Түбәнге Ләкәнде (рус. Нижние Леканды) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 234 кеше[1]. Почта индексы — 453499, ОКАТО коды — 80205828004.

Ауыл
Түбәнге Ләкәнде
Түбәнге Ләкәнде
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Нуғаҙаҡ

Координаталар

54°08′06″ с. ш. 56°16′46″ в. д.HGЯO

Милли состав

татарҙар, башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 828 004

ОКТМО коды

80 605 428 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Түбәнге Ләкәнде (Рәсәй)
Түбәнге Ләкәнде
Түбәнге Ләкәнде
Түбәнге Ләкәнде (Башҡортостан Республикаһы)
Түбәнге Ләкәнде

Географик урыны

үҙгәртергә

Күҙйылға йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 32 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Татар Нуғаҙағы): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Тюкунь): 5 км

Ләкәнде ауылының Үрге Ләкәнде ауылы 1783 йылдан, IV рәүиз йылынан, ә Түбәнге Ләкәнде 1786 йылдан билдәле. Беренсе ауылға, Үрге Ләкәнде ауылына, типтәрҙәр нигеҙ һала, ә икенсеһенә - Дыуан-Табын улусы аҫабалары менән керҙәшлек килешеүе буйынса мишәрҙәр нигеҙ һала. Үрге Ләкәнде ауылында, барлыҡҡа килеү мәлендә 12 кеше була. 1834 йылда Түбәнге Ләкәнде ауылында типтәрҙәр һаны 200 кеше иҫәпләнә[2].

1865 йылда 34 йортта 189 кеше йәшәгән. Игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда мәсет, мәктәп, һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән[3].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 234 116 118 49,6 50,4
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - татарҙар (50 %), башҡорттар (49 %)[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары

үҙгәртергә
  • Ғ.Туҡай урамы (рус. улица Г.Тукая)
  • Мәжит Ғафури урамы (рус. улица Мажита Гафури)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[5]

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Тарихи ҡомартҡылар

үҙгәртергә
  • Әүлиә зыяраты

Ер-һыу атамалары

үҙгәртергә
  • Мағаш тауы[6]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә