Вирский Павел Павлович

(Павел Вирский битенән йүнәлтелде)

Вирский Павел Павлович (укр. Павло Павлович Вірський; 25 февраль 1905 йыл5 июль 1975 йыл) — украин совет балет артисы, балетмейстер, хореограф, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1960). СССР Дәүләт премияһы (1970) һәм беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1950).

Вирский Павел Павлович
укр. Павло Павлович Вірський
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 12 (25) февраль 1905
Тыуған урыны Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 5 июль 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Һөнәр төрө бейеүсе, хореограф, балетмейстер, балет артисы, балетный педагог
Уҡыусылар Алексей Александрович Гомон[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы СССР-ҙың халыҡ артисы Халыҡтар Дуҫлығы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре народный артист Украинской ССР Украинаның Тарас Шевченко исемендәге милли премияһы заслуженный артист Украинской ССР 1-се дәрәҗә Сталин премияһы
 Вирский Павел Павлович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Павел Павлович Вирский 1905 йылдың 25 февралендә Одессала инженер Павел Павлович һәм Олимпиада Алексеевна Вирскийҙарҙың дворян ғаиләһендә донъяға килә. Алексей ғаиләлә ҡустыһы менән тәрбиәләнә.

1923 йылда Одессала Ришельевский гимназияһын тамамлай.

19231927 йылдарҙа Одесса музыкаль-драматик техникумында уҡый (хәҙер ул К. Ф. Данькевич исемендәге Одесса сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы) (педагогы В. И. Пресняков), 19271928 йылдарҙа — Ҙур театр эргәһендәге Дәүләт балет мәктәбендә уҡый (1937 йылдан Мәскәү хореография училищеһы, хәҙер — Мәскәү дәүләт хореография академияһы) (педагогы А. М. Мессерер)[2].

19231931 йылдарҙа — балет артисы, балетмейстер, 19321933 йылдарҙа — Одесса опера һәм балет театрында балетмейстер. 19331937 йылдарҙа — Харьков, Днепропетровск, Киев опера һәм балет театрҙарының художество еткәсеһе[3].

1937 йылда А. Болотов менән бергә Украин ССР-ы халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштора. 19371940 йылдарҙа — ансамблдә балетмейстер.

1940 йылдан 1943 йылға тиклем — Киев хәрби округының йыр һәм бейеү ансамблендә балетмейстер, 1943 йылдан 1955 йылға тиклем — А. Александров исемендәге Совет армияһы йыр һәм бейеү ансамбле балетмейстеры.

1955 йылдан — Украин ССР-ының Дәүләт бейеү ансамбленең художество етәксеһе (хәҙер Павел Вирский исемендәге Украина бейеү ансамбле).

Халыҡ традицияларына таянып, Вирский сағыу хореографик композиция төҙөй: «Запорожецтар», «Кукуруз яланында», «Ҡурсаҡтар», «Ҡул эшенә оҫта ҡыҙҙар», «Гопак», «Ползунец», «Беҙ Украинанан», «Моряктар», «Апалы-һеңлеләр», «Чумацкий шатлыҡтары», «Ой, сейә аҫтында», «Подоляночка», «Тал ни хаҡта илай», «Беҙ иҫләйбеҙ!», «Бухенвальд», «Ҡомалаҡ», « „Совет Украинаһы“ флотилияһы», «Шевчиктар» һ. б.

Ансамбль менән СССР һәм сит илдәр буйлап гастролдәргә сыға: Германия, ҠХР, Вьетнам (1956), Польша (1955), Англияла (1958), Франция һәм Австрия (1959), Испания (1969), АҠШ (1972) һ. б.

Киев хореографик училищеһында уҡыта.

1946 йылдан ВКП(б) ағзаһы

1975 йылдың 5 июлендә Киевта вафат була. Байково зыяратында ерләнә[4].

