Айыуханов Закир Насир улы

Айыуханов Закир Насир улы (23 май 1889 йыл — 22 июнь 1961 йыл) — тел белгесе, педагог-методист. 1937—1959 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. 1959–1961 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. Башҡорт алфавитын төҙөүселәрҙең береһе, дәреслек һәм уҡытыу‑методик әсбаптар, шул иҫәптән «Әлифба»ның авторы.

Айыуханов Закир Насир улы
Тыуған көнө

23 май 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны

Сембер губернаһы, Татар Ҡалмайыры ауылы

Вафат булған көнө

22 июнь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (72 йәш)

Вафат булған урыны

Өфө

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

тел белгесе, педагог-методист

Биографияһы

үҙгәртергә
  • Закир Насир улы Айыуханов 1889 йылдың 23 майында Сембер губернаһы Татар Ҡалмайыры ауылында тыуа.
  • 1910 йылда Ырымбурҙағы Хөсәйениә мәҙрәсәһен тамамлай.
  • 1914 йылда Ҡаһирә университетын тамамлай.
  • 1914 йылдан алып «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә уҡыта башлай.
  • 1916 йылдан Өфөләге Ғәлиә мәҙрәсәһендә — уҡытыусы.
  • 1918 йылдан Себер татар уҡытыусылар семинарияһында, татар педагогия техникумында Томск ҡалаһының башҡа уҡыу йорттарында уҡыта.
  • 1926 йылдан алып Өфөләге В. И. Ленин исемендәге Республика башҡорт мәктәп-интернатының уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире һәм уҡытыусыһы.
  • 1930 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы.
  • 1936 йылдан — Мәскәүҙең 523-сө татар урта мәктәбендә уҡыта.
  • 1937 йылда Өфөгә килә һәм 1954 йылға тиклем Өфөнөң 14-се урта мәктәбе, бер үк ваҡытта К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы.
  • 1959—1961 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
  • 1961 йылдың 22 июнендә Өфөлә вафат була.

Ғилми-методик эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

З. Н. Айыуханов башҡорт алфавитын эшләүҙә, башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр әҙерләүҙә ҡатнаша, ҡайһы бер шәжәрәләрҙе транскрипциялай һәм рус теленә тәржемә итә. Айыухановтың төп хеҙмәте — «Әлифба» — 25 тапҡыр ҡабаттан нәшер ителә. 17 дәреслек, уҡытыу-методик әсбап авторы һәм төҙөүсеһе.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Яйыҡбаев К. Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре: тарихи-педагогик очерктар. — Өфө, 2003 й.

Һылтанмалар

үҙгәртергә