Академик ишеү
Академик ишеү — циклик спорт төрө. Байдаркала һәм каноэла ишеүҙән айырмалы рәүештә, спортсылар арҡа, ҡул һәм аяҡ мускулдарын ҡулланып, кәмәләргә ултырып ишкәк менән ишәләр. Көнбайыш Европа, Рәсәй, АҠШ, Австралия, Яңы Зеландия һәм Румынияла бигерәк популяр булып киң таралған.
Академик ишеү | |
Рекорд или история рекордов | list of world records in rowing[d] |
---|---|
Вики-проект | WikiProject Rowing[d] |
Академик ишеү Викимилектә |
Академик ишеү Олимпия уйындары программаһына 1896 йылдан (ҡатын-ҡыҙҙарҙа 1976 йылдан) индерелгән. Олимпия уйындарынан тыш йыл һайын Донъя чемпионаты, Донъя кубогы, Милләт кубогы, Студенттар араһында донъя чемпионаты, Үҫмерҙәр араһындағы донъя чемпионаты үтә.
Халыҡ-ара ишеү федерацияһы
үҙгәртергәХалыҡ-ара ишкәкле спорт федерацияһы (ХИСФ) — Олимпия программаһы уйындарында академик ишеү буйынса ярыштар ойоштора һәм үткәрә, ярыш үткәреү системаһын камиллаштыра, донъя чемпионаты үткәрә, халыҡ-ара ярыштарҙы үткәреү буйынса яуаплы спорт төрҙәрен үҫтеп, географияһын киңәйтеп, ярыш ҡағиҙәләрен камиллаштырыу, һыу һәм туризмды үҫтереү методикаһы ишкәкле инвентарҙары әҙерләү. Был комиссия составынан тейешле эш башҡарылды.
Ишеү нигеҙҙәре
үҙгәртергәИдеаль ишеү техникаһы юҡ, һәр бер «академистың» ишеүҙең төрлө тойоуына һәм ҡараштарына нигеҙләнгән үҙ техникаһы бар. Тренерҙың маҡсаты: спортсының шәхси ишеү техникаһын төрлө шарттарға максималь яраҡлаштырыу.
Ишеү
үҙгәртергәИшеү техникаһында ике төп момент бар — башы (шулай уҡ «зацеп» йәки «баҫып алыу») һәм ишеү аҙағы. Улар икеһе лә балансҡа, тиҙлеккә һәм кәмәнең хәрәкәт траекторияһына (горизонталь һәм вертикаль) йоғонто яһай. Экипаждың артыуы менән (йәғни кәмәлә ишкәкселәрҙең һаны), был ваҡытта ике моменттың әһәмиәте арта, сөнки «идеалда» ишеүҙең башы һәм аҙағы моменты бөтә экипаж ағзалары өсөн бер үк булырға тейеш, әммә ысынбарлыҡта ишеү араһындағы айырма (профессиональ ишкәкселәр өсөн) бер экипажда ишеүҙең башы (йә аҙағы) моменты йөҙҙән бер, ҡайһы ваҡыт меңдән бер секунд өлөшөн тәшкил итә.
Академик ишеү төрҙәре
үҙгәртергәҠатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында академик ишеү буйынса ярыштар үткәрелә. Академик ишеү парлы һәм ике ҡолаҡлы ишеүгә бүленә. Парлы ишеү — ике ишкәк, ике ҡолаҡлы ишеү — бер шкәк менән башҡарыла. Кәмә составы бер, ике, дүрт һәм һигеҙ ишкәксенән тора. Ҡайһы бер кластарҙа спортсылар ауырлығы сикләнгән.
Олимпия программаһы буйынса ярыштар 14 класта үткәрелә:
- Яңғыҙҙар — ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар;
- Ике ишкәкле парлы — ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар;
- Ике ишкәкле ике ҡолаҡлы — ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар;
- Ике ишкәкле парлы еңел ауырлыҡта — ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар;
- Дүрт ишкәкле ике ҡолаҡлы — ир-егеттәр һәм еңел ауырлыҡтағы ир-егеттәр ;
- Дүрт ишкәкле парлы — ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар;
- Һигеҙ ишкәкле—ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар;
Олимпия уйындары программаһына инмәгән, әммә донъя чемпионаты программаһында ҡатнашыусы академик ишеү кластары:
- Яңғыҙҙар — еңел ауырлыҡтағы ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар;
- Ике ишкәкле — ир-егеттәрҙең ҡойроҡсоһо булған ике ҡолаҡлы; ике ишкәкле ике ҡолаҡлы еңел ауырлыҡтағы ир-егеттәр;
- Дүрт ишкәкле — ир-егеттәрҙең ҡойроҡсоһо булған ике ҡолаҡлы; дүрт ишкәкле — ике ҡолаҡлы ҡатын-ҡыҙҙҙар; дүрт ишкәкле — еңел ауырлыҡтағы парлы ҡатын-ҡыҙҙҙар һәм ир-егеттәр;
- Һигеҙ ишкәкле — еңел ауырлыҡтағы ир-егеттәр;
Ҡолаҡсының ауырлығы сикләнгән (әгәр уның ауырлығы норманан әҙерәк булһа, кәмәне балласҡа һалалар), Ҡатын-ҡыҙҙар экипажында ҡолаҡсы ир-егет булрға мөмкин, һәм киреһенсә. Иҫкәрмә — Олимпия уйындары (экипаждың бөтә спортсылары ла бер затттан булырға тейеш).
Шулай уҡ ҡайһы ваҡыт яртышар ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған ҡатнаш дүрт һәм һигеҙ ишкәкле коммерция ярыштары үткәрелә.
Ишкәкселәрҙең айырмалары
үҙгәртергәАкадемик ишеүҙә ишкәселәр парлы ишкәкселәргә (бер үк ваҡытта ике ишкәк менән ишәләр) һәм ике ҡолаҡлы ишкәкселәргә (бер ишкәк менән ишәләр) аныҡ айырыла.
Ике ҡолаҡлы ишкәкселәр аша ишеүселәргә (ишкәк уңда) һәм баклылырға (ишкәк һулдан) бүленә. Иҫәпләүҙәр шуны күрһәтә: кәмәнең уйнауынан һаҡланыу өсөн, баклыларға ҡарағанда, аша ишеүселәр 5 % күберәк көс һалырға тейеш; дүрт һәм һигеҙ ишкәкле кәмәләрҙә көслө аша ишеүселәрҙе кәмәнең танауына яҡыныраҡ ултыртырға тырышырға кәрәк[1].
Академик ишеү үҙенсәлектәре
үҙгәртергәАкадемик ишеү байдарканан һәм каноэла ишеүҙән бик ныҡ айырыла: хәрәкәт итеү ысулы буйынса ла, спортсыларға көс төшөүе яғынан да. Академик ишеү — ул спортсыларҙың яҡынса тәндең 95 % мускулдарын эшләтеүсе спорт төрҙәренең береһе. Байдаркала һәм каноэла ишеүҙең төп айырмалары түбәндәгеләр:
- Дистанцияны үтеү оҙонлоғо
- Ярыш харакерына ҡарап, 500 метрҙан 160 километрға тиклем үҙгәрә: «Б» юниондары (16 йәштән кесе) — 500—1500 метр, «А» юниондары (16-18 йәштәр)1000 метрҙан 2000 метрға тиклем, «U-23» һәм өлкәнерәк стандарты 2000 метр. 2000 метрҙан ашыу дистанция — марафон булып һанала.
- Хәрәкәт итеү юлы
- «Академистар»ға арҡа менән алға хәрәкәт итеү характерлы, шул уҡ ваҡытта кәмең хәрәкәтен махсус юлдар буйлап коррециялау башҡарыла (буйка буйынса)
- Инвентарь
- Хәрәкәт итеү тиҙлеге
- 20 км/сәғ (8+ өсөн уртаса-йөрөү) һәм 30 км/сәғ тиклем («ырғылуҙарҙа» (старт/финиш)), был турала (2000 м) дистанцияһын үтеү ваҡытына ҡарап фаразларға мөмкин. Иң етеҙ кәмә булып 8+ һанала.
- Ишеүҙең үҙ техникаһы
Ҡорамалдар
үҙгәртергәАкадемик суднолар — ишкәк өсөн кронштейндары борт аша сығарылған һәм хәрәкәтсән ултырғыстары (банкалары) булған тар оҙонайтылған спорт кәмәләре. Кәмәләр өйрәнеү (үҙешмәкәр) һәм ярыш төрҙәренә бүленә. Ҡағиҙә булараҡ өйрәнеү кәмәләре киңерәк һәм уларҙың борттары бейегерәк[2].
Кәмәләр тәүҙә ағастан ғына эшләнгән, ошонан сығып кәмәләрҙе яһау ысулдарының типтар бүленеше барлыҡҡа килгән. "Клинкер"буй рейкалар йыйылмаһы менән көпләнгән. «Скиф» — ҡиммәтле ағас тоҡомдары фанера һәм шпонынан, һуңыраҡ — композицион материалдарҙан яһала. Хәҙер, «клинкер» техника һәм «клинкер» кәмәләр элекке ваҡытта ҡалғас, «скифтар» тип ярыш кәмәләрен атайҙар[3].
1980 йылдан алып бәйләүсе итеп юғары сифатлы эпоксид ыҫмалаларҙы ҡулланып, күп ҡатлы сэндвич технологияһы буйынса углорд материалдарынан ҡулланып етештерелә. Кәмә хаҡы юғары, мәҫәлән, яңғыҙ кәмәләр хаҡы 1200 000 һумдан башлана.
Ишеү инвентарына ярыш ҡағиҙәләренең талаптары
үҙгәртергә1. Баҫҡыс конструкцияһы кәмә түңкәрелеү осрағында ишкәксегә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡул ярҙамын ҡулланмайынса, кәмәне ташлап китеү мөмкинлеге бирергә тейеш.
2. Кәмә мороно ҡойолған резина шар һәм флюгарка тотҡосо менән йыһазландырылған булырға тейеш.
3. Ишкәкһеҙ һәм радиосистемаһыҙ минималь кәмә ауырлығы түбәндәгесә булырға тейеш:
- 4+ (дүрт ишкәкле ҡойроҡсо) — 51 кг
- 2х, 2 — (парлы ике ишкәкле һәм рулһеҙ) — 27 кг
- 1х (яңғыҙ) — 14 кг
- 2+ (ике ишкәкле ҡойроҡсо) — 32 кг
- 4 — (дүрт ишкәкое рулһеҙ) — 50 кг
- 4х (парлы дүрт ишкәкое) — 52 кг
- 8+ (һигеҙ ишкәклн) — 96 кг
4. Ике ҡолаҡлы ишкәк ҡалаҡтары киңлеге 3 мм, ситенән бөтә периметр буйынса 5 мм-ҙан кәм булмаҫҡа тейеш, ә парлы ишкәктәрҙең ситенән 2 мм — 3 мм-ҙән кәм түгел.
Ишкәктәр
үҙгәртергәАкадемик ишеү өсөн ишкәктәр эпоксид бәйләүсе «эҫе» ҡатырыу нигеҙен яһала. Был уны юғары ныҡлы-һығылмалы үҙенсәлектәр, эксплуатация тотороҡлоҡ һәм минималь ауырлыҡ менән тәьмин итә. Күсәр овал киҫелешле һәм уратыу ысулы менән, артабан баҫым аҫтында ҡатырып яһала. Ишкәк ҡалағы өс ҡатлы конструциялы һәм «Тура» баҫыу методы менән яһала.
Ярыштар
үҙгәртергә- Чарльз йылғаһы аша регата (ингл. Head of the Charles Regatta) — Массачусетс штатындағы, АҠШ, Бостон һәм Кембриджды бүлеп ятҡан Чарльз йылғаһындағы ярыш.
- Король хенлей регатаһы
- Оксфорд — Кембридж — «яҡшы университетты» билдәләү маҡсаты менән Темза буйлап йыл һайын уҙғарылған традицион кәмә регатаһы.
Ишеү традициялары
үҙгәртергәКөнбайышта академик ишеү бер нисә быуат буйы тайпылышһыҙ һаҡланған боронғо традицияларға эйә.
- XIX быуат башынан Лондонда Темза йылғаһында Оксфорд һәм Кембридж университет экипаждапы араһында классик Король регатаһы ойошторола.
- Дистанцияның оҙонлоғо 2 километр тәшкил итә (Бөйөк Британияның башҡа классик ярыштарынан айырмалы рәүештә). Бик һирәк дистанция бер йәки 1,5 километр тәшкил итә (йышараҡ үҫмерҙәр һәм ветерандар ярыштарында ғына)
- Стартта техника ҡулланылмай — старт сигналына тиклем кәмәләрҙе ярыш стюардтары тота.
Жаргон һүҙҙәр һәм термин билдәләмәләре
үҙгәртергә- Банка — хәрәкәтсән ултырғыс (пластик йәки ағастан), 4 тәгәрмәсле, полозок (релстар) буйынса хәрәкәт итә.
- Баҫҡыс — металл пластина менән берләштерелгән, ишеү ваҡытында этәргес һәм таяныс өсөн ҡулланылған аяҡ кейеме. Ҡағиҙә булараҡ, ҡойроҡсоһоҙ кластарҙа ишкәкселәрҙең уң ботинкаһы кәмә төбөндәге ҡойроҡсо механизмы менән бәйле, шуға ул кәмә курсына корректировка индерә ала.
- Руль — бер яғы һыу эсендә булған пластик осло металл үҙәк һәм икенсе яғында «Т» хәрефе формаһындағы металл пластина (тростарға беркетелгән үҙәк уҡ-сығынты ҡойроҡсоға ориентир булып тора).
- Полозок — кәмә эсендә хәрәкәт итеү өсөн тәғәйләнгән ике рельс. Ике яҡтан да пластик сикләгес.
- Тармаҡ /кронштейн — конус рәүешендә ҡушылған көпшәләр (металл, карбон). Кәмә борт буйлап беркетелгән (парлыларға һулдан һәм уңдан, ике ҡолаҡлыларға һулдан йәки уң яҡтан). Ишкәк өсөн таяныс нөктә булараҡ ҡулланыла.
- Фальшборт — борт буйлап перпендикуляр беркетелгән пластиналар (кәмә материалынан). Сәсрәтеүҙән һаҡланыу өсөн хеҙмәт итә.
- Тулҡынйырғыс — беренсе номер артына беркетелә. Хәрәкәт ваҡытында һыуҙын инеүенән һаҡлау өсөн хеҙмәт итә.
- Лючок — түңәрәк формала, тотҡалы һәм һырлы хәрәкәтсән пластина. Тирә-яҡ мөхит һәм кәмәнең эске ҡыуышлығы араһындағы «ишек» ролен үтәй.
- Вертлюг — кронштейн осона беркетелгән пластик-металл изделиеһы. Кәмәгә ишкәкте хәрәкәтсән беркетеү өсөн хеҙмәт итә.
- Каретка — подшипник менән тәьмин ителгән пластик тәгәрмәскә беркетелгән металл конструкция, хәрәкәтсән ултырғыстың (банка) элементы булып тора. Тәгәрмәстәр араһында күсәр араһының оҙонлоғона ярашлы, кареткаларҙың ике стандарт типоразмеры бар.
- Беркетелгән терәк — терәктең (баҫҡыстың) төрлө типтағы академик судноларҙың урынын беркетеү һәм үҙгәртеү өсөн хәрәкәтсән фиксаторлы пластик планка
- Мороно — кәмә морононоң шар формаһындағы башағы. Бәрелеш ваҡытында спортсыларҙы йәрәхәтләнеүән һәм инвентарҙың зыян күреүенән һаҡлау өсөн хәүефһеҙлек элементы.
- Барашек — парлы һәм ике ҡолаҡлы металл һырлы ҡушымта менән вертлюг өсөн пластик фиксатор.
- Каблук — ишкәктең рычаг оҙонлоғон пластик сикләүсе.
- Манжет — ишкәктең эш фазаһында ынтылыш мөйөшөн фиксациялау өсөн пластик цевья ҡаптырмаһы.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- Академик ишеү буйынса иң йәш чемпионына ни барлығы 10 йәш. Уны ауырып иткән ҡойроҡсо урынына ултырталар. Экипаж составы еңеүгә өлгәшә. Был 1900 йылда була.
- Инглиздәр Стив Редгрейв — академик ишеү иң күренекле спортсыһы — Олимпиадала һәм бөтә донъя чемпионаттарында ике тиҫтә йылдан ашыу еңеүсе була. 1992 йылда Барселонала Стивта Уйын алдынан табиптар шәкәр диабеты ауырыуы таба, әммә ул барыбер сығыш яһап, еңеүгә өлшгәшә һәм үҙенең өсөнсө олимпия «алтын» яулай. Артабан Стив почет пьедисталының иң юғары баҫҡысына күтәрелгән тағы ике Олимпиада була — 1996 йылда Атлантала һәм 2000 йылда Сиднейҙа. Стив Редгрейв үҙенең триумф спорт карьераһын биш тапҡыр олимпия чемпионы булып тамамлай.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Халыҡ-ара ишеү федерацияһы
- Академик ишеү техникаһы нигеҙҙәре
- Академик ишеүсе кәмәне көйләү .
- Регата
- Олимпия уйындарында академик ишеү
- Академик ишеү буйынса олимпия медалистар исемлеге
Һылтанмалар
үҙгәртергәАкадемическая гребля Викиһүҙлектә | |
Академическая гребля Викимилектә | |
Академическая гребля Викияңылыҡтарҙа |
- Официальный сайт ФИСА
- Федерация гребного спорта России
- Академическая гребля России 2013 йыл 15 август архивланған.
- Академическая гребля Украины
- Академическая гребля Азербайджана
- Рейтинг гребцов всего мира
- World Rowing • Results Рекорды
- Официальный сайт МОУ ДОД ДЮСШ по водным видам спорта «Морская школа» г. Калининграда 2012 йыл 14 декабрь архивланған.
- Федерация академической гребли Калининградской области(недоступная ссылка)
- Олимпийский чемпион Дубровский Борис Яковлевич 2018 йыл 19 ноябрь архивланған.
- Гребля во Пскове информационный портал 2018 йыл 20 февраль архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Новости биомеханики гребли. — Выпуск 9 (№ 104), ноябрь 2009
- ↑ Rowing. Recreational activities. (инг.)(англ.) ссылка проверена 24 марта 2009
- ↑ «Исторические записки о развитии гребного спорта в Санкт-Петербурге» И. И. Малыгин. 2009 йыл 18 июнь архивланған. ссылка проверена 24 марта 2009