Рехмуков Фарид Измайлович
Рехмуков Фәрит Измаил улы(1926—2005) — СССР, Рәсәй архитекторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1974).
Рехмуков Фарид Измайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 август 1926 |
Тыуған урыны | Әстрәхән, Астраханская губерния[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2005 |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | архитектор |
Уҡыу йорто | Мәскәү архитектура институты (дәүләт академияһы) |
Әүҙемлек урыны | Петрозаводск һәм Өфө |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рехмуков Фарид Измайлович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергә1948 йылда Мәскәү архитектура институтын тамамлағандан һуң, Карел-Фин Совет Социалистик республикаһының Петрозаводск ҡалаһына республика проект контораһына (һуңғараҡ — «Карелпроект») эшкә ебәрелә.
1950 йылдар башында фәрит Рехмуков ВДНХ-лағы Карел-Фин Совет Социалистик республикаһының павильоны бинаһын проектлау буйынса Бөтә союз конкурсында еңеүсе була. Бина 1954 йылда төҙөлә, әлеге ваҡытта — Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы объекты.
1954 йылдан алып Ф. И. Рехмуков — СССР архитекторҙар союзы ағзаһы, СССР-ҙың архитекторҙар союзы карел бүлексәһе идараһы рәйесе (1954—1956).
1955 йылдан алып — «Карелпроект» проектлау ойошмаһы директоры.
Төп эшенән айырылмайынса Петрозаводск архитектура-төҙөлөш техникумында һәм Петрозаводск дәүләт университетының сәнәғәт һәм граждандар төҙөлөшө факультетында уҡыта.
1962 йылдан алып Өфөлә «Башпроект» проектлау институтында баш архитектор булып эшләй. 1965—1986 йылдарҙа — Өфөнөң баш архитекторы.
Өфө һәм Петозаводскиҙың иң әһәмиәтле биналары проекттарының авторы йәки авторҙашы..
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергәӨфөлә Рехмуков хөрмәтенә урам аталған.
Фәрит Рехмуков проекттары буйынса төҙөлгән ҡайһы бер биналар
үҙгәртергәКПСС өлкә комитеты бинаһы. Петрозаводск (1952 йыл) | ВДНХ-лағы павильон бинаһы. Мәскәү (1954 йыл) | Петрозаводск педагогия институты бинаһы. (1962 йыл) |
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Донгузов К. А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. — Уфа, 1998
- Строители Башкортостана. — Уфа, 2001
- Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 3: Р — Я. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2011. С. 25—384 с.: ил., карт. ISBN 978-5-8430-0127-8 (т. 3)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ф. И. Рехмуков 2016 йыл 6 апрель архивланған.
- Созидатель, учитель и зодчий 2017 йыл 24 октябрь архивланған.
- Город, который построил Фарид