Андреев Кирилл Дементьевич
Андреев Кирилл Дементьевич (7 июль 1901 йыл — 2 ғинуар 1972 йыл) — граждандар һуғышында ҡатнашыусы һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар дивизияһының батальон парторгы, лейтенант. 1941 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1943).
Андреев Кирилл Дементьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй империяһы |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 7 июль 1901 или 7 (20) июль 1901[1] |
Тыуған урыны | Баҙлык, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 2 ғинуар 1972[1] (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Бишбүләк, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | офицер, хәрби хеҙмәткәр |
Биләгән вазифаһы | мәктәп директоры |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | өлкән сержант һәм лейтенант |
Һуғыш/алыш | Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы[2] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәКирилл Дементьевич Андреев 1901 йылдың 7 июлендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Баҙлыҡ‑Васильевка (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Баҙлыҡ) ауылында тыуған.
Үҫмер крәҫтиән Октябрь революцияһы идеялары менән илһамлана һәм граждандар һуғышы фронттарында иҫке тормошто яҡлаусылар менән көрәшә. ВКП(б) сафына тик Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 1941 йылда ғына инә. Граждандар һуғышынан һуң Миәкә районының «Ҡанаш» ауыл хужалығы артеле рәйесе булып эшләй, Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлай. 1928 йылдан 1941 йылға тиклем иң тыныс һәм изге хеҙмәт менән шөғөлләнә: уҡытыусы булып эшләй, Миәкә һәм Бишбүләк райондарының бер нисә башланғыс мәктәбенең директоры була.
1941 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армия сафына алына. Сәйәси хеҙмәткәрҙәр курсын тамамлай, шул уҡ йылдың сентябрендә хәрәкәт итеүсе армия сафында була. Өлкән сержант, артабан лейтенант Кирилл Андреев Воронеж фронты 38-се армияның 163-сө уҡсылар дивизияһы 1318-се уҡсылар полкы батальоны парторгы була.
Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, Андреев Кирилл Дементьевичкә 1943 йылдың 29 октябрендә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3].
Уҡытыусы-герой, лейтенант Кирилл Андреев Бөйөк Ватан һуғышының аҙағынаса була алмай, 1945 йылдың башында яра ала һәм тиҙҙән фронттан ҡайтарыла. Тыуған иленә ҡайтҡас, Бишбүләк район Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләй, һаҡлыҡ кассаһы мөдире вазифаһын башҡара.
1972 йылдың 2 ғинуарында Андреев Кирилл Дементьевич вафат була. Бишбүләк ауылында ерләнгән.
Батырлығы
үҙгәртергә1943 йылдың 3 октябрендә өлкән сержант Андреев бер төркөм һалдат менән Киевтан көньяҡтараҡ Днепр аша сыға. Хәрби подразделениелә урынлашып, ул үҙ һалдаттары менән бейеклеккә үтеп сыға, яҡшы итеп окоп ҡаҙып урынлаша, көслө мылтыҡ-пулемёт уты асып, дошман оборонаһын көсһөҙләндерә. Шуның арҡаһында уҡсылар ротаһы урман ситенә яҡынайырға һәм шунда нығынырға мөмкинлек ала.
Немецтар беҙҙең подразделениены плацдармддан алып ташлау маҡсаты менән һөжүм иткәс, Андреев беренсе булып ҡаршы атакаға күтәрелә, фашистарға гранаталар яуҙыра, үҙенең шәхси өлгөһө менән батальон составын рухландыра.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (1943)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (29.10.1943)[3]
- Ленин ордены (29.10.1943)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (17.08.1943)[4]
Хәтер
үҙгәртергә- Бишбүләктә Кирилл Дементьевич Андреев йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Бәләбәй педагогия колледжы бинаһында (Бәләбәй ҡалаһы, Пролетар урамы, 41) колледжды тамамлаусы Геройҙар К. Д. Андреев, П. Е. Васильев, В. Ф. Тарасенко һәм А. П. Кузнецовҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Таҡтаташтағы яҙыу:
«Бында Советтар Союзы Геройҙары Андреев К. Д., Васильев П. Е., Тарасенко В. Ф. һәм Дан орденының тулы кавалеры Кузнецов А. П уҡыны.»— belebey.bashkortostan.ru/about/places/325996
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ 3,0 3,1 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756/682525, д. 2/59, л. 17, 206, 207)
- ↑ Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 473, л. 2)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ерошин А. Память солдатского сердца //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Андреев Кирилл Дементьевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 июль 2021)
- Андреев Кирилл Дементьевич . «Герои страны» сайты.
- Николай Ермоленко. Сегодня — 105 лет со дня рождения Героя Советского Союза Кирилла Андреева . ОАО ИА «Башинформ» (7 июль 2006). Дата обращения: 18 ноябрь 2010. Архивировано 25 апрель 2012 года.(рус.)Башинформ (7 июля 2006 года).Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 апрель 2012.18 ноябрь 2010 тикшерелгән.
- Чувашская энциклопедия