4 июль
дата
(4 июля битенән йүнәлтелде)
4 июль — григориан стиле буйынса йылдың 185-се (кәбисә йылында 186-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 180 көн ҡала.
4 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
4 июль Викимилектә |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй Федерацияһы: Хөкөм язаһын башҡарыу системаһының тыл көнө.
- Ҡырғыҙстан: Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1865: Англия яҙыусыһы Льюис Кэрроллдың «Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» әҫәренең беренсе баҫмаһы донъя күрә.
- 1920: Мәскәүҙә «Маугли» спектакле менән хәҙерге Н. И. Сац исемендәге балалар музыкаль театры эшләй башлай.
тулы исемлек
- 1950: «Азатлыҡ» радиоhы тәүге тапҡыр эфирға сыға.
- 1994: Башҡортостанда кеҫә телефоны аша тәүге һөйләшеү була.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Юхин Иван Петрович (1935—14.05.2016), агроном-ғалим. 1968 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1977 йылдан техник культуралар лабораторияһы мөдире, 1984 йылдан — институт директорының фән буйынса урынбаҫары, 1998 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2000 йылдан — бүлек мөдире. 2001 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2000). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Грачи ауылынан (1970-сы йылдарҙа бөткән).
- Рәхмәтуллин Рим Хөрмәт улы (1940 ), нефтсе-ғалим, хужалыҡ, дәүләт, партия һәм комсомол органдары хеҙмәткәре. 1983—1987 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡала комитетының беренсе секретары. Техник фәндәр кандидаты (1980). Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Өфө ҡалаһы Октябрь районының почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Черкасов Андрей Геннадьевич (1970), спортсы, тренер. Теннис буйынса 1988 йылдан — СССР, 1992 йылдан — Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, 1993—2001 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 2010 йылдан Мәскәүҙәге «Мегапрофи» спорт клубының тренер-уҡытыусыһы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1988), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2001). Барселоналағы Олимпия уйындарының бронза призеры (1992).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Комлев Пётр Александрович (1921—1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби осоусы, штурмлау авиация полкының звено командиры, өлкән лейтенант (1944). Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Воскресенка ауылынан.
- Верхотуров Михаил Александрович (1961), ғалим-инженер-системотехник, спортсы-турист. 1983 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). Спорт туризмы буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ҡолмөхәмәтова Мәрйәм Муллабай ҡыҙы (1951), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977—2006 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990 йылдан — мәктәптең уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2003).
- Ғилажетдинов Вячеслав Африк улы (1956—7.08.2020), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-инженер. 2014—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Техник фәндәр кандидаты (1987). Сығышы менән Үзбәк ССР-ы Наманган өлкәһенең Өс ҡурған ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ушанова Гөлшат Ғилман ҡыҙы (1942), полиграфия ветераны. 1956—1997 йылдарҙа Баймаҡ район типорафияһы йыйыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1984). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1977). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Ғиззәтуллина Гөлсирә Мирза ҡыҙы (1957), журналист, яҙыусы, тəржемəсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009), Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара әҙәби конкурстың республика этабы еңеүсеһе һәм бәйгенең халыҡ-ара туры дипломанты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғәлимшин Ильяс Әҡсәнвәли улы (1938), нефтсе. 1962 йылдан «Туймазабурнефть» тресы быраулау контораһының быраулаусы ярҙамсыһы, 1965 йылдан — «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау мастеры һәм өлкән мастеры. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Иҫке Ҡандра ауылынан.
- Әйүпов Рим Шәрип улы (1938—2.02.2015), СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры. 1965—1996 йылдарҙа Киров ҡалаһындағы драма һәм өлкә йәш тамашасы театрҙары хеҙмәткәре. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Поляковка ауылынан.
тулы исемлек
- Архипов Юрий Владимирович (1968), спортсы, тренер. 1997 йылдан Дүртөйлө район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитетының уҡытыусы-тренеры. Яугирлыҡ сәнғәте буйынса халыҡ-ара мастер (2011) һәм атҡаҙанған тренер (2011), Карате буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1998), Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры (1997). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе Янгиабад ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сәрүәрова Рима Фәйзи ҡыҙы (1954), журналистика ветераны, радиопроекттар авторы һәм тапшырыуҙар алып барыусы. 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Рәсәй Журналистар союзы премияһы (2001) һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (1997) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Лаяшты ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1610: Поль Скаррон, Франция яҙыусыһы, драматург һәм шағир.
- 1765: Пьер-Антуан Дюпон де л’Этан, Францияның хәрби эшмәкәре, дивизия генералы.
тулы исемлек
- 1790: сэр Джордж Эверест, Британия географы, геодезист.
- 1815: Павел Федотов, Рәсәй империяһы рәссамы, график.
- 1880: Стеллан Рюэ, Дания кинорежиссёры.
- 1900: Робер Деснос, Франция шағиры, яҙыусы һәм журналист.
- 1910: Зифа Басирова, СССР-ҙың театр актёры, йырсы, Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы, ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- 1910: Глория Стюарт, АҠШ актрисаһы.
- 1927: Джина Лоллобриджида, Италияның кино актёры.
- 1930: Фрунзик Мкртчян, СССР һәм Әрмәнстандың театр һәм кино актёры, театр режиссёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1984).
- 1930: Юрий Тюкалов, СССР спортсыһы, тренер, рәссам һәм архитектор. Академик ишеү буйынса атҡаҙанған спорт мастеры һәм атҡаҙанған тренер. СССР-ҙың беренсе олимпия чемпионы
- 1930: Штефан Угер, Словакия кинорежиссёры, сценарист.
- 1940: Алла Латынина, СССР һәм Рәсәйҙең әҙәбиәт белгесе, әҙәби тәнҡитсе һәм журналист.
- 1945: Агнеш Храницки, Венгрия кинорежиссёры.
- 1950: Артём Тарасов, СССР һәм Рәсәй эшҡыуары, сәйәсмән, СССР-ҙың беренсе рәсми миллионеры.
- 1975: Армен Гаспарян, Рәсәй журналисы, радио тапшырыуҙар алып барыусы, яҙыусы һәм йәмәғәтсе.