Булатова Фәниә Дәриғәт ҡыҙы

медицина фәндәре докторы, профессор, БГМУ уҡытыусыһы

Булатова Фәниә Дәриғәт ҡыҙы (17 август 1928 йыл — 19 июнь 1997 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-профпатологы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1984), профессор (1987).

Булатова Фәниә Дәриғәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 17 август 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Әрмет-Рәхим, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 19 июнь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәниә Дәриғәт ҡыҙы Булатова 1928 йылдың 17 авгусында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Әрмет-Рәхим ауылында тыуған.

1952 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң Ишембай ҡалаһында терапевт булып эшләй, 1963 йылдан Өфө Гигиена һәм һөнәри ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты (хәҙер — РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Өфө Хеҙмәт һәм кеше экологияһы медицина ғилми-тикшеренеү институты) клиникаһының баш табибы.

1966 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы (1991—96 йылдарҙа токсикология, профпатология, хеҙмәт һәм тирә-йүндәге мөхит гигиенаһы кафедраһы мөдире). 1974 йылдың сентябрендә Өфө Гигиена һәм һөнәр ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты базаһында хеҙмәт гигиенаһы һәм һөнәри ауырыуҙар кафедраһы ойошторола, кафедра мөдире вазифаһын башҡарыусы медицина фәндәре кандидаты Ф. Д. Булатова һәм ассистент А. Г. Заеров был учреждениеның тәүге уҡытыусылары була[1].

Булатова госпиталь терапияһы кафедраһында көкөртлө нефть продукттарының нефть сығарыусылар һәми нефть эшкәртеүселәрҙең сәләмәтлегенә йоғонтоһон өйрәнеү буйынса ғилми йүнәлештә эшләүсе иң тәүге ғалим була[2].

Тиҙ ярҙам, һәләкәттәр медицинаһы Дипломдан һуң белем биреү институтының кафедраһында термик йәрәхәт һәм трансфузиология курстарын уҡыта [3].

80-дән ашыу фәнни эш авторы.

Ғилми эшмәкәрлеге сәнәғәт токсиканттарының (ароматик углеводтарҙың) түбән концентрацияһының химия сәнәғәте һәм нефть-химияһы сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең бауыр һәм үт сығарыу юлдары функцияларына йоғонто яһауын өйрәнеүгә һәм һөҙөмтәле профилактикалау сараларын эшкәртеүгә арнала.

Дивинилальфаметилстироль каучук производствоһы продукттарынан ағыуланыу (интоксикация) клиникаһы, диагноз ҡуйыу, дауалау һәм профилактикалау: Методик кәңәштәр / Уфим. НИИ гигиены и профзаболеваний; [Составители Л. А. Беломытцева, Ф. Д. Булатова, А. И. Грудцин. — Уфа : Б. и., 1980. — 20 с.; 20 см.

Булатова Ф. Д. Нефть-химия предприятиелары эшселәрендә үт юлдарының хроник ауырыуҙары: методик кәңәштәр. — Уфа, 1977. — 21 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә