Төп менюны асырға

Дёмин Юрий Сергеевич (23 май 1940 йыл13 ноябрь 2009 йыл) — совет һәм Рәсәй партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1994—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (1995). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).

Юрий Сергеевич Дёмин
Флаг
Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Рәйесе
ғинуар 1994 — 1995
Алдан килеүсе: Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов
Дауамсы: Михаил Алексеевич Зайцев Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе булараҡ
 
Тыуған: 23 май 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Башҡорт АССР-ы Өфө районы Булгаков ауылы
Үлгән: 13 ноябрь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (69 йәш)
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Белеме: Көньяҡ Урал дәүләт университеты
 
Наградалары:
«Почёт Билдәһе» ордены

БиографияһыҮҙгәртергә

Юрий Сергеевич Дёмин 1940 йылдың 23 майында Башҡорт АССР-ының Өфө районы Булгаков ауылында тыуған.

1957—1960 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1965 йылда Силәбе политехник институтты тамамлай.

1965 йылдан хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының Башавто идаралығының 2-се йөк автохужалығында башлай. Бында ул баш инженер булып эшләй.

1968—1969 йылдарҙа — «Оргтехстрой» тресы төҙөлөшөндә транспорт эшен ойоштороу бүлеге етәксеһе.

1969—1970 йылдарҙа — «Башкирстройтранс» тресының 1-се автобазаһы баш инженеры.

1970—1975 йылдарҙа — КПСС-тың Өфө ҡала комитеты сәнәғәт-транспорт бүлеге инструкторы.

1975—1887 йылдарҙа — КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров район комитетының икенсе сәркәтибе.

1987—1990 йылдарҙа — Киров район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, рәйесе.

1990—1994 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары.

1994—1995 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы рәйесе.

1995 йылдан пенсияға киткәнсе Юрий Демин Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт, халыҡты эш менән тәьмин итеү һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары — министрлыҡтың Халыҡты эш менән тәьмин итеү идаралығы етәксеһе, артабан «Газ-сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары булып эшләй.

Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙҙары
  • Миҙалдар.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә