильмдар төшөрөлгән, төп ролдәрҙә Матьё Каррьер һәм Джейн Биркин, һәм «немец телендә» Egon Schiele: Tod und Mädchen" Эгон Шиле: Үлем һәм ҡыҙ" (2016 йылда). Рауль Руистың «Климт» (2006) фильмында Эгон Шиле ролен Николай Кински уйнай. Шиле «Оятһыҙҙар» (АҠШ) фильмының 5-се миҙгелендә телгә алына.
1990 йылғы австрия почта маркаһында һүрәтләнгән.
Галереяһы
үҙгәртергә-
Автопортрет. 1912. Музей Леопольда
-
Портрет Валли (1912)
-
«Молодая мать»
-
На картине «Семья» умирающий художник Эгон Шиле изобразил трёх жертв испанки: себя, свою беременную жену и её нерождённого ребёнка
-
Автопортрет. 1910 г.
-
Der Schmiedehof (нем.)
-
«Осеннее солнце и деревья»
-
Sitzender männlicher Akt (нем.)
-
Mädchen
-
Schwarzhaariges Mädchen mit hochgeschlagenem Rock
-
Portrait of Arthur Rössler (1910)
-
Segelschiffe im wellenbewegtem Wasser (Der Hafen von Triest)
-
Kahle Bäume, Häuser und Bildstock (1907)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ https://www.moma.org/artists/5215 (ингл.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118607499 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 4,0 4,1 Egon Schiele (нидерл.)
- ↑ 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 RKDartists (нидерл.)
- ↑ Egon Schiele // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ https://www.documenta.de/en/retrospective/documenta_iii
- ↑ https://www.moma.org/s/ge/curated_ge/styles/austrian_expressionism.html
- ↑ https://archive.is/XYuFW#selection-3419.71-3419.83
- ↑ http://web.archive.org/web/20210123154417if_/https://kurier.at/kultur/rueckgabebeirat-vier-baeume-von-egon-schiele-wird-restituiert/400773845
- ↑ http://web.archive.org/web/20210510144618/https://www.theartnewspaper.com/news/who-really-owns-schiele-s-watercolour-of-his-wife
- ↑ http://web.archive.org/web/20210722142227/https://wjlta.com/2020/02/12/the-unresolved-injustices-of-nazi-looted-art-a-look-at-the-2016-hear-act/
- ↑ https://www.jewishnews.at/in-the-media/2020/3/9/art-restitution-advisory-council-recommends-restitution-of-egon-schiele-painting-at-the-belvedere
- ↑ http://web.archive.org/web/20210914142247/https://www.lootedart.com/news.php?r=UTQ2PK604431
- ↑ http://www.moma.org/collection/works/8373
- ↑ Artists + Artworks (ингл.)
- ↑ Secession 49. Ausstellung
- ↑ http://kmska.be/collection/work/data/doykge
- ↑ https://pacscl.exlibrisgroup.com:48994/F/?func=find-b&request=000211806&find_code=SYS
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Comini A. Egon Schiele’s portraits. Berkeley: University of California Press, 1974.
- Sabarsky S. Egon Schiele. New York: Rizzoli, 1985
- Nebehay C.M. Egon Schiele sketchbooks. New York: Rizzoli, 1989
- Kallir J. Egon Schiele, the complete works. New York: H.N. Abrams, 1990
- Werkner P. Egon Schiele: art, sexuality, and Viennese modernism. Palo Alto: Society for the Promotion of Science and Scholarship, 1994.
- Leopold R. Egon Schiele: landscapes. Munich; New York: Prestel, 2004
- Kuhl I. Egon Schiele. München: Prestel, 2006
- Die Tafelrunde: Egon Schiele und sein Kreis/ Tobias G. Natter, Thomas Trummer (Hrsg). Köln: DuMont, 2006
- Иван Чечот. Эгон Шиле. Заметки в кабинете
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Словарь терминов изобразительного искусства
- Биография Эгона Шиле на русском 2017 йыл 12 май архивланған.
- Более 200 работ Эгона Шиле
- Сайт Центра Шиле в Чешском Крумлове 2012 йыл 3 ғинуар архивланған. (чех.)
- Сайт Музея Шиле в Тульне 2016 йыл 29 май архивланған. (инг.)
- www.schiele-egon.de (нем.)
- Работы в музеях мира (инг.)
- Картины Эгон Шиле 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- Шиле Эгон. Картины 2018 йыл 21 апрель архивланған.
- Лекция Ирины Кулик в Музее «Гараж». Эгон Шиле — Ханс Бельмер