Самосюк Борис Алексеевич

Самосюк Борис Алексеевич (29 сентябрь 1957 йыл) — рәссам, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010). 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы.

Самосюк Борис Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 сентябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Самосюк Борис Алексеевич 1957 йылда Өфөлә эшсе ғаиләһендә тыуған. Мәктәптән «Башкиргражданпроектта» эшләй, армияла хеҙмәт итә.

1984 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-график факультетын тамамлай.

1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Һынлы сәнғәт, графика (офорт: ҡоро энә, уйҙырып төшөрөлгән штрих, лавис; пластикала гравюра, пастель, акварель, ҡатнаш техника), декоратив скульптура техникаларында эшләй.

Борис Самосюктың эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Заманса сәнғәт музейында (Мәскәү), Ростов өлкә һынлы сәнғәт музейында (Дондағы Ростов), Эрбет дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Свердловск өлкәһе), Екатеринбург дәүләт һынлы сәнғәт музейында, Силәбе өлкә картиналар галереяһында, Екатеринбург, Магнитогорск, Калининград, Краснодар, Маастрихт (Голландия) картиналар галереяларында, Рәсәй, Украина, Франция, Израиль, Германия, Голландия, Италия, Япония, Англия, Канаданың галерея һәм шәхси коллекцияларында, бынан тыш, Байненың (Франция) хәҙерге заман сәнғәт музейында, Белград «Прогресс» художество галереяһында (Югославия), Риеки университетында (Хорватия) һаҡлана.

Ғаиләһе: ҡатыны, Ольга Самосюк (1958 й., Өфө), Магнитогорск педагогия институтының художество-график факультетын тамамлаған , 1993 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, ҡыҙы, улы бар.

«Цветение сирени», «Улица Нагорная», "Ул. Лесная2, «Сны о Пенджикенте», «Всадники», «Путешествие на Восток», «Похищение Европы», «Поединок», «Мегера», «Крыльцо», «Изображение 247-1», «Дорога к магазину», «Домик в лесу», «Весна 005», «Ангел Тьмы».

Күргәҙмәләре

үҙгәртергә

Самосюк Борис Алексеевич — 1983 йылдан республика, төбәк, төбәк-ара, бөтә рәсәй, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010).

Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзының баҫма графика буйынса Урал триенналеһының I һәм II дипломдары (1995, 1998).

III Республика конкурс-күргәҙмәһенең дипломы, 2-урын (һынлы сәнғәт) (2006).

III — халыҡ-ара биеннале графикаһы дипломы, Санкт-Петербург (2006).

Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзы дипломы (2009).

Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзының көмөш миҙалы (2013)

Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзының алтын миҙалы (2014)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

http://hallart.ru/ourartists/olga-and-boris-samosiuk-artists-age-degeneration

http://isrageo.wordpress.com/2013/10/04/samosyuk/

https://web.archive.org/web/20140314085539/http://artoblaka.ru/house/samosyuk-boris-alekseevich-ufa/

http://likirussia.ru/content/view/678/88888951/

http://www.shrb.ru/painting/samosuk.htm

http://www.bizart.biz/artists/samosyuk-boris-alekseevich.html

Путешествие во времени. 2018 йыл 27 ноябрь архивланған. Художник Борис Самосюк 2018 йыл 27 ноябрь архивланған.и его картины на сайте ArtAgeLess.com(недоступная ссылка)