Ғиниәтуллина Светлана Ғәйнулла ҡыҙы

Ғиниәтуллина Светлана Ғәйнулла ҡыҙы (7 июль 1975 йыл) — драма актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2008).

Ғиниәтуллина Светлана Ғәйнулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 7 июль 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (49 йәш)
Тыуған урыны Ҡариҙел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты

Биографияһы

үҙгәртергә

Светлана Ғәйнулла ҡыҙы Ғиниәтуллина 1975 йылдың 7 июлендә Башҡорт АССР-ы Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылында тыуған. Урынлағы 1-се урта мәктәпте[1], фортепиано буйынса музыка мәктәбен, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр сәнғәте факультетын (А. И. Карякин курсы, 1997 йыл|1да тамамлай.

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театрында, Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында, 1997 йылдан Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрында эшләй.

Амплуасы — лирик-драматик йәш ҡаһармандар, көлкөлө ролдәр.

Уйнаған ролдәре

үҙгәртергә
  • Анна Демби — «Кин IV, йәки Гений һәм аҙғынлыҡ» (рус. Кин IV или гений и беспутство) Г. Горин
  • Ирина — «Апалы-һеңлеле өсәү» (рус. Три сестры) А. Чехов
  • Катя — «Биш кисә» (рус. Пять вечеров) А. Володин
  • Зөбәрҗәт — «Ай тотолған төндә» (рус. В ночь лунного затмения) М. Кәрим
  • Хильда — «Төзүче Сольнес» (рус. Строитель Сольнес)
  • Төлкө — «Иван VII» (рус. Иван Седьмой)
  • Яҡты йондоҙ — «Арканзас мөғжизәһе йәки Бейеүсе айыу» (рус. Арканзасское чудо или Танцующий медведь)
  • Смельская — «Уңыш хаҡы» (рус. Цена успеха)
  • Любовь — «Һуңғылар» (рус. Последние)
  • Елена Андреевна — «Ваня ағай» (рус. Дядя Ваня)
  • Флоренс — «Сәйер Сэвидж ханым» (рус. Странная миссис Сэвидж)
  • Турандот — «Принцесса Турандот» (рус. Принцесса Турандот)
  • Элиза — «Һаран» (рус. Скупой)
  • Бланш Дюбуа — «Өмөт трамвайы» (рус. Трамвай Желание) Т. Уильямс
  • Аҡйондоҙ — «Ике хат» (рус. Два письма) М. Кәрим
  • Фея — «Көлбикә» (рус. Золушка)
  • Синьора Өрәк — «Пират һәм өрәктәр» (рус. Пират и Призраки)
  • Женевьева — «Блэз» К. Манье
  • Марианна — «Мәҙәк осрак» (рус. Забавный случай) К. Гольдони
  • Клементина — «Геростратты оноторға» (рус. Забыть Герострата)
  • Маркиза де Мертей — «Ҡурҡыныс элемтәләр» (рус. Опасные связи)
  • Мэг Снайдер — «Примадонналар» (рус. Примадонны) К. Людвиг
  • Шамакай, Убырлы ҡарсык — «Батша ҡыҙы-баҡа» (рус. Царевна-лягушка)
  • Юлия Джули — «Күләгә» (рус. Тень) Е.Шварц
  • Зоя Денисовна Пельц — «Зойканың фатиры» (рус. Зойкина квартира) М. Булгаков
  • Бал ҡорто — «Муха-Цокотуха» Ю. Дунаев
  • Тойбеле — «Ҡатын һәм уның иблисе» (рус. Женщина и ее демон) И. Зингер
  • «Сәләмәт булығыҙ» (рус. Будьте здоровы)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
Файл:С.Г.Гыйниятуллина 1.jpg
Светлана Ғиниәтуллина

Һылтамалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә