Сахара Ғәрәп Демократик Республикаһы

Көнбайыш Сахарала (Африка) өлөшләтә танылған дәүләт

Сахара Ғәрәп Демократик Республикаһы — (САДР; ғәр. الجمهورية العربية الصحراوية الديمقراطية‎; исп. República Árabe Saharaui Democrática, RASD) — өлөшләтә танылған дәүләт, Көнбайыш Сахаралағы элекке испан колонияһы территорияһының күп өлөшөнә дәғүә итә, әммә ғәмәлдә бөгөнгө көндә уның көнсығыш өлөшөн генә — Ирекле зонаны контролдә тота. Көнбайыш Сахара төньяҡта Марокко, төньяҡ-көнсығышта Алжир, көнсығышта һәм көньяҡта Мавритания, көнбайышта Атлантик океан менән сиктәш; Ирекле зонаның көньяҡ-көнбайышта океанға сығыу мөмкинлеге бик аҙ.

Сахара Ғәрәп Демократик Республикаһы
ғәр. الجمهورية العربية الصحراوية الديمقراطية (Al-Jumhūrīyya al-`Arabīyya as-Saharāwīyya ad-Dīmuqrātīyya)  исп. República Árabe Saharaui Democrática
Сахара Ғәрәп Демократик Республикаһы гербы
Флаг
Девиз: «Азатлыҡ, Демократия, Берҙәмлек»
Гимн: «Yābaniy Es-Saharā»
Сахарская Арабская Демократическая Республика на карте мира.
Светло-зелёным обозначена спорная территория Западной Сахары
Үҙаллылыҡ датаһы 27 февраль 1976 йылМарокко һәм Мавританиянан)
Рәсми телдәр ғәрәп (испан[комм 1]
Баш ҡала Эль-Аюн; Бир-Лелу, ирекле зона, ваҡытлыса административ үҙәк
Эре ҡалалар Эль-Аюн
Идара итеү төрө Республика
Президент

Премьер-министр

Мохаммед Абдельазиз

Абделькадер Талеб Умар

Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
83
266 000[комм 2] км²
әҙ
Халыҡ
• Һаны (2004)
• Халыҡ тығыҙлығы

267 405 чел. (182)
1 чел./км²
Валюта сахара песетаһы (EHP)[комм 3]
Интернет-домены юҡ (.eh һаҡланған)
Телефон коды +213 (Алжирҙағы кеүек үк, оккупацияланған территорияларҙа Марокколағы кеүек, 212)
Сәғәт бүлкәте 0

Иғлан ителгән территория яҡынса 266 мең км² тәшкил итә, яҡынса 270 мең кеше йәшәй. Ғәмәлдәге территорияһы — яҡынса 50 мең км², халыҡ һаны — яҡынса 40 мең кеше. Иғлан ителгән баш ҡала — Эль-Аюн; фактик ваҡытлыса баш ҡала (влас органдары урынлашҡан урын) — Тифарити (элекке Бир-Лелу урынына).

Тарихи атамаһы: Вади-Захаб (Рио-де-Оро) һәм Сегиет-эль-Хамра («Алтын йылға һәм Ҡыҙыл инеш»). Элекке исеме — испан Сахараһы.

Сахара Ғәрәп Демократик Республикаһы территорияһы: фактик (һоро төҫ) һәм контролһеҙ (штрихлы)

1975 йылға тиклем төбәк испан колонияһы була. 1975 йылдың 6 ноябрендә Марокко короле Хәсән II «Йәшел марш» ойоштора. Уның саҡырыуы буйынса 350 мең ҡоралһыҙ марокканлы Көнбайыш Сахара территорияһына ҡаршылыҡҡа осрамайынса инә. Көнбайыш Сахараның көньяҡ өлөшө (1/3) Мавританияға күсә.

1979 йылда, Мавритания Көнбайыш Сахараның көньяҡ өлөшөнә хоҡуҡтарынан баш тарта, һәм Марокко уны тулыһынса баҫып ала; был территорияның контролдә тотолған күпселек өлөшө хәҙер Көньяҡ провинциялар тип атала. 1976 йылдың 27 февралендә Алжир ярҙамы менән Марокко ғәскәрҙәренә ҡаршы партизан һуғышы алып барған Полисарио Фронты Көнбайыш Сахараны Сахара Ғәрәп Демократик Республикаһы (САДР) исеме аҫтында бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан итә. БМО ағзаһы булған 84 дәүләт САДР-ҙың бойондороҡһоҙлоғон таный. Республика 1982 йылдан Африка союзы (элек Африка берҙәмлеге ойошмаһы) ағзаһы булып тора. САДР президенты, Полисарио фронтының Генераль секретары (1976—2016) — Мөхәммәт Әбделәзиз.

САДР властары Көнбайыш Сахараның Ирекле зона тип аталған көнсығыш өлөшөн контролдә тота.

Территория яҙмышы буйынса референдум үткәреүҙе талап итеп, БМО Марокконың Көнбайыш Сахараны оккупациялауына ризалашмай, үҙ-үҙен иғлан иткән САДР-ҙы таныуҙан да баш тарта.

Юридик аспект

үҙгәртергә

Географияһы

үҙгәртергә
 
Көнбайыш Сахараның рельефы

Ҡомлоҡтар һәм дюналар Көнбайыш Сахараның ҙур өлөшөн биләй. Төп файҙалы ҡаҙылмалары — фосфорит, шулай уҡ тимер мәғдәне һәм диңгеҙҙәге нефть.

Климаты — тропик сүл климаты, эске өлөшөндә эҫелек (25—30 °C) һәм яр буйында һалҡын Канар ағымы (17—20 °C) йоғонтоһо арҡаһында йомшағыраҡ. Яуым-төшөм яҙ һәм көҙгә тура килә (йылына 50—200 мм). Көслө елдәр арҡаһында даими рәүештә саң бурандары күтәрелә. Көнбайыш Сахарала даими йылғалар юҡ, ямғыр ваҡытында ваҡытлыса һыу ағымдары күп (Сабалера, Сагия-эль-Хамра, Эль-Фуш).

Халҡы — 256 177 кеше (2002 йылғы баһа), башлыса берберҙар һәм ғәрәптәр (сахарави).

Сәғәт бүлкәттәре

үҙгәртергә

Сахара Ғәрәп Демократик Республикаһында Көнбайыш Европа ваҡыты (WET; UTC±0:00 сәғәт бүлкәте) ҡабул ителә. Йәйге ваҡытҡа күсмәй.

Иҡтисады

үҙгәртергә

Сахара Ғәрәп Демократик Республикаһы — ярлы дәүләт. Йән башына эске тулайым продукт 2500 АҠШ доллары тип баһалана (2007). Халыҡтың яҡынса 50 проценты ауыл хужалығында (башлыса күсмә һәм ярым күсмә малсылыҡ, оазис ауыл хужалығы) мәшғүл, яҡынса шул уҡ һанда хеҙмәтләндереү өлкәһендә. Сәнәғәте үҫешмәгән[1].

Марокко хакимиәте контролдә тотҡан илдең өлөшөндә яҡынса 1,0 млн тонна фосфорит (Бу- Краа ятҡылыҡтары) етештерелә. Атлантиканың яр буйы зонаһы биологик ресурстарға (балыҡ һәм диңгеҙ продукттары) бай булыуға ҡарамаҫтан, балыҡсылыҡ үҫешмәгән. Транспорт селтәре насар үҫешкән. Асфальтланған (1,8 мең км) Эль — Аюн — Тарфая — Агадир (Марокко) автомобиль юлы бар. Бу-Кра һәм Эль-Аюн араһында фосфориттарҙы транспортлау өсөн 110 саҡрым оҙонлоҡтағы канат юлы һуҙылған. Эль-Аюнда һәм Дахлала диңгеҙ порттары һәм аэропорттар урынлашҡан[2].

Марокко хакимиәте шулай уҡ тышҡы сауҙаны контролдә тота, экспорттың төп өлөшөн фосфаттар (60 процентҡа тиклем), малсылыҡ продукттары тәшкил итә. Яғыулыҡ, машиналар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа сәнәғәт тауарҙары һатып алына. Фактик аҡса берәмеге: Марокко дирһәмдәре[3].

Көньяҡ-көнсығыш мөйөш аша Мавритан тимер юлы участкаһы үтә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Комментарийҙар
  1. Испанский часто используется как второй язык
  2. Под контролем Сахарской Арабской Демократической республики находится территория площадью 50 000 км²
  3. Фактический хождение имеют в основном марокканский дирхам (MAD), а также алжирский динар (DZD) и мавританская угия (MRO)
Сығанаҡтар
  1. Экономика Западной Сахары. Дата обращения: 22 февраль 2022. Архивировано 22 февраль 2022 года.
  2. ЗАПАДНАЯ САХАРА: ГЕОГРАФИЯ, ИСТОРИЯ И ЭКОНОМИКА. Дата обращения: 22 февраль 2022. Архивировано 22 февраль 2022 года.
  3. ЗАПАДНАЯ САХАРА (Экономика) на сайте mir-geo.ru. Дата обращения: 22 февраль 2022. Архивировано 22 февраль 2022 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә