Садиҡов Фәрит Шәмсетдин улы

Социалистик Хеҙмәт Геройы, уңған сөгөлдөрсө

Садиҡов Фәрит Шәмсетдин улы (29 сентябрь 1927 йыл20 декабрь 1987 йыл) — шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү механизацияланған звено тракторсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған механизаторы (1967).

Садиҡов Фәрит Шәмсетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 29 сентябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Ибраһим, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 декабрь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Ибраһим, Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тракторсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәрит Шамсетдин улы Садиҡов 1927 йылдың 29 сентябрендә БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында тыуған.

Башланғыс белемле. 1941 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Фрунзе исемендәге колхозда тракторсы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1947 йылдың февраленән майына тиклем Ҡарламан МТС-ының тракторсылар курсында уҡыған. 1947—1959 йй.— тракторсы, 1959 й. — Фрунзе исемендәге колхоздың шәкәр сөгөлдөрөн үҫтереү буйынса механизацияланған звено башлығы булып эшләй.

һигеҙенсе биш йыллыҡта (1966—1970) Ф. Ш. Садиҡов звеноһында, план буйынса 200 центнер булып, был культураның уңышы 341 центнер тәшкил иткән. Туғыҙынсы биш йыллыҡтың өс йылында, план буйынса 220 центнер булып, звено 345 центнер сөгөлдөр уңышын йыйып алды. 1973 й. — план буйынса 21 245 центнер булып, 49 245 центнер сөгөлдөр — социалистик йөкләмә 141 %-ҡа үтәлде. 94 гектар ерҙең һәр гектарынан 522 центнер рекордлы уңыш алдылар. Свекловод республикаһы Звено республика сөгөлдөр үҫтереүселәре араһында беренсе урынды биләй. Сөгөлдөр етештереүҙең өс йыллыҡ планы 156 %-ҡа үтәлде — план буйынса 61 054 ц булғанда, звено 95 705 центнер татлы тамыр йыйып алды. Һатыу планын звено 141 %-ҡа үтәне — план буйынса 58 470 ц булып, 82 453 центнер һатылды. Уңыш эшкәртеү технологияһын камиллаштырыу, һөрөнтө ерҙе эшкәрткәндә комплекслы механизациялау һәм ағым-йыйыу ысулдарын ҡулланыу арҡаһында уңышҡа өлгәшелә.

1973 йылда Бөтә союз социалистик ярышында яулаған оло ҡаҙаныштары һәм игенселек аҙыҡ-түлеген етештереү һәм дәүләткә һатыу буйынса йөкләмәләрен арттырып үтәгәндә күрһәткән хеҙмәт батырлығы өсөн Ф. Ш. Садиҡовҡа 1973 йылдың 7 декабрендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Алтынсы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты (1963—1967).

Садиҡов Фәрит Шәмсетдин улы 1987 йылдың 20 декабрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Ибраһим ауылындағы урам батыр исемен йөрөтә.

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2 науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

http://bashkortostan450.ru/interactive-map/regions/r31/r31_33.html?gord=1&template=46 2013 йыл 11 декабрь архивланған.