Мозжерин Василий Иванович

ғалим зоогигиенист

Мозжерин Василий Иванович (12 июль 1926 йыл — 20 апрель 2008 йыл) — ғалим-ветеринар врач, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), ветеринария фәндәре докторы (1976), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976), СССР‑ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1970). «Почёт Билдәһе» (1971) һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.

Мозжерин Василий Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 июль 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 апрель 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Василий Иванович Мозжерин[1] 1926 йылдың 12 июлендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Ишембәт ауылында тыуған.

Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡый. 1941—42 йылдарҙа Нуриман районында ветеринар фельдшер, 1947 йылдан — Оло Тәләк районында, 1948—51 йылдарҙа Нуриман районының ветеринар дауаханаһында ветеринар табип булып эшләй.

1956 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡытыусы булып эшләй. 1970—94 йылдарҙа институттың зоогигиена, эпизоотология һәм ветеринария нигеҙҙәре кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1987—89 йылдарҙа ветеринария факультеты деканы була. 1997 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институында лаборатория мөдире, 1998 йылдан баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Мозжерин яһалма аэроионлаштырыуҙың сусҡалар организмына биологик йоғонтоһон тикшерә һәм аэроионлаштырыуҙы Башҡортостандың фермаларында һәм малсылыҡ комплекстарында («Ҡарлыман» һәм «Рощинский» совхоздары) ҡулланыуға индерә.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы була (1991), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Ауыл хужалығы фәндәре бүлексәһендә (секторында) тора.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Физиологические и зоогигиенические основы аэроионизации //Сб. докладов 4-го Междунар. конгресса по зоогигиене. В. Татры (ЧССР), 1982;
  • Гигиена сельскохозяйственных животных: Кн. 1, 2. М., 1991 (соавт.).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976
  • СССР‑ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1970)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. МОЗЖЕРИН Василий Иванович. Дата обращения: 18 ғинуар 2013. Архивировано 28 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 28 ғинуар архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә