Хәсәнов Рим Мәхмүт улы

(Рим Хәсәнов битенән йүнәлтелде)

Хәсәнов Рим Мәхмүт улы (9 март 1947 йыл) — башҡорт СССР һәм Рәсәй композиторы. 1974 йылдан СССР Композиторҙар союзы һәм 2010 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы[1]. Республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979), Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2009)[2], Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2017). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022). Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2017)[3].

Хәсәнов Рим Мәхмүт улы
татар. Рим Мәхмүт улы Хәсәнов
Тыуған көнө

9 март 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (77 йәш)

Тыуған урыны

СССР, Башҡорт АССР-ының Благовар районы Языков ауылы

Гражданлығы

СССРРәсәй флагы

Эшмәкәрлеге

композитор

Наградалары һәм премиялары
Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979)
Ғабдулла Туҡай премияһы — 2009
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
Салауат Юлаев ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Рим Мәхмүт улы Хәсәнов 1947 йылдың 9 мартында Башҡорт АССР-ының Благовар районы Языков ауылында музыканттар ғаиләһендә тыуған[4]. Алты йәштән уҡ атаһының скрипкаһында уйнарға өйрәнә, һүңынан гитара, баян, торба, балалайканы үҙләштерә. Бала саҡтан үҙе көй сығарып, уларға һүҙҙәр ҡушып йырлап йөрөй. Мәктәптә уҡығанда үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша.

1963 йылда Рим Хәсәнов Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә, бер йылдан һуң уҡыуын Өфө сәнғәт училищеһының дирижёр-хор бүлегендә дауам итә. Өсөнсө курста теория-композиция бүлегенә күсә һәм 1968 йылда уны тамамлағанда бер нисә етди әҫәр, шул иҫәптән «Негритянское гетто» исемле симфоник поэма, ҡыллы квартет, симфоник оркестр өсөн поэма ижад итә. Әммә был осорҙа ул башлыса йырҙар һәм эстрада ансамлдәре өсөн вокаль-инструменталь композициялар яҙа[4].

1968 йылда Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә һәм Константин Лакин класында шөғөлләнә башлай, аҙаҡтан музыка ижад итеү серҙәрен профессор, СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилев етәкселегендә дауам итә. Студент йылдарында Рим Хәсәнов фортепиано сонаталары, фортепиано менән оркестр өсөн концерт, Назар Нәжми һүҙҙәренә «Ҡайтсы, ҡыҙым, атай йортона!» («Вернись, дочь моя, в отчий дом!») вокаль циклын яҙа, бер үк ваҡытта эстрада йырҙары һәм миниатюралары жанрында ла ижадын дауам итә[4].

1973 йылда сәнғәт институтын тамалағандан һуң 1978 йылғаса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыка бүлеген етәкләй. Был ваҡытта һәм һуңыраҡ композитор 30-ҙан артыҡ спектаклгә музыка яҙа, улар араһында «Айһылыуҙың айлы кистәре», «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар», «Әсәләр көтәләр улдарын», «Ғәлиә», «Ташлама утты, Прометей» һәм башҡа сәхнә әҫәрҙәре бар[4].

Рим Хәсәнов ижадында джаз, эстрада, классик музыкала милли көй-моңдар ныҡлы урын ала. Уҙған быуаттың 70—80 йылдарында башҡорт музыка сәнғәтен Рим Хәсәновһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай.

1994—1996 йылдарҙа Австралияла йәшәй, шағир Рон Роджерс шиғырҙарына 36 йыр яҙа. 2006 йылда Финляндияла була, уның концерттары был илдә ҙур уңыш менән үтә. Мәскәүҙә йәшәп ҡараны, һуңғы йылдарҙа Рим Хәсәнов — Өфө ҡалаһында. Австралиянан ҡайтҡас, "Социнвестбанк"ка инглиз теленән тәржемәсе булып эшкә урынлаша.

2006 йылдарҙан инглиз теленән тәржемә һәм драма әҫәрҙәре яҙыу менән шөғөлләнә. 2010 йылдан — Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы[5].

2015 йылда Благовар районында Рим Хәсәнов йырҙарын башҡарыусыларҙың «Сәскәләр уяныр» исемле тәүге асыҡ фестиваль-конкурсы үткәрелде[6]. Ойоштороусылар бәйгене киләсәктә даими ойошторорға ниәтләй, уның сираттағыһы 2017 йылға планлаштырылған[7].

Үҙенең 70 йәшлек юбилейы алдынан композитор Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең (1918—1999) тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан билдәле әҙиптең ижадына бағышланған күләмле презентация әҙерләнә, тип белдерҙе. Проект «100 йыллыҡ юбилейы уңайынан Назар Нәжмиҙең хәтерен мәңгеләштереү» тип атала. Унда ике DVD-дискта шағирҙың 100-гә яҡын әҫәрен (шиғырҙарын, поэмаларын, драмаларын), шулай уҡ Башҡортостан, Татарстан һәм Финляндия артистары башҡарыуында йырҙарын туплайбыҙ, тине Рим Хәсәнов[8].

2017 йылдың 28 апрелендә Рим Хәсәновҡа «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде[9].

2021 йылдың апрелендә ижадсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнде[10].

2022 йылдың 25 мартында композиторға Салауат Юлаев ордены тапшырылды[11].

Дискографияһы

үҙгәртергә
  • Йөрәк моңдары (Рим Хәсәнов йырҙары) (1980)
  • Һин — йырым минең (1982)
  • Минең әсәй гөл ярата ине… (1988)

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған 70-тән артыҡ спектаклгә музыка.
  • Стәрлетамаҡ, Сибай театрҙары өсөн йырҙар, шул иҫәптән «Тапшырылмаған хаттар» (Ғәҙел Ҡотой), «Айһылыуҙың айлы кистәре» (И. Абдуллин), «Ташлама утты, Прометей!» (Мостай Кәрим), «Эй, яҙмыш, яҙмыш» (Мостай Кәрим), «Ун өсөнсө председатель» (Азат Абдуллин)
  • «Стәрлетамаҡ» телефильмына музыка
  • «Алтын атлы һыбайлы» нәфис фильмына музыка, Мосфильм, 1980
  • «Ҡурай тураһында легенда» фильм-балеты, 1997
  • «Прометей» симфоник поэмаһы
  • «Сибай» сюитаһы
  • «Башҡортостан» кантатаһы
  • 400-ҙән артыҡ йыр, шулар араһында «Өфө йүкәләре», «Юҡҡа түгелдер», «Кисер мине, әсәй, ғәфү ит», «Үҙ яғыма ҡайтһам» һ.б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2017)[9][12]
  • Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1976)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979)
  • Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2009)
  • Салауат Юлаев ордены (2022)
  • Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2017)
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2021)

Композитор тураһында, уның менән әңгәмәләр

үҙгәртергә
  • Фәнис Фәтхи, Рәмзит Абуляев Рим Хәсәнов: «Беркайчан да иҗаттан туктамадым». «Азатлыҡ» радиоһы сайты, 2017, 9 март[13].
  • Романов В. Когда поет душа (К 70-летию композитора Рима Хасанова). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 9 март[14].
  • Хамматова Л. Рим Хасанов: песня «Уфимские липы-2» родилась ночью. Общественная электронная газета, 2012, 13 август[15]
  • Композитору Риму Хасанову исполнилось 65 лет (рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Рим Хәсәнов язучылар берлегенә кергән. «Азатлыҡ» радиоһы сайты, 2010, 29 октябрь (тат.) (Тикшерелеү көнө: 8 март 2017)
  2. Наградили лауреатов премии имени Габдуллы Тукая
  3. Риму Хасанову присвоено звание «Почетный гражданин города Уфы»
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Композитору Риму Хасанову исполнилось 65 лет. Башинформ, 2012, 9 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 март 2017)
  5. Сайт Союза писателей Республики Башкортостан 2018 йыл 16 ноябрь архивланған. (рус.)
  6. «Башинформ» агентлығы, 2015, 3 ноябрь (рус.)
  7. «Чәчкәләр уяныр», «Ҡыҙыл таң» гәзите 2015, 10 ноябрь(недоступная ссылка) (тат.)
  8. Композитор Рим Хәсәнов шағир Назар Нәжмиҙең ижадына арналған күләмле презентация әҙерләй. Башинформ, 2017, 9 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 март 2017)
  9. 9,0 9,1 Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. Пресс-служба. Новости. Поздравления. 2017, 28 апреля 2017 йыл 11 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 апрель 2017)
  10. Өфөлә композитор Рим Хәсәнов Башҡорт ҡоролтайының юғары наградаһы менән бүләкләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 26 апрель 2021 йыл (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2021)
  11. В Уфе композитор Рим Хасанов награжден орденом Салавата Юлаева. ИА «Башинформ», 25 марта 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2022)
  12. СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. 2017, 28 апреля 2018 йыл 30 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 апрель 2017)
  13. Рим Хәсәнов: «Беркайчан да иҗаттан туктамадым». «Азатлыҡ» радиоһы сайты, 2017, 9 март (тат.) (Тикшерелеү көнө: 18 март 2017)
  14. Когда поет душа (К 70-летию композитора Рима Хасанова). Башинформ, 2017, 9 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 март 2017)
  15. Общественная электрогазета. РФ, 2012, 13 август 2016 йыл 2 ноябрь архивланған. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә