Антверпен
Антве́рпен (нидерл. Antwerpen Antwerpen [ˈɑntˌʋɛrpə(n)], франц. Anvers [ɑ̃vɛʁs], кбш.-флам. Antwerpn) — Бельгияның Фламанд төбәгендәге ҡала. Ҙурлығы буйынса илдә икенсе ҡала (Брюсселдән һуң), Фландрияның иң ҙур ҡалаһы. Антверпен провинцияһының административ үҙәге. Ҡала Шельда йылғаһының ике яҡ ярында ла урынлашҡан. Диңгеҙ порты булараҡ, донъяның иң эре егерме порты иҫәбенә инә һәм Европала Нидерландтағы Роттердамдан ҡала икенсе урынды биләй[15].
Антверпен | |
нидерл. Antwerpen | |
Байраҡ[d] | Герб[d] |
Рәсми атамаһы | Stad Antwerpen[1] |
---|---|
Ҡушамат | Koekenstad, 't Stad, Scheldestad, Sinjorenstad һәм Diamantstad |
Архивы хранятся в | FelixArchief[d] |
Этнохороним | Antwerpenaar, Antverpenano, Anversoise[2], Anversois[2] һәм anversani |
Рәсми тел | Нидерланд теле |
Гимн | Ântwârpe[d][3] |
Дәүләт | Бельгия[4][5] |
Административ үҙәге | Антверпен[d] |
Административ үҙәк | District of Antwerp[d] |
Административ-территориаль берәмек | Антверпен[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Альберт-канал[d] һәм Шельда[d] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Бургомистр Антверпена[d] |
Хөкүмәт башлығы | Де Вевер, Барт[d][6] |
Ойошма ағзаһы | Vlaamse Erfgoedbibliotheken[d] |
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | Cities and municipalities[d] |
Халыҡ һаны | 529 247 кеше (1 ғинуар 2020)[7] |
Административ рәүештә бүленә | District of Antwerp[d], Берхем[d], Berendrecht-Zandvliet-Lillo[d], Боргерхаут[d], Дёрне[d], Ekeren[d], Merksem[d], Вилрейк[d], Хобокен[d] һәм Borsbeek[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 7 метр[8] |
Туғандаш ҡала | Мюлуз[9], Марсель, Санкт-Петербург[10], Росток[11], Шанхай, Аҡхисар, Хайфа, Кейптаун, Барселона, Людвигсхафен-ам-Райн[d], Дурбан, Парамарибо, Осло, Роттердам һәм Чунцин |
Милке | Олимпийский стадион[d], Q3133850?, Sint-Felixpakhuis[d] һәм Антверпенская ратуша[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Антверпенская ратуша[d], Антверпен, Фламандский регион[d], Бельгия |
Сиктәш | Вунсдрехт[d], Хюлст[d], Реймерсвал[d], Артселар[d], Вейнегем[d], Стабрук[d], Схотен[d], Мортсел[d], Брасхат[d], Borsbeek[d], Эдегем[d], Хемиксем[d], Капеллен[d], Воммельгем[d] һәм Звейндрехт (Бельгия)[d] |
Ҡулланылған тел | Antwerpian[d] һәм Нидерланд теле |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | Ошибка Lua в Модуль:Wikidata/Medals на строке 12: attempt to index field 'datavalue' (a nil value). |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Civilization V[d] |
Майҙан | 204,32 км² (2022)[12] |
Почта индексы | 2000[1], 2018[1], 2020, 2030, 2040, 2050, 2060[1], 2100[1], 2140, 2170, 2180, 2600, 2610 һәм 2660 |
Электрон почта | info@antwerpen.be[13] |
Рәсми сайт |
antwerpen.be antwerpen.be/FR antwerpen.be/DE antwerpen.be/EN |
Һәйкәлдәр исемлеге | Q3251993? |
Портал открытых данных | Antwerpen opendata[d] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | VII быуат |
Ежегодное количество свадеб | 2071[14] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 102 425 |
Урындағы телефон коды | 03 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Антверпене[d] |
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы | Category:Films shot in Antwerp[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Antwerp[d] |
Антверпен Викимилектә |
Этимология
үҙгәртергәАуыҙ-тел ижадына ярашлы, ҡаланың исеме мифик бәһлеүән Дрюон Антигон тураһындағы легенданан килеп сыҡҡан. Бәһлеүән Шельдалағы күпер төбөндә йәшәгән һәм йылға аша сығыусыларҙың һәр береһенән хаҡ алып торған. Түләргә теләмәгәндәрҙе ҡот осҡос яза көткән: бәһлеүән уларҙың ҡулдарын йолҡоп алған да үҙҙәрен һыуға ырғытҡан. Әммә бер заман уны Брабо тигән Рим яугире еңә. Брабо яуыздың үҙенең ҡулдарын сабып өҙә лә уны Шельдаға ырғыта. Халыҡ һөйләүенсә, нәҡ ошо ваҡиғанан ҡаланың атамаһы хасил булған: нидерландсанан «hand werpen» — «ҡулды ташларға» була[16].
Тарихы
үҙгәртергәСтен замогы менән ҡаланың барлыҡҡа килеү ваҡыты асыҡланмаған, әммә VII быуаттан да иртәрәк түгелдер тип һанала.
XV быуатта, Нидерландта Бургунд нәҫеле хакимлыҡ иткәндә, сит илдәрҙең бөтә сауҙа вәкиллектәре Антверпенда урынлашҡан була.
Нидерланд ихтилалы башланғас, Антверпен баш күтәреүселәр яғында була, сөнки сауҙагәрҙәр сословиеһында протестанттар күпселекте тәшкил итә[17]. 1585 йылда ҡала ҡамала һәм Александр Пармскийҙың испан ғәскәрҙәре тарафынан яулап алына. Ошо сәбәпле иҡтисади әүҙемлек тиҙ арала төньяҡҡа, башлыса Амстердамға күсә. 1589 йылға Антверпен халҡы кәмеп, 42 мең кешегә ҡала.
Мюнстер солохо Республикаға Шельда тамағының ике яры буйындағы ерҙәрҙе тапшыра, ә Антверпен ҡалаһын испандарға ҡалдыра, өҫтәүенә, Антверпенды диңгеҙҙән айыра. Был Шельда буйлап суднолар йөрөүен туҡтатыуҙы һәм ҡаланың сауҙа эшмәкәрлеген юҡҡа сығарыуҙы аңлата.
Францияла власҡа Наполеон I килгәс, Антверпен яңырыу кисерә, сөнки ул ҡалала хәрби порт асырға ҡарар итә. 1803 йыл 21 июль декреты менән Антверпен Франция төньяғында беренсе хәрби порт тип иғлан ителә, 1813 йылға тиклем француздар уның гаванендә верфтәр һәм ике ҙур док төҙөү менән мәшғүл була, төҙөлөш 33 миллион франкҡа төшә[18], шулай уҡ ҡалаға эре суднолар инә алһын өсөн Шельданы киңәйтеү эштәре лә алып барыла[19]. Наполеон Антверпенды үҙенең флоты өсөн бик ҙур хәрби-диңгеҙ базаһына әйләндерә, ул 42[20] ут һыҙығы карабын һыйҙырыу мөмкинлегенә эйә була.
1830 йылда, Бельгия ихтилалы ваҡытында, Антверпен гарнизоны башлығы Давид Хендрик Шассе 17 октябрҙә ҡамау хәлен иғлан итә. Шассе цитаделде ике йыл буйы тота һәм, ниһайәт, бирелергә мәжбүр була.
1834 йылда Нидерландтан айырылған Бельгияның дәүләт сиген билдәләгәндә, голланд короленән ришүәт алған Талейран Антверпенды Англия протектораты аҫтындағы «ирекле ҡала» тип иғлан итергә тәҡдим индерә. Артабан янъял сыҡҡанлыҡтан дипломат отставкаға китергә мәжбүр була. Һуңынан барыбер Антверпен Бельгия составына инә.
Антверпендың иҡтисади әһәмиәте кәмеүгә ҡарамаҫтан, ул Көньяҡ Нидерландтың эре художество һәм мәҙәни үҙәге булып ҡалыуын дауам итә.
XIX йыл аҙағынан порттың киңәйеүенә бәйле иҡтисади күтәрелеш башлана. Антверпен 1903 йылда гимнастика буйынса донъя чемпионатын ҡабул иткән беренсе ҡала була. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Льеж эргәһендә еңелгәндән һуң Бельгия армияһы Антверпенға сигенә. Антверпен 11 көн ҡамауҙа тора. Солох төҙөлгәнгә тиклем ул немец оккупацияһында була.
1920 йылғы VII йәйге Олимпия уйындары Антверпенда үтә (14—29 август).
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә- «Антверпен-Үҙәк» тимер юл вокзалы
- Антверпен зоопаркы — 1843 йылда асылған, хайуандарҙың 770 төрө бар. Донъялағы иң боронғо зоопарктарҙың береһе
- Фламанд операһы
- Пеликанстрат урамы, унда ювелир магазиндары бик күп
- Стен замогы, унда судносылыҡ музейы, Оҙон Ваппер һәйкәле бар
- Ҡала ратушаһы һәм Брабо фонтаны
- Антверпен Алла Әсәһе соборы
- Изге Павел соборы
- Рубенс йорто
- Король нәфис сәнғәт музейы
- Ан де Стром музейы
- Плантен-Моретус музейы
- Хәҙерге заман сәнғәте музейы
- Майер ван ден Берг музейы
- Schelde Vrij (Азат Шельда) монументы
- Суд бинаһы
- Пётр I һәйкәле
- Мидделхейм скульптуралар музейы (nl:Openluchtmuseum voor beeldhouwkunst Middelheim)
- Ден Брандт паркындағы замок (nl:Nachtegalenpark)
- Рус телен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү үҙәге
[21]
Иҡтисады
үҙгәртергәAmerican Association of Port Authorities (AAPA) мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Антверпен порты 2005 йылда тоннажы буйынса донъяла 17-се, Европала Роттердамдан ҡала икенсе була.
Эре сәнәғәт үҙәге: нефть химияһы, машиналар эшләү һәм башҡа сәнәғәт тармаҡтары, атом энергетикаһы үҫешкән.
Антверпен — бриллианттар эшкәртеү һәм һатыу буйынса донъя үҙәге. Эре белем биреү үҙәге: Антверпен университеты, бер нисә юғары уҡыу йорто эшләй. Ҡалала эшһеҙлек кимәле — илдә иң юғарыһы.
Транспорт
үҙгәртергәТиҙлекле автомагистралдәр Антверпенды Гент, Брюссель, Хасселт, Бреда (Нидерланд) менән бәйләй. Антверпенды юғары тиҙлекле тимер юлға ҡушыу бара.
Ҡаланың төп вокзалы — Антверпен-Үҙәк. Antwerpen-Noord — Европала ҙурлығы буйынса икенсе урында торған сортлау станцияһы.
Ҡала йәмәғәт транспорты автобустарҙан, ҡәҙимге һәм ер аҫты трамвайҙарынан (антверпенлылар үҙҙәре уны «метро» ти) тора.
Антверпен халыҡ-ара аэропорты ҡала үҙәгенән 2 километрҙа Дёрне районында урынлашҡан. Төп осоу йүнәлештәре — Лондон һәм Манчестер. Ҡаланан 45 километрҙа Брюссель аэропорты урынлашҡан, уның менән Антверпен араһында поездар һәм автобустар йөрөп тора. Брюссель-Шарлеруа аэропорты ла әллә ни алыҫ түгел.
Муниципалитет
үҙгәртергәМуниципалитетҡа Антверпен ҡалаһы һәм бер нисә ваҡ ҡала инә, ул туғыҙ районға бүленә:
- Антверпен
- Берхем
- Берендрёхт-Зандфлит-Лилло
- Borgerhout
- Дёрне
- Экерен
- Хобокен
- Мерксем
- Вилрейк (Wilrijk)
Мәҙәниәт
үҙгәртергә17 быуатта Антверпендың сәнғәт ҡалаһы тигән даны була, сөнки һынлы сәнғәт мәктәбе билдәле рәссамдарҙы йыя. Унда Рубенс, ван Дейк, Йорданс һәм башҡа бик күп оҫталар ижад итә.
Спорт
үҙгәртергәАнтверпендың «Антверпен» (Royal Antwerp Football Club) тип аталған футбол клубы бар. 1880 йылда ойошторолған. 16649 тамашасы һыйышлы «Босэйлстадион» стадионында шөғөлләнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Crossroads Bank for Enterprises
- ↑ 2,0 2,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
- ↑ https://www.vrt.be/vrtnws/nl/2020/11/24/antwaarpe-van-de-strangers-erkend-als-officieel-volkslied-van/
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ (unspecified title)
- ↑ Kabinet burgemeester Bart De Wever
- ↑ Bevolking per gemeente op 1 januari 2020 — Статбель.
- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ https://www.mulhouse.fr/ma-mairie/relations-internationales-et-cooperation-transfrontaliere/jumelages-europe-asie/
- ↑ https://kvs.gov.spb.ru/en/agreements/
- ↑ https://rathaus.rostock.de/de/antwerpen_belgien/278485
- ↑ https://bestat.statbel.fgov.be/bestat/crosstable.xhtml?view=98d704f1-0a0a-40ee-8945-dd5453eddd7c
- ↑ https://www.antwerpen.be/ (нидерл.)
- ↑ http://www.lalibre.be/actu/belgique/voici-le-nombre-de-mariages-et-divorces-par-communes-en-belgique-5a32911bcd700ea8c6f461b7
- ↑ «World Port Rankings 2010». American Association of Port Authorities. 2010
- ↑ Brabo Antwerpen 1 (centrum) / Antwerpen (Dutch)
- ↑ Pirenne H. Histoire de Belgique. IV, 1927, p.78
- ↑ Антверпен // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
- ↑ Dunton Larkin. The World and Its People. — Silver, Burdett, 1896. — P. 163.
- ↑ Никонов А.П. Наполеон: Попытка № 2. — СПб.: «Питер», НЦ ЭНАС, ISBN 978-5-93196-990-9, ISBN 978-5-4237-0004-1, 2008. — 376 с. — 4000 экз.
- ↑ В Бельгии открылся Центр изучения русской культуры
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Военный энциклопедический лексикон
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Антверпен // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
- Официальный сайт 2011 йыл 3 февраль архивланған. (нид.)(нид.) (инг.)(инг.) (фр.)(фр.) (нем.)(нем.)
- Официальный туристический сайт 2006 йыл 23 апрель архивланған. (нид.)(нид.) (инг.)(инг.) (фр.)(фр.) (нем.)(нем.)