Ишмөхәмәт сәсән (төп исеме Мырҙаҡаев-Балапанов Мырҙаҡай Мәһәҙей улы; 7 июль 1781 йыл1878 йыл) — заманының атаҡлы йырсыһы, ҡурайсы һәм ҡобайырсы.

Ишмөхәмәт сәсән
Исеме

Мырҙаҡаев-Балапанов Мырҙаҡай Мәһәҙей улы

Тыуған көнө

7 июль 1781({{padleft:1781|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Күбәләк улусы Балапан ауылы[1]

Вафат булған көнө

1878({{padleft:1878|4|0}})

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

йырсы, ҡурайсы

Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районының (элекке Тамъян-Ҡатай кантоны Күбәләк-Тиләү волосы) Яңы Балапан ауылында тыуған. Ул 1839 йылда Хиуа ханлығына походта В. А. Перовский янында йөрөгән ҡурайсы музыканттар төркөмөндә ҡатнаша. Перовский уны исемле ҡылыс менән бүләкләй.

Ишмөхәмәт сәсән бик күп йырҙарҙың авторы: «Саңды үҙәк», «Малбай», «Бүҙекәй кантон», «Юлтый ҡараҡ». Шул иҫәптән ул үҙенән алда йәшәгән сәсәндәрҙең ижадын, мираҫын һаҡлаусы ла. Ул боронғо шәжәрәләр, ҡулъяҙмаларҙы туплау эше менән дә шөғөлләнгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Д. С. Тикеев, Б. Б. Ғафаров, Ф. Ә. Хөснөтдинова. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. — Өфө, 2006. — ISBN 5-295-03806-8
  • Ғ. Б. Хөсәйенов. Башҡорт әҙәбиәте. Дәреслек. — Өфө, 2010. — ISBN 978-5-04834-0
  • Малыбаев Р., Малыбаева С. Балапан ауылы тарихы. — Белорет, 2009.
  • Малыбаев Р. Һәйкәлгә лайыҡ шәхес. //Ағиҙел. — 2010. — № 1. — 167—176-сы биттәр.
  • Ишмөхәмәт сәсән. / Хөсәйенов Ғ. Башҡорт халҡының рухи донъяһы. — Өфө, 2003. — 295—296-сы биттәр.
  • Шарапов И. Тамырҙарың ҡайҙан, Ишмөхәмәг сәсән? // Йәшлек. — 2004. −13 июль.
  • Аралбай Ҡ. Ишмөхәмәт сәсән рухына. //Башҡ-н. — 2006. — 9 август.
  • Ғайсин А. «Ата сәсән». //Тамаша. — 2007. — № 6. — 60-сы бит.

Һылтанмалар

үҙгәртергә