  • Ағаһы — Алексей, репрессиялана, хәбәрһеҙ юғала.
  • Беренсе ҡатыны — Ольга Максимовна Вирская, бейеүсе[5].
    • Ҡыҙы — Ольга Павловна Вирская — музыкант, музыкаль педагог, Р. М. Глиэр. исемендәге Киев музыка институтында уҡыта.
  • Икенсе ҡатыны — Вирская Валерия Семеновна (Котляр) (29.10.1930, Киев, УССР — 27.02.2016, Киев, Украина[6]) — балет артисы, балетмейстер, Украина ССР-ының халыҡ артисы (1964).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Украина ССР- ының атҡаҙанған артисы (1942)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1949)
  • Украина ССР- ының халыҡ артисы (1957)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1960)
  • Беренсе дәрәжәләге Сталин премияһы (1950) — А. Александров исемендәге КАППСА баш балетмейстер сифатында концерт-башҡарыу эшмәкәрлеге өсөн.
  • Украина ССР-ының Т. Г. Шевченко исемендәге Дәүләт премияһы (1965) — 1964 йылғы концерт программаһы өсөн.
  • СССР Дәүләт премияһы (1970) — Украин ССР-ының академия театрының дәүләт залындағы концерт программалары өсөн (1966—1969).
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949, ансамблдең 20 йыллығы менән бәйле; 1965)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены (1942)
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1975)
  • Миҙалдар[7].

Театрҙарҙа балет ҡуйылыштары

үҙгәртергә
  • 1928 — Р. М. Глиэрҙың «Ҡыҙыл сәскә» (Одесса опера һәм балет театры, Н. А. Болотов менән бергә)
  • 1929 — «Эсмеральда», Ц. Пуни (Одесса опера һәм балет театры)
  • 1932 — В. А. Фемелиди, «Карманьола» (В. В. Кригер етәкселегендә «Мәскәү художестволы балеты» , Н. А. Болотов менән бергә.
  • 1933 — «Эсмеральда», Ц. Пуни (Н. Лысенко исемендәге Харьков оперы һәм балет театры)
  • 1934 — "Раймонда, А. К. Глазунов (Н. Лысенко исемендәге Харьков опера и балет театры)
  • 1936 — «Тоскандан мещан», В. Н. Нахабин (Днепропетровск оперы һәм балет, Т. Г. Шевченко исемендәге Киев опера һәм балет театры)
  • 1960 — «Ҡара алтын», В. Б. Гомоляка (Т. Г. Шевченко исемендәге Киев опера һәм балет театры)
  • «Аҡҡош күле», П. И. Чайковский
  • «Корсар», А. Адан
  • 1977 йылдан Украина ССР-ының Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле Вирский исемен йөрөтә.
  • 1983 йылда Киевта балетмейстер йәшәгән йортҡа (Пустышев урамы, 10-сы һанлы йорт) мемориаль таҡтаташ ҡуйыла (скульпторы Н. Д. Марченко, архитектор Т. Г. Довженко).
  • Одессала Вирский йәшәгән йортҡа (адресы: Новосельский урамы, 78), шулай уҡ мемориаль таҡтаташ ҡуйыла (скульптор Н. Худоль).
  • Харьков өлкә дәүләт администарцияһы башлығының 26.07.2000 йылдың № 713 «Өлкә дәүләт администрацияһының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә исемле стипендиялар булдырыу тураһында» күрһәтмәһенә ярашлы хореография сәнғәте өлкәһендә Павел Павлович Вирский исемендәге стипендия булдырыла, ул күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә, һәләтле йәштәрҙе дәртләндереү маҡсатында һәм шәхси ижади хеҙмәттәр өсөн билдәләнә[8].
  • 2005 йылда Украинаның Милли банкы «Украинаның мәшһүр шәхестәре» серияһы хореографтың тыуыуына 100 йыл айҡанлы 20 000 дана 2 гривналыҡ иҫтәлекле тәңкәне әйләнешкә сығара.
  • 2005 йылда Украинаның Почтаһы П. Вирскийҙың 100 йыллығына бағышланған 45 тин номиналында почта маркалары сығара.
  • Украина Юғары Радаһының 2015 йылдың 11 февралендыге № 184-VIII ҡарары менән балетмейстерҙың тыуыуына 110 йыл дәүләт кимәлендә билдәләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә