Көҙ — йыл миҙгеле, айырым бер билдәләр (астрономик, календарь, климатик, фенологик һ.б.) буйынса билдәләнә. Астрономияла төньяҡ ярымшарҙа көҙгә көҙгө көн тигеҙләгәндән (22—23 сентябрь) ҡышҡы ҡояш торошона (21—22 декабрь) хәтле булған ваҡыт арауығы иҫәпләнә.

Көҙгө пейзаж
Ҡайындар һарғая. Эстония
Көҙ

Мәғлүмәт

үҙгәртергә

1 сентябрҙән 30 ноябргә тиклемге осор календарь көҙ тип һанала. Климатик сезон булараҡ, йәйҙән ҡышҡа күсеү ваҡытын тәшкил итә һәм температураның түбән төшүе буйынса характерлана. Көҙ башы тип һалҡын булмаған осорҙоң тамамланыуы йәки һауаның уртаса тәүлеклек температраһы 10 °C аша уҙыу (15—20 сентябргә туры килә) датаһы алына. Климатик Көҙҙөң тамамлануы һауаның уртаса тәүлеклек температураһы 0 °C аша (24 октябрь–2 ноябрь) уҙыу датаһы йәки ҡар ҡапламы барлыҡҡа килү (20—31 октябрь) менән билдәләнә. Шул рәүешсә, Урал биләмәһендә көҙгө осор уртаса 1,5 ай дауам итә.

Башҡорт халыҡ ижадында

үҙгәртергә

Мәҡәлдәр, әйтемдәр, һынамыштар

үҙгәртергә
  • Көҙ оҙон килһә, яҙ һуӊ килер.
  • Көҙ килеше йәйенән билдәле.
  • Турғай түбәндән осһа, көҙ ҡыҫҡа булыр.
  • 1 сентябрҙә йылы булһа, бөтә көҙ йылы булыр.
  • Симән көнө ямғыр яуһа, көҙ бысраҡ килер.
  • 1 октябрь көндө торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
  • 8 октябрь тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә- тиҙ иреп бөтәсәк.

Йомаҡтар

үҙгәртергә
  • Ашай ҙа ашай,
Илай ҙа илай.
Бала – сағаны
Өйгә ҡыуалай.
  • Үҙе илай, үҙе һыйлый (көҙ).

Һынлы сәнғәттә

үҙгәртергә

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

«Көҙ» Константин Бальмонт.

1913 йылда Дауыт Юлтый тәржемә иткән[1]:

Нарат еләктәре беште инде,
Көндәр һалҡыная төштө инде;
Көтөү-көтөү ҡоштар күк диңгеҙҙең
Арттарына ҡарай осто инде.
Төрлө кейем менән биҙәнгән
Урман, ағас ҡалды ялтырап,
Тәмле еҫтәр сәскән гөл-сәсәктәр
Ҡаулан булды барыһы шылтырап.
Ҡояшҡай ҙа хәҙер һирәк көлә,
Ҡаплай уны томан, болоттар,
Оҙаҡламай һалҡын йәштәр менән,
Көҙкәй илай башлар — боҫоҡтар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Иван Забелин. «Домашний быт русских царей в XVI и XVII столетиях». Издательство «Транзиткнига». М.: 2005. С. 162. ISBN 5-9578-2773-8

Һылтанмалар

үҙгәртергә