Системотехника
Ҡалып:Системная инженерия менән берләштерелде
Системотехника |
Системотехника — Cоветтар Союзында инженерлыҡ фәне, система инженерияһы (ингл. Systems Engineering), фән һәм техниканың ҡатмарлы техника һәм социаль- техник характерҙағы системаларҙы проектлау, төҙөү, тикшереп ҡарау һәм ҡулланыу бүлеге.
Тарих
үҙгәртергәКүп кенә сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, система инженерияһы (СССР-ҙа системотехника) терминын Bell Telephone Laboratories 1940 йылдан ҡуллана башлаған .[1] 1961 йылда СССР-ҙа Г. Х. Гуд һәм Р. Э. Маколдың система инженерияһы буйынса донъялағы тәүге китабының тәржемәһе сыға (Goode, Harry H., Robert E. Machol. System Engineering: An Introduction to the Design of Large-scale Systems, 1957)[2]. Авторҙар система инженерияһын ҙур, ҡатмарлы, юғары кимәлдә автоматлаштарылған техник системаларҙы эшләп сығарыуға мөмкин биргән фән тип ҡарай, тәүге тапҡыр ҙур масштабтағы системаларҙың төп сифаттарын һүрәтләп, уларҙы булдырғанда коллектив эш алымдары ҡулланылыуын һәм улар менән эш иткәндә техника мәсьәләләрендә генә түгел, ойоштороу һәм идара итеүҙә ҡатмарлылыҡтар тыуа икәнен күрһәтә.
«Советское радио» (һуңыраҡ «Радио и связь») редакцияһына «системная инженерия» йәки «инженерия систем» тигән һүҙмә-һөҙ тәржемә оҡшамай, «системотехника» тигән термин уйлап сығарыла (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа был терминды Мәскәү энергетика институты профессоры Ф. Е. Темников уйлап сығарған тип әйтелә[3][4], башҡа сығанаҡтарҙа — урыҫ теленә тәржемә иткән Г. Н. Поваров атала)[5][6]. «Cистемотехника» термины системотехнология терминын күҙ уңында тота[7].
СССР-ҙа тәүге системотехника кафедраһы Мәскәү энергетика институтында (МЭИ) 1969 йылда ойошторола, бер аҙҙан ошондай уҡ кафедралар башҡа вуздарҙа ла булдырыла, 80-сы йылдар уртаһына уларҙың һаны утыҙға етә[5].
Был терминда «техника» һүҙе булғанлыҡтан, «системотехника» термины әкренләп баштағы мәғәнәһен юғалтып, бер нисә фән араһындағы ҡулланышта булыуҙан һәм системаларҙың ғәмәли теорияһы булыуҙан туҡтай, бер аҙҙан тар мәғәнәле система менән автоматик идара итеүгә ( АСУ -автоматизированные системы управления) әйләнә [5][7].
Совет системотехника инженерҙары донъя кимәлендә конкуренцияла ҡатнашырлыҡ булмай- улар ҡатмарлы системалар тыуҙырырлыҡ эш комплексын ойошторорлоҡ, уның йөкмәткеһен билдәләй алырлыҡ, техника, идара итеүҙең һәм экономиканың алдынғы ҡаҙаныштарын ижади ҡулланырлыҡ кимәлгә етә алмай. Совет системотехника инженеры автоматлаштырылған идара итеү системаһын булдырыу һәм айырым система элементтарын булдырыуҙа инженерлыҡ мәсьәләләре буйынса техник белгес була. Рәсәй вуздарында һаҡланып ҡалған системотехника кафедралары башлыса инженер-программистарҙы әҙерләй[5].
Стандарттар
үҙгәртергәИнглиз телендә төп стандарттар
үҙгәртергә- ISO/IEC 15288:2015 Systems and software engineering — System life cycle processes
- ISO/IEC TR 19760:2003 Systems engineering — A guide for the application of ISO/IEC 15288 (System life cycle processes)
- ISO/IEC 26702 (IEEE Std 1220:2005) Systems engineering — Application and management of the systems engineering process
- ISO/IEC TR 24748-1:2010 Systems and software engineering — Life cycle management — Guide for life cycle management
- ISO/IEC 25010:2011 Systems and Software Engineering — Systems and Software Engineering Quality Requirements and Evaluation
- ISO/IEC/IEEE 24765:2010 Systems and software engineering — Vocabulary
- ISO/IEC/IEEE 29148 Systems and software engineering — Life cycle processes — Requirements engineering
- ISO/IEC/IEEE 42010:2011 Systems and software engineering — Architecture description
- ISO 15926 Industrial automation systems and integration—Integration of life-cycle data for process plants including oil and gas production facilities
- ISO/IEC 29110:2011 Systems Engineering Standards for Very Small Entities
Рус телендә төп стандарттар
үҙгәртергә- ГОСТ Р ИСО/МЭК 15288-2005 Информационная технология. Системная инженерия. Процессы жизненного цикла систем (см. ISO/IEC 15288:2008)
- ГОСТ Р ИСО/МЭК 12207-2010 Информационная технология. Системная и программная инженерия. Процессы жизненного цикла программных средств (см. ISO/IEC 12207:2008)
- ГОСТ Р ИСО/МЭК ТО 16326-2002. Программная инженерия. Руководство по применению ГОСТ Р ИСО/МЭК 12207 при управлении проектом (см. ISO/IEC 16326)
- ГОСТ Р ИСО 15926-1-2008 Промышленные автоматизированные системы и интеграция. Интеграция данных жизненного цикла для перерабатывающих предприятий, включая нефтяные и газовые производственные предприятия (см. ISO 15926-1:2004)
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Schlager, J. (July 1956). «Systems engineering: key to modern development». IRE Transactions EM-3 (3): 64–66. DOI:10.1109/IRET-EM.1956.5007383.
- ↑ Гуд Г.-Х., Макол Р.-Э. Системотехника. Введение в проектирование больших систем, пер. с англ., М., 1962
- ↑ Волкова В.Н. Из истории теории систем и системного анализа. — СПб.: Изд-во СПбГПУ, 2001.
- ↑ Фёдор Евгеньевич Темников 2013 йыл 29 июль архивланған..
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Батоврин В. К. Образование в системной инженерии – проблемы подготовки специалистов для создания конкурентоспособных систем 2014 йыл 7 апрель архивланған. // Интернет–журнал «Открытое образование». — 2010, №2.
- ↑ Системная инженерия и её внедрение в образовательные программы Томского политехнического университета / Чубик П. С., Марков Н. Г., Мирошниченко Е. А., Петровская Т. С. // Известия ТПУ. — 2013. — Т. 323, № 5 . — С. 176-181.
- ↑ 7,0 7,1 Холкин Д. В. Системная инженерия — новая профессия для новой энергетики // Энергоразвитие (ЭнергоРынок). — 2010, №3 (13).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Корягин С. И., Клачек П.М., Лизоркина О.А. Интеллектуальная системотехника: монография. — Калининград: Изд-во БФУ им. И. Канта, 2015. — 315 с.
- Системотехника / Бусленко Н. П. // Сафлор — Соан. — М. : Советская энциклопедия, 1976. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 23).
- Николаев В. И., Брук В. М. Системотехника: методы и приложения. — М.: Машиностроение, 1985. — 199 с.
Һылтанма
үҙгәртергә- Системотехника. Системные проблемы надёжности, качества и информационных технологий . Гл. ред. Ю. Н. Кофанов. — Сетевой электронный научный журнал. Дата обращения: 19 июнь 2014. 2015 йыл 3 февраль архивланған.
- Батоврин В. К. От редактора русского издания, предисловие к кн. Косяков А., Свит У., Сеймур С., Бимер С. Системная инженерия. Принципы и практика / Пер. с англ. В. Батоврин. — М.: ДМК Пресс. — 2014. — 636 с. ISBN 978-5-97060-068-9