Йөрәк
Йөрәк (лат. соr, грек. καρδιά, рус. сердце) — мускулдарҙан торған эсе ҡыуыш ағза. Умыртҡалы йән эйәләре[2], шул иҫәптән кеше организмында туҡтауһыҙ ритмик ҡыҫҡарыу ярҙамында ҡан әйләнешен тәьмин итеүсе мөһим тән ағзаһы. Ул күкрәк ҡыуышлығында урта һыҙыҡтан һулдараҡ урынлашҡан[3].
Йөрәк | |
Ҡайҙа өйрәнелә | кардиология[d] |
---|---|
Таксонда бар | Хайуандар |
Анатомическая локализация | грудная полость[d][1] |
Артериальное кровоснабжение | правая коронарная артерия[d] һәм левая коронарная артерия[d] |
Венозный отток | верхняя полая вена[d] |
Иннервируется | cardiac plexus[d] |
Развитие анатомической структуры | развитие сердца[d] |
Нимә менән тоташа | артерия һәм Вена |
Тауыш сығара | звуки сердца[d] |
Код NCI Thesaurus | C12727 |
Йөрәк Викимилектә |
Дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергә«Йөрәк» һүҙе (урыҫ телендәге «сердце» үҙенең сығышы менән боронғо славян теленә барып тоташа: праслав. *sьrdьko[4], башҡа телдәрҙә: ибһе теле *ḱērd (шул уҡ тамырҙан лит. širdìs, бор. грек. καρδία, лат. cor, ингл. heart)[5].
Йөрәк тик унда ғына булған үҙенсәлекле мускулдарҙан: арҡыры һыҙатлы йөрәк мускулдары туҡымаһынан төҙөлгән. Бындай мускул туҡымаһында мускул сүстәре (оҙон еп һымаҡ күҙәнәктәр) үҙ-ара үрелеп үҫкән була. Был йөрәк ҡыҫҡарғанда ҡуҙғыуҙың тигеҙ таралып, сүстәрҙең берҙәм ҡыҫҡарыуын тәьмин итә.
Ул тоташтырғыс туҡыманан барлыҡҡа килгән йөрәк ҡабында (перикард) ята. Йөрәк ҡабының эске йөҙө йөрәкте еүешләп тороусы һәм ҡыҫҡарғанда ышҡылыуҙы кәметеүсе шыйыҡса бүлеп сығара.
Йөрәк, ҡанды тамырҙарға ҡыуып, умартҡалылар организмы өсөн бик мөһим булған ҡан әйләнешен тыуҙыра. Даими хәрәкәтләнеп торһа ғына, ҡан үҙ бурысын үтәй ала. Шулай итеп, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ҡан әйләнеше системаһын тәшкил итә.
Йөрәктең тибеүҙән туҡтауы организмдың үлеменә килтерә, сөнки туҡымаларға кислород менән йәшәү өсөн мотлаҡ булған матдәләр килмәй. Һәм бер үк ваҡытта уларҙан тарҡалыу продукттары сығарылмай, һөҙөмтәлә организм ағыулана.
Кеше йөрәге
үҙгәртергәЙөрәктең ауырлығы, кешенең енесенә ҡарап уртаса, оло ирҙәрҙә 332 г (274—385 г), ҡатын-ҡыҙҙарҙа 253 (203—302 г) грамм була.
Бер минут арауығында уртаса 72 тапҡыр ҡыҫылып типкән был тән ағзаһы тыныс хәлдә тәүлегенә 100 000 самаһы тапҡыр ҡыҫҡара. Уның аша был ваҡыт эсендә 7 000 — дән 10 000 литрға тиклем, йыл эсендә 3 150 0000 литрға яҡын ҡан үтә.
Кеше йөрәгенең төҙөлөшө
үҙгәртергәЙөрәктең төҙөлөшө был ағза башҡарған эш менән туранан-тура бәйле. Йөрәк тоташ бүлге менән ике өлөшкә — бер-береһенән тулыһынса айырылған һул һәм уң өлөштәргә бүленгән. Шуның һөҙөмтәһендә йөрәктә артериаль һәм веноз ҡан ҡушылмай. Йөрәктең һул өлөшөндә тик артериаль ҡан, ә уң яғында веноз ҡан ғына була.
Был ике өлөш үҙ сиратында бер-береһенә тоташҡан ике бүлеккә бүленә: өҫкөһө — йөрәк алды, аҫҡы бүлек — ҡарынсаҡ тип йөрөтөлә. Шулай итеп, барлыҡ имеҙеүсе хайуандарҙыҡы кеүек, кеше йөрәге лә дүрт камералы: ул ике йөрәк алдынан һәм ике ҡарынсыҡтан тора.
Йөрәк алдарының көбө ҡарынсыҡтар көбөнә ҡарағанда байтаҡҡа йоҡараҡ. Был йөрәк алдары башҡарған эштең сағыштырмаса ҙур булмауына бәйләнгән. Улар ҡыҫҡарғанда, ҡан ҡарынсыҡтарға инә.
Артабан ҡарынсыҡтар байтаҡҡа күберәк эш башҡара: ҡанды тамырҙарҙың организм буйлап һуҙылған бар оҙонлоғо буйынса ҡыуа. Һул ҡарынсыҡтың мускул көбө уң ҡарынсыҡтыҡына ҡарағанда ҡалыныраҡ. Сөнки уң ҡарынсыҡ ҡанды упкәләргә ҡыуа (кесе ҡан әйләнеше түңәрәге). Ә һул ҡарынсыҡ ҡанды ҡан тамырҙары буйлап бөтөн организмға(ҙур ҡан әйләнеше түңәрәге) тарата. Һул ҡарынсыҡ күпкә ҙурыраҡ күләмдә эш башҡара.
Һәр йөрәк алды менән ҡарынсыҡ араһындағы сиктә ҡапҡас һымаҡ ике яҡҡа асыла торған клапандар бар. Улар тарамыш ептәре менән йөрәк көптәренә беркетелгән. Был — япраҡлы клапандар.
Йөрәктең эше
үҙгәртергәЙөрәк эшмәкәрлеге йөрәк циклының өс фазаһының ритмлы алмашыныуынан:
- йөрәк алдарының ҡыҫҡарыуынан,
- ҡарынсыҡтарҙың ҡыҫҡарыуынан
- һәм йөрәктең дөйөм йомшарыуынан тора.
Бөтә йөрәк циклының дауамлығы яҡынса 0,8 секундҡа тиң. Йөрәктең дөйөм йомшарыуы фазаһына яҡынса 0,4 секунд тура килә. Ике ҡыҫҡарыу араһындағы бындай ял йөрәк мускулының эшкә һәләтлеген тулыһынса элекке хәленә ҡайтарыу өсөн етерлек була.
Йөрәк мускулының үҙендә тыуыусы импульстар тәьҫирендә йөрәктең ритмлы ҡыҫҡарыуға һәләтле булыуы йөрәк автоматияһы тигән атама алған.
Автоматия йөрәктең нервы системаһына сағыштырмаса бәйләнешһеҙ эшләүен тәьмин итә. Йөрәк ритмлы ҡыҫҡара. Сағыштырмаса тыныс хәлдә йөрәк минутына сама менән 70 — 75 тапҡыр ҡыҫҡара.
Йөрәк алдары ҡыҫҡарғанда, клапандарҙың япраҡтары ҡарынсыҡтар эсенә һалынып төшә, һәм ҡан йөрәк алдарынан ҡарынсыҡтарға иркен үтә. Ҡарынсыҡтар ҡыҫҡарғанда, япраҡтарҙың клапандары ябыла һәм йөрәк алдарына инеү юлын томалай. Был ҡандың тик бары бер йүнәлештә генә — йөрәк алдарынан ҡарынсыҡтарға табан ғына хәрәкәтләнеүен тәьмин итә. Йөрәктең ҡыҫҡарыуын йөрәк мускулы тәьмин итә, ул һөлдәнең арҡыры һыҙатлы мускулына оҡшаш. Йөрәк мускулында айырым күҙәнәктәр бар, уларҙа ваҡыт-ваҡыт (периодик) рәүештә ярһыуҙар тыуа, һәм улар ике йөрәк алды һәм ҡарынсыҡтарҙың мускуллы көптәренә тапшырылып тора. Шға күрә йөрәктең бүлектәре бер-бер артлы: тәүҙә йөрәк алдары, унан һуң ҡарынсыҡтар ҡыҫҡара. Йөрәк алдарының икеһенең дә 0,1 секунд самаһы дауам иткән ҡыҫҡарыуы ваҡытында бөтә ҡан ҡарынсыҡтарға килеп инә. Унан һуң йөрәк алдары йомшара, ә ике ҡарынсыҡ та ҡыҫҡарып, ҡанды аортаға һәм үпкә артерияһына этеп сығара. Ҡарынсыҡтарҙың ҡыҫҡарыуы 0,3 секунд самаһы дауам итә, ә унан һуң улар йомшара һәм артабанғы 0,4 секунд эсендә бөтә йөрәк мускулы тыныс йәки дөйөм йомшарған хәлдә ҡала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ McGuinness H. (unspecified title) — ISBN 978-1-4441-0923-8
- ↑ Heart . SeymourSimon.com. Архивировано 27 март 2013 года.
- ↑ Kumar. Robbins and Cotran Pathologic Basis of Disease. — 7th. — Philadelphia: Elsevier Saunders, 2005. — P. 523. — ISBN 0721601871.
- ↑ Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. — Прогресс. — М., 1964–1973. — Т. 3. — С. 605—606.
- ↑ J. P. Mallory,Douglas Q. Adams. Encyclopedia of Indo-European culture. — London: Fitzroy Dearborn Publishers, 1997. — P. 262—263. — ISBN 9781884964985.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Научно-познавательная коллекция «Маршалл Кавендиш». Универсальный иллюстрированный справочник для всей семьи. Организам человека / № 21: Сердце (с. 47 — 50) — М., Алмаз-пресс, 2002. — 162 с. — (Древо познания). ISSN 1684-582X (рус.)
- Кровь, сердце и сосуды человека (рус.)
- Биологический энциклопедический словарь. Гл. ред. М. С. Гиляров; Редкол.: А. А. Бабаев, Г. Г. Винберг, Г. А. Заварзин и др. — 2-е изд., исправл. — М.: Сов. Энциклопедия, 1986. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Атлас анатомии человека. Издание на русском языке. / Перевод: к.м.н. В. В. Серов. / — М.: Белый город, 2005. — 103 с. с илл. ISBN 5-7793-0982-5 (рус.)
- Цузмер А. М., Петришина О. Л. Кеше. Анатомия, физиология и гигиена. / С. В. Атнағолова тәржемәһе / — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 239 бит.
- Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл. (рус.)
- Ожегов С. И. Словарь русского языка. — М., 1968. (рус.)
- Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З. Г. Ураксина, Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П — Я. — 2005. — 680 с.