Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы

Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы (14 декабрь 1909 йыл15 февраль 1994 йыл) — театр актёры, режиссёр һәм драматург. 1938 йылдан СССР Театр эшмəкəрҙəре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1949), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1944) артисы. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955, 1967, 1971) кавалеры.

Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы
Тыуған ваҡыты:

14 декабрь 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (114 йәш)

Тыуған урыны:

Ҡыштым ҡалаһы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

19301982

Театр:

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры

Наградалары:

Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1944)

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы 1909 йылдың 14 декабрендә Пермь губернаһының Екатеринбург өйəҙе Ҡыштым заводы ҡасабаһында, хəҙерге Ҡыштым ҡалаһында тыуған.

1930 йылда Өфө ҡалаһындағы Башҡорт сəнғəт техникумын (В.Мортазин-Иманский, М.Ə.Мəһəҙиев, Х.Бохарский курстары) тамамлай.

1930—1931 йылдарҙа Өфөлə Эшсе йəштəр театрына етəкселек итə.

1931 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә күсә, 1931—1942 һәм 1949—1956 йылдарҙа актёр, 1942—1948 йылдарҙа художество етəксеһе һəм 1956 йылдан алып алып баш режиссёры.

Бер үк ваҡытта 1940—1970‑се йылдарҙа Өфө сəнғəт училищеһы уҡытыусыһы.

1971—1982 йылдарҙа Ҡазан кинохроника студияһының Өфө бүлегендə кинофильмдарҙы башҡорт теленə тəржемə итеү буйынса режиссёр.

1938 йылдан театр эшмəкəрҙəре союзы ағзаһы.

1994 йылдың 15 февралендә Өфө ҡалаһында вафат булған.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы үҙ ижадында К. С. Станиславский системаһына һəм милли театр традицияларына таяна, трагик һəм комик ролдəрҙе бер үк кимəлдə уңышлы башҡара. Вәлиәхмәт Режиссёр булараҡ 1940—1960 йылдарҙа башҡорт театры үҫешенең төп йүнəлештəрен билдəлəй.

Сәхнәгә ҡуйған спектаклдәре
  • «Сит кеше балаһы» (дебют, 1934, В. В. Шкваркин),
  • «Ҡара йөҙҙəр» (М.Ғафуриҙың шул уҡ исемле повесы буйынса, Ғ.Əмири һəм Ғәлимов инсценировкаһы),
  • «Батырҙар» (А. А. Фадеевтың «Йəш гвардия» романы буйынса үҙенең инсценировкаһы),
  • «Иҙеүкəй менəн Мораҙым» (М. А. Буранғолов),
  • «Ябырылыу» (Л. М. Леонов),
  • «Ҡаһым түрə, йəки 1812 йыл» (Б.Бикбай),
  • «Мария Тюдор» (В.Гюго) һ.б.
Спектаклдәрҙә ролдәре
  • Баҙарғол («Башҡорт туйы»; дебют, 1928)
  • Ялған Дмитрий («Борис Годунов», А. С. Пушкин)
  • Незнамов («Ғəйепһеҙ ғəйеплелəр», А. Н. Островский)
  • Фердинанд («Мəкер һəм мөхəббəт», Ф.Шиллер)
  • Хлестаков («Тикшереүсе», Н. В. Гоголь).
  • Толик («Долги наши», Я. Э. Володарский; дебют, 1974), һәм башҡалар
  • Мулла («Салауат Юлаев» к/ф, 1941).

Уҡыусылары

үҙгәртергә

Уҡыусылары араһында Хеҙмəт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүлəклəнеүселәр: Ғ.Ғ.Ғилəжев, Р.Ф.Йыһанов, Р.М.Əйүпов, З.А.Əхмəрова. (1955, 1967, 1971).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Өфө ҡалаһында Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы йəшəгəн йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә