Исламғол (Миәкә районы)
Исламғол (рус. Исламгулово) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 205 кеше[3]. Почта индексы — 452072, ОКАТО коды — 80244825002.
Исламғол | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Елдәр ауыл Советы |
Халыҡ һаны |
312 кеше (2002)[1], 287 кеше (2009)[1], 205 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 452072 |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 205 | 103 | 102 | 50,2 | 49,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Ҡырғыҙ-Миәкә): 47 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Елдәр): 15 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксенов): 92 км
Ауыл тарихы
үҙгәртергәИсламғол ауылы XIX быуат башында ғына барлыҡҡа килә, ул саҡта унда 7 йортта 21 ир-ат һәм 20 ҡатын-ҡыҙ (1816 йылғы мәғлүмәттәр буйынса) йәшәй. Бөтәһе лә - Күл-Иле-Мең улусы аҫабалары. Исламғол - Исламғол Аҙнаев (1745 - 1827) етәкселегендә Аҙнай кешеләре нигеҙ һалған бүленеп сыҡҡан ауыл.Аҙнайҙың улдары Рәхмәтулла, Күзбәк, Ниғмәтулла, Төхвәтулла, Ғәлиулла, Кәлимулла, Ғәйнулла, Сәфиулла, Көрбәтулла.
1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса, бында йәшәгән халыҡтың исемдәрен атайбыҙ. Үрҙә беҙ тәүге төпләнеүсенең улдарын һанап үткәйнек, хәҙер иһә уның ейәндәрен һәм бүлә-бүләсәләрен, шулай уҡ башҡа ауыл кешеләренең исемдәрен яҙып үтәйек: Ниғмәтулла Исламғоловҡа 45 йәш, уның улдары Үҙәк, Ғибәҙулла; Күзбәк Исламғоловҡа 45 йәш,улы -Хәбибулла, ейәне-Хәлилулла; Рәхмәтулла Исламғолов (1766-1813),улдары- Хоҙайбирҙе, Мөхәмәтрәхим ; Ҡотлоғужа Бигешевҡа 36 йәш,улдары Алтынмырҙа, Йосопмырҙа; Биксура Бигешевҡа 39 йәш,улы Алтынсура; Ҡурамша Таймаҫовҡа- 18 йәш.
VII ревизиянан һуң 5 башҡорт Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҫылы-Мең улусына ҡараған Кәреш ауылынан ҡабул ителә (уларҙың тамғалары - Ш 1 1 П |"т |^ г ). 1835 йылда етәкселек бойороғо буйынса Ырымбур өйәҙенән 35 башҡорт ошо ауылға күсерелә. Башҡорттар контингенты формалаша, ә улар 1834 йылда 87 була, 1859 йылда - 238, 1870 йылда - 256, 1917 йылда - 367 (шулай уҡ 13 урыҫ), 1920 йылда - 517.
1843 йылда 87 башҡорт 402 бот яҙғы иген сәсә. 1917 йылда 64 ихатаға 694 дисәтинә сәсеүлек тура килгән.[4]
Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Елдәр урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. 1865 йылда 49 йортта 256 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, перәник бешереү менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда мәсет булыуы теркәлгән.[5]
Урамдары
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Камалов Винер Мөнир улы (27.05.1969), Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры, йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006), «Урал моңо», «Гәлсәр һандуғас» йыр бәйгеләре лауреаты[7].
- Суфиянов Әһлиулла Ғибәт улы (25.02.1927—5.02.2009), сәнәғәт алдынғыһы, 1952—1964 йылдарҙа Ҡаҙағстандағы Зыряновск ҡурғаш комбинатының проходчиктар бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.441
- ↑ Исламғол (Миәкә районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ https://www.gosspravka.ru/02/038/000024.html «Налог Белешмәһе» системаһында Исламғол ауылы]
- ↑ Камалов Венер Мунирович. Сайт «Единый портал башкирской культуры» 2019 йыл 24 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 май 2019)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- * Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 май 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 май 2019)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Исламғол (Миәкә районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2019)
- Деревня Исламгулово Миякинского района Республики Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 май 2019)