Осипенко Леонид Иокинфович

Осипенко Леонид Ионкинфович (17 март 1918 йыл24 май 1989 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, инженер‑технолог. 1962—1969 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты начальнигы, 1969 йылдан СССР химия сәнәғәте министрының беренсе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Ленин ордены кавалеры (1970).

Осипенко Леонид Иокинфович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 17 март 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Харбин[d], Хэйлунцзян[d], Ҡытай Республикаһы[d]
Вафат булған көнө 1989
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө нефтехимия[d]
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Леонид Ионкинфович Осипенко[1] 1918 йылдың 17 мартында Ҡытайҙа Харбин ҡалаһында тыуған.

Хеҙмәт юлы Өфөлә башлана. 1935 йылдан алып 1940 йылға тиклем Өфө крекинг заводының Нефть эшкәртеү заводында техник булып эшләй. 1940 йылдан 1957 йылға тиклем — яғыулыҡ-һынау станцияһы, цех начальнигы, Өфө нефть эшкәртеү заводының катализатор фабрикаһы директоры.

1935 йылда Харбин индустриаль институтын, 1958 йылда — инженер-технолог һөнәре буйынса Өфө нефть институтының ситтән тороп уҡыу факультетының уҡыу-консультация пунктын тамамлай.

1958—1960 йылдарҙа — цех начальнигы, урынбаҫары, Черниковка нефть эшкәртеү заводы баш инженеры (Өфө); 1960—1962 йылдарҙа — Башҡорт совнархозының «Нефтехимзавод» идаралығы начальнигы урынбаҫары.

1962 йылдан 1966 йылға тиклем Салауат ҡалаһында 18-се комбинат идаралығы начальнигы була. 1966—1969 йылдарҙа — Салауат нефть химияһы комбинаты начальнигы.

1962—1969 йылдарҙа комбинатта нефтехимия һәм нефть эшкәртеү объекттарының төҙөлөшө бик әүҙем бара. Эксплуатацияға стирол һәм полистирол, аммиак һәм карбамид, этилен әсетмәләре, бутил спирттары эре тоннажлы эксплуатация етештереүенә индерелә. Л. И. Осипенко — БАССР Юғары Советының етенсе саҡырылыш депутаты[2].

Осипенко етәкселегендә Салауат нефтехимия комбинатында яңы ҡеүәттәр үҙләштерелә. 1967 йылда төрлө ҡорамалдар сафҡа индерелә, полиэтилен, полистирол, бутил спирттары һәм башҡалар производстволар төҙөлә һәм үҙләштерелә, аммиак һәм карбамид етештереүҙең ҡеүәте арттырыла; тәжрибә‑тикшеренеү цехы тәжрибә заводы итеп үҙгәртелә. Нефть эшкәртеү заводтары икенсел процестар комплексын үҙләштереп, юғары көкөртлө нефтте эшкәртеүгә күсерелә; сығарылған продукцияның күләме 3,3 тапҡырға арта. Хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше 72 % тәшкил итә. Нефть химияһы һәм химия продукцияһы етештереү 30 тапҡырға арта.

Салауат ҡалаһында комбинат ҡатнашлығында соцкультбыт объекттары, шул иҫәптән стадион, Нөгөш һыуһаҡлағысында шифахана-профилакторий, 20-се медицина бүлеге, «Маяк» профилакторийы, Мәҙәниәт һарайы төҙөлә.

Социаль сфералағы ыңғай күренештәр һәм производстволағы уңыштар Осипенкоға комбинатта ла, республикала ла ҙур абруй килтерә. Уңышлы етәксене хөкүмәт делегация составында Японияға ебәрәләр, бынан алдараҡ ул Литвинов ҡалаһындағы (Чехословакия) эре авария сәбәптәрен асыҡлау комиссияһында ҡатнаша.

1969 йылдан Л. И. Осипенко Мәскәүгә күсерелә — СССР химия сәнәғәте министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, был вазифала ғүмеренең аҙағынаса эшләй.

1989 йылдың 24 майында Мәскәүҙә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Ленин ордены (1970)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Потеряхин В. А.]], Фахреев Н. К., Зыкина Р. Ф. Комбинат. — Автор, 1998. — 206 с. — ISBN 5-93102-001-2.
  • Салават. Ишимбай. Журнал о городах и горожанах. № 3, 2003 г.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә