Гречишников Владимир Фёдорович
Гречишников Владимир Фёдорович (1917—1958) — СССР инженер-конструкторы, техник фәндәр кандидаты[1]. Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин премияһы лауреаты.
Гречишников Владимир Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 27 июнь 1917 |
Тыуған урыны | Өфө, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 15 август 1958 (41 йәш) |
Вафат булған урыны | Снежинск[d], Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Снежинск[d] |
Уҡыу йорто | Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Двигателдәрҙең айырым узелдарын һәм яңы моторҙарын эшләй, уларҙы конструктив һәм технологик камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерә. Атом һәм водород бомбаһының тәүге өлгөләрен эшләүҙә ҡатнаша. Уның фәнни һәм техник идеялары ядро зарядтарының конструкцияларын төҙөүҙә һәм ракета комплекстарының хәрби блоктарында урынлаштырыуҙа киң ҡулланыла.
Биографияһы
үҙгәртергәВладимир Федорович Гречишников 1917 йылдың 27 июнендә Өфөлә, Рәсәй империяһы (хәҙер Башҡортостан, Рәсәй) тыуа.
Белеме
үҙгәртергәӨфөлә уҡый. Ул 8-се класта уҡығанда атаһы ауырып китә һәм инвалидлыҡ буйынса пенсияға сыға. Ғаиләнең матди хәле насарая һәм Гречишников рабфакҡа уҡырға инергә мәжбүр була. Эштән айырылмайынса бер йыл эсендә ул 9-сы һәм 10-сы класты тамамлай.
1934 йылда Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһына «Эске яныулы двигателдәр» факультетына уҡырға инә. 1939 йылда уны отличие менән тамамлай һәм П. И. Баранов исемендәге Үҙәк авиация моторҙар төҙөү институтына ебәрелә.
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1939—1940 йылдарҙа Үҙәк авимоторҙар төҙөү институтында (Мәскәү) эшләй: инженер-конструктор, өлкән инженер, төркөм етәксеһе урынбаҫары.
1940—1941 йылдар — Киров заводында (Ленинград): конструкторҙар бригадаһы етәксеһе.
1941—1947 йылдарҙа — 76 -сы заводта (Свердловск): эштәр тәжрибәһе буйынса баш конструктор урынбаҫары.
1947—1955 йылдарҙа — Арзамас-16 ҡалаһында (Новгород өлкәһенең Саров ҡалаһы).
1955 йылдан алып — Рәсәй федераль ядро үҙәгенең Бөтә Рәсәй техник физика фәнни-тикшеренеү институтында баш конструктор урынбаҫары (Силәбе г-70, Снежинск).
1958 йылдың 15 авгусында Силәбе өлкәһенең Снежинск ҡалаһында кинәт вафат була. Снежинск ҡалаһы зыяратында ерләнә.
Бүләктәре[2]
үҙгәртергә- Атом зарядтарын һәм водород бомбаһы конструкциялары эшләүҙә ҡатнашҡаны өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1953 йылдың 12 авгусындағы «ябыҡ» Указы менән Гречишников Владимир Фёдоровичҡа Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
- Ике Ленин ордены (1949, 1953).
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945).
- Ленин премияһы (1958).
- Ике тапҡыр Сталин премияһы (1951, 1953).
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы (1945).
Хәтер
үҙгәртергә- Гречишников исеме Снежинск ҡалаһының хеҙмәт даны китабына индерелгән. (1962).
- Уның исемен Снежинск урамдарының береһе йөрөтә
- Снежинскта ҡала зыяратында ерләнгән[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ГРЕЧИШНИКОВ Владимир Федорович(недоступная ссылка)
- ↑ ГРЕЧИШНИКОВ Владимир Федорович(недоступная ссылка) на официальном сайте РФЯЦ-ВНИИТФ
- ↑ Тихие аллеи
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Богуненко Н. Н., Пелипенко А. Д., Соснин Г. А. Гречишников Владимир Фёдорович // Герои атомного проекта. — Саров: Росатом, 2005. — С. 111—112. — ISBN 5-9515-0005-2.
Һылтанмалар
үҙгәртергәГречишников Владимир Фёдорович . «Герои страны» сайты.
- Энциклопедия Урала — Гречишников Владимир Федорович(недоступная ссылка)
- ГРЕЧИШНИКОВ Владимир Федорович 2022 йыл 10 август архивланған.