Шаһиев Эдуард Мөстәҡим улы

Рәссам

Шаһиев Эдуард Мөстәҡим улы (рус. Шагеев Эдуард Мустакимович; 17 март 1944 йыл) — рәссам, график, иллюстратор. БАССР‑ҙың атҡаҙанған рәссамы (1983). РСФСР‑ҙың Рәссамдар со­юзы ағзаһы. Халыҡ-ара Сәнғәттәр Академияһы академигы.

Шаһиев Эдуард Мөстәҡим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
Тыуған көнө 17 март 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (80 йәш)
Тыуған урыны Омск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам

Биографияһы үҙгәртергә

Эдуард Мөстәҡим улы Шаһиев 1944 йылдың 17 мартында Омск ҡалаһында донъяға килгән.

1945 йылдан алып Өфөлә, 1967 йылдан башлап Мәскәүҙә йәшәй.

1965 йылда И.Д.Шадрин исемендәге Свердловск художество училищеһына уҡырға ингән һәм интерьер буйынса рәссам һөнәре алған.

1971 йылда Мәскәүҙәге Строганов Юғары художество‑сәнәғәт училищеһының дизайн факультетын тамамлаған.

1973 йылдан РСФСР Рәссамдар Союзы ағзаһы.

2000 йылдан алып “Рәссам” татар‑башҡорт рәссамдары союзы рәйесе.

Ижады үҙгәртергә

Әҫәрҙәренең төп идеяһы – Йыһан киңлегендә кеше. Эдуард Мөстәҡим улы Шаһиев уны образдар символикаһы аша сағылдырырға ынтыла:икеһе лә 1991 яҙылған “Оло донъя һөйөклөһө” (1990), “Тын ғына ихлас әңгәмә бара...”, “Аҡ йәймәләрҙә ҡара аҡҡош”, 2000 йылда яҙылған “Ҡырағай көндәш” - шундайҙарҙан.

1991 йылда ижад ителгән «“Өс туған” башҡорт бейеүе» эшендә ата‑бабалар ере менән бәйләнеш һынландырыла.

19701990 йылдарҙа Мәскәүҙәге “Балалар әҙәбиәте” нәшриәте менән хеҙмәттәшлек итә.

90‑сы йылдарҙа Ливанда һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә була, унда күргәҙмәләр ойоштора, урыҫ һәм совет сәнғәте буйынса лекциялар уҡый.

1970 йылдан алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре Мәскәү (1990, 2004, 2009, 2010) һәм Өфө (2017) ҡалаларында үтә.

Эштәре Дәүләт тарихы музейы, Көнсығыш дәүләт му­зейы (икеһе лә – Мәскәү), БДХМ коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси тупланмаларында һаҡлана [1][2]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Шаһиев Эдуард Мөстәҡим улы [1](недоступная ссылка)
  2. Шагеев Эдуард Мустакимович[2]

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Шагеев Эдуард Мустакимович[3]

Һылтанмалар үҙгәртергә