Кашапов Солтан Ғилметдин улы

нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре

Кашапов Солтан Ғилметдин улы (12 июль 1912 йыл — 18 июль 2001 йыл) — СССР-ҙың хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1952) һәм почётлы нефтсеһе (1972), Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1967). Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1948, 1952, 1959).

Кашапов Солтан Ғилметдин улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 12 июль 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе
Вафат булған көнө 18 июль 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (89 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

БиографияһыҮҙгәртергә

Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы) Балталы ауылында 1912 йылда тыуған. ВКБ(б) ағзаһы.

1932 йылдан — хужалыҡ эштәрендә, бер үк ваҡытта йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә. Сәнәғәт академияһын тамамлаған (Баҡы ҡалаһы, 1941).

19321968 йылдар —"Ишембайнефть" тресы иретеп йәбештереүсеһе, төҙөлөш-монтаж контораһы начальнигы, профсоюз комитеты рәйесе, цех начальнигы, коммуналь контора начальнигы, управляющий урынбаҫары, «Туймазынефть» тресы нефть промыслаһы директоры, «Ишембайнефть» тресы идаралығы начальнигы, «Аксаковнефть» НГДУ-һының нефть промыслаһы мөдире.

СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы, СССР-ҙың почетлы нефтсеһе.

Нефть сәнәғәтендә оҙаҡ йылдар эшләгәне, Шкапов нефть ятҡылығын үҙләштерегә индергән тос өлөшө өсөн 1968 йылда «Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[1]

РСФСР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана (1938).

Уның ҡатнашлығында яңы техника индереү, нефть сығарыу технологияһы камиллаштырыла, Башҡортостанда яңы ятҡылыҡтар үҙләштерелә. Нефть ятҡылыҡтарын үҙләштергәндә производство процестарын автоматлаштырыуҙа, диспетчерлаштырыуҙа әүҙем ҡатнаша[2]

Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында 2001 йылда вафат була.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Решение исполкома горсовета г. Белебея от 06.11.1968 г. о присвоении звания «Почётный гражданин» г. Белебея
  2. Кашапов Султан Гильмутдинович[1]

ҺылтанмаларҮҙгәртергә