Лукьянов Валериян Михайлович

Лукьянов Валериян Михайлович (7 июль 1960 йыл) - спортсы. Спорт ориентиры буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1988). Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2002).

Лукьянов Валериян Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 июль 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (63 йәш)
Һөнәр төрө спортсы
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Лукьянов Валериян Михайлович 1960 йылдың 7 июлендә Татар АССР-ының Алексеевка ауылында тыуған.

1983 йылда Өфө авиация институтын тамамлай. Спорт менән институттың спорт клубында шөғөлләнә (тренеры А. П. Коротков).

Тренер булараҡ, Валериян Михайлович 3 Рәсәй спорт мастерын һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры В. Г. Глухарёвты әҙерләгән[1] . 1985-1986 йылдарҙа «Спартак» ирекле спорт йәмғиәтенең саңғы базаһы инструкторы булып эшләй, спорт ориентиры түңәрәге етәксеһе була, 1995 йылдан алып «Электронефтегаз» спорт клубы директоры булып эшләй.

Хәҙерге ваҡытта ул Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында «Спартак» спорт - һауыҡтырыу комплексы директоры булып эшләй.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында СССР чемионы һәм донъя чемпионы (1990)

«Социалистик илдәр дуҫлығы Кубогы» халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе (1988).

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Гордимся прошлым, строим будущее. УГАТУ 85 лет / сост. М. А. Филимонов; Уфимск. гос. авиац. техн. ун-т. - Уфа : РИК УГАТУ, 2017. - 379 с.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Глухарев Василий Геннадьевич - Ориентировщики России (недоступная ссылка — история). Проверено 18 ноября 2014. Архивировано 18 декабря 2014 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә